Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы яҡланасаҡ24.04.2012
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы яҡланасаҡБашҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 51-се ултырышында Рафаил Ғибәҙуллин республикала эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил итеп тәғәйенләнде.
Депутаттар фекеренсә, ул эшҡыуарлыҡ өлкәһен бик яҡшы белә, уға компетентлыҡ һәм профессионаллек хас. Рафаил Вәғит улы — Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Өфө дәүләт нефть техник институтын һәм Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, социология фәндәре докторы. 2005 йылдан — “Стройинвест” инвестиция компанияһының генераль директоры.
Ҡарар ҡабул ителгәндән һуң ул Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкил антын ҡабул итте, үҙенә күрһәтелгән ышаныс өсөн Башҡортостан Президентына һәм депутаттарға рәхмәт әйтте.
— Ябай булмаған эш көткәнен аңлайым. Бында башҡараһы бурыстар бихисап, — тине ул. — Тәү сиратта — дәүләт структуралары менән бизнес-йәмәғәтселек араһында һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү юлдарын табыу, шулай уҡ инновация һәм инвестиция процестарын үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау.
Ә. ЭТҠОЛОВА.


Вернуться назад