16–17 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәсми делегация менән Франция Республикаһында булып ҡайтты.
16 апрелдә По ҡалаһында Башҡортостан делегацияһы Тurbomeca компанияһының (SAFRAN төркөмөнә инә) вертолет двигателдәре заводы менән танышты. Предприятие граждан һәм хәрби вертолеттар өсөн реактив двигателдәр сығара.
Заводта республика Президенты Рөстәм Хәмитов компания етәксеһе Оливье Анри менән осрашты. Фекер алышыу Башҡортостан Республикаһы тураһындағы фильм күрһәтеүҙән башланды.
— Франциянан белгестәр Башҡортостанда нефть эшкәртеү һәм машиналар эшләү өлкәһендә 40 йылдан ашыу эшләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республикала наноструктур технологиялар үҫеш алған. Улар Франциялағы металл эшкәртеү һәм нанотехнологиялар мәктәбенә яҡын тора.
Оливье Анри, Тurbomeca компанияһының Рәсәй Федерацияһы менән эшләргә теләге ҙур, тип белдерҙе. Компания эксперттарының фекеренсә, 15–20 йылдан Рәсәй вертолеттары Көнбайыш илдәрҙәге баҙарҙа ҙур урын яулаясаҡ.
Рәсәйҙә “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Тurbomeca компанияһының партнеры булып тора. Әле берекмәлә вертолет двигателдәре компоненттарын етештереү ойошторола.
17 апрелдә республиканың рәсми делегацияһы Парижда булды. Франция сенатында Рөстәм Хәмитов Рәсәй менән Франция араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса сенаторҙар менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Оҙайлы әңгәмә барышында сәнәғәт етештереүе, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм фән өлкәһендә Башҡортостан менән Францияның эшлекле даирәләре араһындағы бәйләнештәрҙе киңәйтеү мөмкинлеге тикшерелде.
Франция сенатының Франция-Рәсәй парламент-ара төркөмө башлығы Патрис Желяр, ике ил араһында төбәктәр кимәлендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереү парламент-ара төркөмдөң төп бурыстарының береһе булып тора, тип билдәләне. Сенаторҙарҙың инициативаһы буйынса йыл һайын Рәсәйҙә эшләргә әҙер булған француз эшҡыуарҙары форумы үткәрелә.
Патрис Желяр Башҡортостанды сеймал һәм минераль ресурстар буйынса Рәсәйҙең иң бай төбәктәренең береһе булараҡ билдәләне. “Рәсәйҙә нефть продукттарын күпләп етештереүегеҙ, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуығыҙ хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Бынан тыш, һеҙ — автобустар сығарыу буйынса ла илдә алдынғы төбәк”, — тине ул.
Республика Президенты осрашыу мөмкинлеге биргән өсөн француздарға рәхмәт белдерҙе. “Башҡортостан Франция инвесторҙары менән берлектә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙер. Пландарыбыҙ ҙур, беҙ мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә ниәтләйбеҙ”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты Франция сенаторҙарын республикаға яуап сәфәре менән килергә саҡырҙы. Үҙ сиратында, Рөстәм Хәмитов быйыл декабрҙә Франция сенатында Башҡортостан Республикаһы тураһында доклад менән сығыш яһау тәҡдимен ҡабул итте.
Унан һуң беҙҙең делегация Франция предприятиелары хәрәкәте етәкселеге менән осрашты. Сара барышында бер төркөм француз эшҡыуарҙарының Башҡортостанға сәфәр ҡылыуы хаҡында килешеүгә өлгәшелде.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.