— Беҙҙең халыҡ йөҙҙәрсә йыл элек мосолман динен ҡабул иткән. Өфө 200 йылдан ашыу инде Рәсәйҙә исламдың рәсми үҙәге һанала... — Ошондай һүҙҙәр менән башланы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Ислам. Йәштәр. Киләсәк” тип аталған республика йәштәр форумындағы тәбрикләү сәләмен.
Конгресс-холда ойошторолған был мөһим сара төбәктең 600-ҙән ашыу йәш мосолманын йыйҙы. Унда шулай уҡ Рәсәй Президенты Хакимиәтенең дини
ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү департаменты етәксеһе Илья Баринов, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин һәм башҡалар ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала дини ойошмаларға даими ярҙам күрһәтелә: биналарына ремонт яһала, төҙөлөшкә урын бүленә, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә ташламалар ҡаралған. Президент йәштәргә республикалағы ыңғай үҙгәрештәр, халыҡ мәнфәғәтендә башҡарылған эштәр тураһында ла һөйләне.
— Беҙҙе йәштәрҙең кемгәлер һалышырға тырышыуы, битараф булыуы борсой. Кемдер етди эшкә егелгән, ә икенселәр йәмғиәттә ниҙәр барғаны менән
ҡыҙыҡһынмай ҙа. Беҙҙең йәштәр эшлекле, инициативалы булырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты республика мосолмандарына тыныслыҡ, киң күңеллелек хас булырға тейешлегенә баҫым яһаны. “Беҙҙең ислам дуҫлыҡ яҡлы,
халҡыбыҙ ҡунаҡсыл. Традицион ислам агрессияны тыя. Һеҙ ҙә ошо йүнәлеште дауам итергә бурыслы”, — тине ул йәштәргә.
Рөстәм Зәки улы йәштәр араһында әхлаҡ кимәленең төшөүе, эскелек һәм наркоманияның сәскә атыуы, енси бәйһеҙлектең киң таралыуы, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының йышайыуы кеүек проблемаларға ла ҡағылды. Башҡортостанға һәм Рәсәйгә сит илдәрҙән ислам исеменә ышыҡланып ялған ағымдарҙың килеп
инеүе, төрлө мәкерле юл менән йәштәрҙе үҙҙәренә йәлеп итергә тырышыуы тураһында әйтте һәм һаҡ булырға саҡырҙы. Артабан билдәле дин әһелдәре, ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны.
Форумдың пленар өлөшөнән һуң секция ултырыштары булды. Конгресс-холдың фойеһында ойошторолған күргәҙмә лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда дини әҙәбиәт, кейем-һалым, уҡыу йорттары тураһындағы мәғлүмәттәрҙән тыш, хәләл аҙыҡ-түлек һәм башҡа ҡыҙыҡлы экспозициялар күрһәтелде.
Ә. ЭТҠОЛОВА.