Депутаттар эш хаҡы менән уртаҡлаша21.04.2012
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың даими нигеҙҙә эшләгән депутаттары ай һайын эш хаҡының бер процентын хәйриә ихтыяждарына күсерергә ҡарар итте. Ошо рәүешле улар республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың башланғысын беренсе булып хуплап сыҡты.
— Хәйриә йәшерен булырға тейеш түгел, уның хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләргә, әүҙем пропагандаларға кәрәк. Беҙҙең ҡарар башҡа депутаттар өсөн генә түгел, шулай уҡ республикала изге эшкә битараф булмаған кешеләрҙең барыһы өсөн дә өлгөгә әүерелер, тип ышанабыҙ, — тине депутаттарҙың ҡарарына аңлатма биреп республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев. — Бәләгә тарығандарға ярҙам итеү теләге һәр кеше мәнфәғәтендә.
Әйтергә кәрәк, Дәүләт Йыйылышында хәйриә эшмәкәрлеге тураһындағы закон әҙерләнә. Ул тиҙҙән ҡабул итеүгә индереләсәк. Закон ошо өлкәлә тәртип булдырыуға, намыҫлы хәйриә эшмәкәрҙәренә булышлыҡ итеүгә һәм кешенең ҡайғы-хәсрәте иҫәбенә байығырға теләүселәргә кәртә ҡуйыуға йүнәлтелә.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы —
Ҡоролтайҙың матбуғат үҙәге.


Вернуться назад