Үҫештең юҡ сиктәре01.12.2011
[/right]Үҫештең юҡ сиктәре1999 йылда, республиканың ғилми-етештереү ҡеүәтен нығытыуҙа ҙур өлөш индергән ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында, Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы булдырылғайны. Был ваҡыт арауығында Башҡортостандың юғары наградаһына 34 кеше лайыҡ булды. Кисә мәртәбәле исемлеккә тағы 13 ғалимдың исеме яҙылды — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда ошо премияны тапшырыу тантанаһы үтте. Ғалимдарҙы ҙур асыштары һәм ҡаҙаныштары менән Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтов тәбрикләне.
Дәүләт премияһына тәҡдим ителгән һәр хеҙмәт маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары һәм "ЕСМ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән ғилми эш — республиканан "Роснано" дәүләт корпорацияһының юғары баһаһына лайыҡ булған берҙән-бер проект. Был хеҙмәт — иҡтисадты яңыртыуҙың, фәнни эшкәртмәләрҙе коммерциялаштырыуҙың, ғөмүмән, ватан фәне һәм техникаһының донъя кимәлендә конкуренцияға һәләтлелеген күрһәтеүҙең сағыу өлгөһө. Проект сәнәғәт һәм медицина тармаҡтарында эшкәртеүҙең төрлө технологияларын ҡулланырға булышлыҡ итәсәк.
"Күҙ патологияһы атласы" — дәүләт премияһы менән билдәләнгән сираттағы ғилми-ғәмәли эш. Атлас анатомия принцибына нигеҙләнгән 9 бүлектән тора һәм унда күҙ ауырыуҙарына ҡағылышлы 918 төҫлө, 47 аҡлы-ҡаралы фотоһүрәт индерелгән. Текстар урыҫ һәм инглиз телдәрендә бирелгән. Офтальмологтар өсөн ҡул аҫтында тоторлоҡ үҙенсәлекле белешмә был. Проект авторҙары — медицина фәндәре докторҙары, профессорҙары Марат Аҙнабаев менән Владимир Мальханов һәм медицина фәндәре кандидаты Николай Никитин.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостан Республикаһының юғары дәүләт премияһына Рәсәй ректорҙар союзы президенты, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Виктор Садовничий ҙа лайыҡ булды. Виктор Антонович Башҡортостандың фән тармағын юғары баһаланы. "Республикала үҫергә, камиллашырға мөмкинлек ҙур", — тине ул.
Сара һуңында Башҡортостан Республикаһы менән М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
[right] Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА


Вернуться назад