Рөстәм ХӘМИТОВ: “Глобаль баҙарҙа конкуренцияға ҡаршы тороу мөһим”09.02.2018
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Глобаль баҙарҙа конкуренцияға ҡаршы тороу мөһим”Еңелсә ҡоролоҡ булып алған йылда ауылдаштарымдың агрономдың баҫыуына “таш ырғытҡанын” иҫләйем. “Исмаһам, өлкәндәрҙең аҡылын да тотманы бит. Киләһе йыл яуым-төшөм аҙ буласаҡ, көҙ арышты күп сәсеп ҡалайыҡ, тип ҡат-ҡат әйткәнде ҡолағына элмәне”, – тигән әрләү һүҙҙәре йыш ишетелде. Ә ул ваҡытта ямғыр инәлтеп кенә һибәләне, етмәһә, ҡояш апай утлы табаһында ҡыҙҙырҙы ғына. Хужалыҡ иген культураларын гектарынан 11 центнер тирәһе генә алды. Ә йылдың нисек килерен ҡайҙан белергә? Халыҡ һынамыштарына таянырғамы, фенолог яҙмаларына ышанырғамы, әллә ғалимдарҙың иҫәп-хисабын иғтибарға алырғамы?
Уҙған йыл менән сағыштырғанда, әле ҡар күпкә йоҡараҡ, айырыуса баҫыуҙарҙа урыны-урыны менән ҡара тупраҡтың күренеп ятыуы уйландыра. Февраль уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, көн торошо март аҙағын хәтерләтеп тә ҡуя. Салт аяҙ, ҡояш йылы нурҙарын йәлләмәй. Ярай әле һирәк-һаяҡ ҡар яуып алды. Ә тышта, ысынлап та, яҙ һулышы тойола, тимәк, тиҙҙән агросәнәғәт комплексы эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу осор башланасаҡ.



Яҡшы эш кәйефе һаҡлана

Күптән түгел, Конгресс-холда яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә бағышланған “2017 йылда Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында һәм 2018 йылға төп бурыстар” тигән киңәй­телгән республика кәңәшмәһе үтте. Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, район хакимиәттәре башлыҡ­тары, предприятие һәм учреждение етәкселәре ҡатнашты.
– Беҙ йыл һайын февраль баштарында уҙған йылға йомғаҡ яһау өсөн йыйылабыҙ, киләсәккә ҙур маҡсаттар билдәләйбеҙ, айырыуса яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тураһында һөйләшәбеҙ, – тине Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәне асып. – Ваҡыт улай уҡ аҙ ҙа ҡалманы, әммә был тәңгәлдә хәл ителмәгән һорауҙар ҙа юҡ түгел. Шуға күрә лә ҡайһы бер сетерекле мәсьәләләр тураһында фекер алышыу урынлы. Бөгөн бөтәһенең дә фекере иҫәпкә алынасаҡ. Шуның өсөн дә бында, район хакимиәте башлыҡтарынан тыш, агропредприятие хужаларын, фән һәм мәғариф тармағынан белгестәрҙе лә саҡырҙыҡ. Ғалимдарҙың һәм практик белгестәрҙең фекерен ишетеү беҙҙең өсөн бик тә мөһим.
Рөстәм Зәки улының һүҙҙәренә ҡарағанда, дөйөм алғанда, һөҙөмтәләр насар түгел. Республика яҡшы эш кәйефе менән алға барыуын дауам итә. Был турала Өфөгә эш сәфәре менән килгәндә Рәсәй Президенты ла телгә алған. Ил етәксеһе Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә халыҡ менән осрашҡанда социаль мәсьәләләр, иҡтисади үҫеш, хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм бүтән төп бурыстарға баҫым яһаған.
– Былтыр Ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт етештереүсәнлеге һиҙелерлек күтәрелде һәм, бер эшсегә иҫәпләгәндә, ул 1,4 миллион һумға тиңләште, – тип дауам итте сығышын республика етәксеһе. – Дөрөҫөн әйткәндә, быға, иң беренсе сиратта, эре предприятиеларҙың проекттары иҫәбенә ирешелде. Хәҙер иһә иң мөһиме – агросәнәғәт комплексында дөйөм рентабеллекте күтәреүгә ынтылыу.
Ысынлап та, республика йылды уңышлы тамамлаған. Мәҫәлән, ауыл хужалығында етештереү 2,8 процентҡа артҡан, ул уртаса ил күләменән юғары (102,4 процент). Үҫемлекселектә үҫеш – 5,2 процент, малсылыҡта иһә бер процентҡа артҡан. Бөтә төр хужалыҡтарҙа ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме 170 миллиард һумдан ашҡан.
Хәйер, производствоның үҫеше гел генә ыңғай бармай. Әйтәйек, тауарҙың күплеге, уға ихтыяж ҙур булмағас, хаҡтарҙың төшөүенә ныҡ ҡына тәьҫир иткән. Үҙ сиратында, ҡайһы бер хужалыҡтар аграрийҙары сығымдарҙы ла ҡаплай алмаған. Бер нисә культура буйынса игенгә хаҡ кәмегән, шулай уҡ һөткә лә. Был үҙенән-үҙе һәммәһе лә иҡтисади нигеҙгә ҡоролған тип һығымта яһауға этәрә. Ниндәйҙер пландар ҡорор алдынан тәү сиратта иҡтисади иҫәпләүҙәр башҡарырға тейешһең.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, әгәр ҙә стратегик ҡараш булмаһа, дәүләт ярҙамының береһе лә һөҙөмтә бирмәйәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн аграрийҙар баҙар конъюнктураһын йыш ҡына иҫәпкә алмай. Сауҙаның бөтә механизмдарын да дөрөҫ ҡулланырға кәрәк, шул иҫәптән биржаны ла. Беҙҙең сеймал төбәк өсөн әҙер продукция етештергәндә сығымды мөмкин тиклем кәметеү зарур. Уның өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған.
Әйткәндәй, урта һәм бәләкәй предприятиеларға эшкәртеүҙе киңәйтеү өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар бар. Дәүләттең тос ярҙамына өмөт итә алалар. Ташламалы кредиттар юллау, тауар эшкәртеү һәм уны ҡаптарға төрөү ҡоролмалары һатып алғанда субсидия алымын файҙаланыу һәм башҡа ысулдар – шуға асыҡ миҫал. Шул уҡ сыр яһауҙы республика уңышлы тормошҡа ашыра. Ә бына ҡош һәм сусҡа итен, иген, йәшелсә еләк-емеш етештереүҙе көсәйтергә бурыслыбыҙ. Тиккә генә республика етәксеһе лә, киптерелгән йәшелсә, борщ, джем, повидло һымаҡ төрлө аҙыҡ-түлек етештерә алабыҙ, балалар ашамлығы, уҡыусы өсөн иртәнге аш сегменты бар, әммә әлегә күпселек осраҡта бөтәһе лә ситтән килтерелә, беҙҙең етештереүселәр был тәңгәлдә һүлпәнлек күрһәтә, тимәне. Бәлки, эшкәртеү сәнәғәте һәм логистика үҫеше буйынса программа ҡабул итергә ваҡыт еткәндер?!

Илдә тәүге өс лидер исемлегендәбеҙ

Кооперация төшөнсәһе менән күптәр таныштыр, уның бигерәк тә һуңғы йылдарҙа телмәргә килеп инеүенә аптырарға ярамай. Башҡортостанда был йәһәттән бихисап уй-ниәттәр бойомға ашырыла. Кооперацияны үҫтереү ауыл хужалығы продукцияһының рентабеллеген күтәреүгә эре аҙым яһалыуға бәрәбәр. Хәйер, беҙҙә был йүнәлештә хәрәкәт күптән башланды.
Ауыл хужалығы кооперативтарын төҙөү тәңгәлендә илдә тәүге өс лидер исемлегендә булыуыбыҙҙың күпте һөйләүен билдәләне Рөстәм Хәмитов. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әүҙемлекте һүрелтмәҫкә саҡырҙы, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы йәлеп иткән аяғында ныҡ баҫып торған предприятиелар күберәк булһын, тигән теләк белдерҙе ул.
– Күп эш район хакимиәте һәм ауыл биләмәһе башлыҡтарының әүҙемлегенә бәйле, – тип республика Башлығы уларға мөрәжәғәт итте. – Кооперацияны нисек төҙөү һәм уның эш алымдарын өйрәтеү, ҡыҫҡаһы, был юҫыҡта мәғлүмәт биреү буйынса эште көсәйтергә кәрәк. Бөгөн 800 ауыл торағының 300-ө генә кооперацияны үҫтереү яҡлы. Был 30 проценттан саҡ ҡына артығыраҡ. Ә бүтәндәрҙең энтузиазмы ғына түгел, хатта ябай теләге лә юҡ.

Инвестициялар хәрәкәтен көсәйтәйек

Инвестициялар тураһында айырым һөйләне Рөстәм Зәки улы. Һуңғы туғыҙ айҙа республикала инвестиция хәрәкәтенең һүлпәнәйеүе күҙәтелә. Әлбиттә, сәбәптәр етерлек. Биш-ете йыл элек башланған күп эре проекттар тамамланған, ә яңылары әле планлаштырыла ғына.
Агросәнәғәт комплексында 21 өҫ­төнлөклө проект тормошҡа ашырыла. Әйтергә лә түгел, уларҙы арттырыу мөһим, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта бизнес иҫәбенә. Бигерәк тә урындағы һәр ойошма менән тығыҙ эшләү зарур, уларҙың һәммәһенең дә ҡулында бизнес-планы бар.
Яңы агроинвесторҙар проекттарҙы ҙур срокка алыу яҡлы. Аңлашыла, былай иткәндә, нимәгәлер өмөт бағларға була. Улар ауыл хужалығындағы мөмкинлектәрҙе белгән осраҡта ла күҙәтеүсән, һаҡлыҡ күрһәтә, төрлө яҡлап ҡапшап ҡарай. Була шундайҙары, улар килеп күренә лә эшкә тотоноуҙы һуҙалар. Һөҙөмтәлә майҙансыҡтар буш тора, ҡыл да ҡыбырлатмайҙар. “Быға һис кенә лә юл ҡуйырға ярамай, – тип асыҡтан-асыҡ белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Инвестор килеп эшләй башлаған икән, рәхим итһен, ә “иртәгә” тигәндәр беҙгә кәрәкмәй”.

Яңы технологиялар индереү отошло

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, 2018 йыл аграр фәнен яңыртыу, уны үҫтереү һәм саф табыш алыу осоро булырға тейеш. Ауыл хужалығы фәнен үҫтереү тармағында беҙҙә бөтәһе лә шыма түгел. Әле һирәктәр генә ғилми тикшеренеү эштәре алып бара, был 70-75 ауыл хужалығы предприятиеһы тигән һүҙ. Йәнә шуныһы, 750 хужалыҡтың ике тиҫтәһе генә яңы технологиялар индереү яҡлы. Хәҙер республика ғалимдары бизнес үҫеше өсөн 100-ләгән эшләнмә тәҡдим итә ала, шуның 20-ләбен әле үк индерергә мөмкин. Уларға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк.

Кадрҙар барыһын да хәл итә

Республика етәксеһе, Ауыл хужалығы менән Мәғариф министрлыҡтары бер фекерле булып эш итергә тейеш, ауыл хужалығы предприятиелары мәғариф учреждениелары менән хеҙмәттәшлек булдырһа ине, тигән теләген еткерҙе.
– Үҙ сиратында йәш белгестәргә ярҙам күрһәтелә, – тине ул. – Агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалын күтәреү Указына үҙгәрештәр индерелгән. Быйылдан юғары белеме булған белгестәргә – 500 мең һум, ә урта һөнәри белемлеләргә 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү башҡарыла. Шуныһы, улар ауыл хужалығына эшкә ҡайтырға тейеш. Ауылдағы хеҙмәт йәштәрҙе ҡыҙыҡтыра бара, тик унда эш хаҡының әҙлеге борсомай түгел. Былтыр ул һигеҙ процентҡа артып, 18 меңгә етте. Хеҙмәт етештереүсәнлеге булһа, эш хаҡы ла артасаҡ, был – хәҡиҡәт. Ауыл хужалығы производствоһы өсөн – рентабеллек, ә тармаҡҡа өмөтлө кадрҙарҙы йәлеп итеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырайыҡ.
Әйткәндәй, Мәскәүҙә профессиональ стандарт буйынса Милли совет агросәнәғәт комплексының төбәк компетенция үҙәген төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иткәндәр. Ул беҙҙә лә булдырыласаҡ икән. Әлбиттә, ошондай үҙәк аша кадрҙар торошо баһаланасаҡ.

Яҙғы баҫыу эштәре иғтибар үҙәгендә

– Быйыл ҡыш үҙенең бихисап бүләктәрен ебәреп кенә тора, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яуым-төшөм әҙ, ҡар запасы ла самалы. Ҡар ҡатламы саҡ-саҡ 10 сантиметрға етә. Тупраҡтағы дымдың күп булыуын теләргә генә ҡала.
Район хакимиәте башлыҡтары был йәһәттән үҙҙәрендә кәңәшмә үткәрһә, баҫыуҙағы хәл-торош буйынса мәғлүмәт туплаһа, шулай уҡ арыштың тын алышын билдәләһә, уңышты күҙаллаһа ине тигән үтенестәрен еткерҙе республика етәксеһе. Улар республикабыҙ Хөкүмәтенә мәғлүмәт тапшырырға тейеш. Ысынлап та, бөгөн реаль картина кәрәк, һәр төрлө ҡатмарлыҡтарға әҙер тороу зарур.
Апрелдә түгел, ә бөгөндән үк ремонт өсөн кәрәк-яраҡ, яғыулыҡ, сифатлы орлоҡ, минераль ашлама, кредиттар хәстәрләү мөһим.
– Үҙегеҙ уңышлы пландар төҙөгөҙ, беҙгә глобаль баҙарҙа конкуренцияға ҡаршы торорлоҡ һәм тулыһынса эске ихтыяжды тәьмин итә алырлыҡ заманса юғары технологиялы агробизнес кәрәк, – тип тамамланы телмәрен Рөстәм Хәмитов.



Вернуться назад