Яңыртмайынса булмай15.11.2011
Хабаровскиҙа яңыртыу мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы президиумы ултырышы булып үткәйне. Уның йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошондай аңлатма бирҙе:
— Рәсәй Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев ҙур иғтибар бүлгән яңыртыу, һис шикһеҙ, ил үҫешенең өҫтөнлөклө мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Өҫтәүенә, ул иҡтисадта ғына түгел, социаль өлкәлә һәм сәйәсәттә лә мөһим.
Сәйәсәттә яңырыу — властың асыҡлығы һәм уның менән бөтәһе лә файҙалана алыу принцибын тормошҡа ашырыу, кешеләрҙең проблемаһын хәл итеүгә булышлыҡ итеү. Эшемдә “Власть — кешеләр өсөн!” принцибын тормошҡа ашырыуҙы иң мөһиме тип иҫәпләйем, һәм ул властың барлыҡ кимәлдәрендә — республика Президентынан башлап ҡасаба Советтары башлыҡтарына тиклем эш итә башланы ла инде. Беҙ оппозицияны лояль һәм лояль булмағанға бүлеүҙән баш тарттыҡ. Минең өсөн ҡаршы яҡтың эшлекле булыуы мөһим: был йәмәғәтселектең бөтә ҡатламдарының фекерен иҫәпкә алырға мөмкинлек бирәсәк.
Иҡтисадтың реаль секторында яңырыу хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Башҡортостанда ике тиҫтәгә яҡын инновация һәм инвестиция проекты тормошҡа ашырылыуын әйтеп үтергә кәрәк. Уларҙың иң мөһимдәре — Өфөлә Энергияны һөҙөмтәле һәм һаҡсыл файҙаланыусы технопарк төҙөү, нефть химияһы предприятиеларының Салауат – Стәрлетамаҡ сәнәғәт узелын үҫтереү, прецизион машиналар эшләү үҙәге, Ҡырмыҫҡалы районында игенде тулы эшкәртеү заводы, Благовещенда һәм Тирләндә металлургия заводтары төҙөү һәм башҡалар.
Социаль өлкәлә, күрһәткестәрҙе эҙмә-эҙлекле яҡшыртып, асыҡ һәм аңлайышлы эш итәбеҙ. Балалар баҡсаларында урын етмәү проблемаһы хәл ителә: быйыл республиканың мәктәпкәсә белем биреү йорттарында 8 меңгә яҡын урын булдырыласаҡ, был үткән йылға ҡарағанда — 10 тапҡырға, өсөнсө йылдағыға ҡарағанда 15 тапҡырға күберәк. 2012 йылда был һан — 9 мең, 2013 йылда 10 мең тәшкил итергә тейеш. Ошо маҡсатта 9 миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк.
Күптән түгел Башҡортостанда “Йорт комитеттары” исеме аҫтында тағы ла бер проект тормошҡа ашырыла башланы. Торлаҡ-коммуналь өлкәлә йәмәғәт контроле системаһын ойоштороу маҡсатында беҙ күп фатирлы йорттар советтары төҙөйбөҙ. Бюджет процесын, идара итеү технологияларын яңыртыу менән шөғөлләнәбеҙ. Атап әйткәндә, мохтажлыҡ кисергән хужалыҡтарға кәрәк ваҡытта маҡсатлы һәм ваҡытында аҡса бүлеү файҙаһына ауыл хужалығына булышлыҡ итеү программаларын финанслау принцибын үҙгәрттек. Быйыл аграрийҙар бындай ысулдың өҫтөнлөктәрен тәүге тапҡыр тойҙо.
Өлкән йәштәгеләр өсөн беҙҙә “Өсөнсө быуын өсөн халыҡ университеты”, “Социаль туризм” программалары эшләй. Инвалидтар өсөн “Асыҡ мөхит” программаһы тормошҡа ашырыла. Республикала Президент етәкселегендә хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса совет булдырылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, республикала власть гуманлы була бара, кешеләргә йөҙ менән борола һәм иң мөһиме – йәмғиәттең бөтә ҡатламдары менән диалог алып бара. Беҙ конкуренция киңлегендә көн итәбеҙ һәм яңырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнмәҫкә хаҡыбыҙ юҡ, сөнки был – тотороҡло үҫештең иң кәрәкле ҡоралы.


Вернуться назад