Кисә редакциялағы иртәнге кәңәшмә ҡыҙыҡлы осрашыу менән башланып китте. Беҙгә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев килде. Сәбәбе лә беҙҙең өсөн һөйөнөслө ине: ул “Башҡортостан” гәзите редакцияһына Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутаттар, ил Президентын һайлау кампанияларын ғәҙел яҡтыртҡан өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Осрашыу форсатынан файҙаланып, ул комиссияның эше, һайлауҙарҙың һөҙөмтәләре һәм алда көтөлгән ваҡиғалар тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.
— Был вазифала эшләй башлағанымдан бирле өс һайлау үтте, — тине ул. — 2011 йылдың мартында — муниципаль берәмектәргә, декабрҙә Дәүләт Думаһына депутаттар һайланыҡ, ә быйыл мартта Рәсәй Президенты өсөн тауыш бирҙек. Әммә был — башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө генә. Көҙ — Өфөнөң Октябрь районы Советына, 2013 йылдың мартында бишенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлаясаҡбыҙ.
Хәйҙәр Арыҫлан улы әйтеүенсә, әгәр төбәк башлыҡтары өсөн тауыш биреү тергеҙелә ҡалһа, 2015 йылда беҙгә Башҡортостан Президентын да һайларға тура киләсәк. Тағы ла бер яңылыҡ — һайлауҙы илдә йылына бер тапҡыр сентябрь айында ғына үткәреү — буйынса ла үҙ ҡарашын белдерҙе ул. Башҡортостан өсөн был ваҡыт бик уңышлы мәл түгел.
— Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында хәҙер яңы команда. Алда бурыстар бик күп. Беҙҙең төп маҡсат — эшмәкәрлекте асыҡтан-асыҡ алып барыу. Кире осраҡта, сенсациялар, дөрөҫлөккә тура килмәгән мәғлүмәттәр таратылыуы ихтимал, — тине ул. — Беҙ теге йәки был кандидатты һайлатыу принцибы буйынса эшләмәйбеҙ. Иң мөһиме — кешегә тулы мәғлүмәт биреү, тауыш биреүҙе ил һәм республика закондарын боҙоуға юл ҡуймай уҙғарыу.
Хәйҙәр Вәлиев республика Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәрен үҙ ваҡытында һәм теүәл халыҡҡа еткереп торғаны өсөн “Башҡортостан”ға рәхмәт белдерҙе.
Ә. ИЛДУСОВА.
Нәсих Хәлисов фотоһы.