Дәүләт заказдары: үҙгәрештәр бар24.04.2012
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән Хөкүмәт ҡарамағындағы Заказдарҙы урынлаштырыу буйынса координация комиссияһы тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерелде. Шулай уҡ комиссияның яңы составы раҫланды.
Комиссияға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселек итә.
Заказдарҙы урынлаштырыуҙың республика системаһына ҡайһы бер яңылыҡтар индерелде. Мәҫәлән, 300 миллион һумдан ашыуыраҡҡа һатып алғанда дәүләт заказсылары Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетының комиссия составына үҙҙәренең вәкилен индереү тәҡдиме менән сығырға тейеш. Шулай уҡ дәүләт комитетына үтмәгән сауҙалашыу һөҙөмтәләре буйынса берҙән-бер тәьмин итеүсенең (башҡарыусының, подрядсының) 1 миллион һумдан ашыуға заказын урынлаштырыуҙы яраштырыу хаҡында мөрәжәғәт ебәрер алдынан заказсылар документта билдәләнгән контракттың башланғыс (максималь) хаҡын түбәнәйтеү мөмкинлеген ҡарарға һәм дәүләт комитетына, һөҙөмтәләрҙе иҫәпкә алып, тәьмин итеүсе (подрядсы, башҡарыусы) һайлаған юлды нигеҙләү ҡағыҙын тәҡдим итергә бурыслы.
Бындай яңылыҡтар заказдарҙы урынлаштырыу системаһын камиллаштырыу маҡсатында ғәмәлгә индерелә.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад