Республика Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостанда һыу транспортының үҫеш юлдары тикшерелде. Һөйләшеүҙә дәүләт структуралары һәм бизнес берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.
— Бөгөн Башҡортостанда һыу транспортын үҫтереүгә бәйле хәл шәптән түгел. Һуңғы тиҫтә йылда был мәсьәләгә иғтибар кәмене, йөк, шулай уҡ пассажирҙар ташыу күләме түбәнәйҙе. Иҡтисади ҡеүәте ҙур тармаҡтан табыш бик аҙ алына. Шуға күрә бөгөн әлеге хәлгә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға тейешбеҙ, — тине Президент.
Совет осоро менән сағыштырғанда республикала һыу транспортында йөк ташыу күләме ун тапҡырға тиерлек кәмегән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин ауыр хәлдең төп сәбәптәренең береһе булараҡ судноларҙың иҫкереүен атаны. Мәҫәлән, Башҡортостан йылға пароходсылығында был күрһәткес — 64 процент, судноларҙың күбеһе 35 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Йылғаларҙың һайығыуы ла тармаҡтың эшенә кире йоғонто яһай. “Ағиҙел һәм Өфө йылғаларының һайығыуы ҙур судноларҙың хәрәкәтен тотҡарлай, һөҙөмтәлә йөк ташыусы флотты бәләкәй судноларға алмаштырыу ихтыяжы тыуа”, — тине Сергей Афонин.
Пассажирҙар ташыуға килгәндә, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Өфөлә заманса йылға вокзалының булмауына зарланды. Уны төҙөү күҙалланмай, шуға күрә һис юғында Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге яр буйын хәүефһеҙлек нормаларына ярашлы хәлгә килтерергә кәрәк, тине ул.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, Ағиҙел ҡалаһында йөк портын ойоштороу республикала һыу транспортын үҫтереүҙең иң һөҙөмтәле алымдарының береһе буласаҡ, тигән уртаҡ фекергә килде.
Был документтың иҡтисади яҡтан киләсәге бар, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты урынбаҫары Азат Фазлыев. Әммә Ағиҙел ҡалаһындағы йөк ташыу терминалы милекселәренә бәйле хәл инвесторҙарҙы ылыҡтырыуға ҡамасаулай, тине ул.
— Мәсьәлә ҡатмарлы — бында федераль хоҡуҡтар ҙа, Мөлкәт һәм ер мөнәсәбәттәре министрлығы ерҙәре лә, муниципаль, шулай уҡ шәхси милек тә бар. Шуға күрә тәү сиратта милекте айырырға кәрәк, — тип билдәләне Азат Фазлыев.
Дәүләт менән шәхси ойошмаларҙың партнерлығын ойоштороу бик ҡулай булыр ине, тигән фекер ҙә белдерҙе ул.
— Беҙҙә ресурстар етәһе, ниндәй ҙә булһа структура булдырырға кәрәк — уның дәүләттеке, шәхси йәки ҡатнаш булыуы ихтимал, — тине Рөстәм Хәмитов.
Был эш Сергей Афонин етәкселегендә алып барыласаҡ.
Л. ДӘҮЛИЕВА.