Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары17.01.2018
2018 йыл, 12 ғинуар № 21/9-6
Өфө

Рәсәй Федерацияһында йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән граждандарға Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау участкаһын билдәләү тураһында

“Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында”ғы Федераль закондың 20-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Федера­цияһында йәшәгән урыны буйынса теркәл­мәгән граждандарҙың әүҙем һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү маҡ­сатында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. Рәсәй Федерацияһында йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән граждандарға 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау участкаһы итеп 119-сы һайлау участкаһын (участка һайлау комиссияһы­ның адресы: Өфө ҡалаһы, Посад урамы, 26) билдәләргә.
2. Ошо ҡарарҙы Башҡортостан Респуб­лика­һының территориаль һайлау комиссияларына ебәрергә.
3. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзит­тәрендә баҫтырып сығарырға.

Башҡортостан Республикаһы
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһы
Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.


Вернуться назад