Хәбәр итеүебеҙсә, илдең сәйәси тормошонда шаҡтай ҙур әһәмиәткә эйә булған “Берҙәм Рәсәй” партияһының яңырыуы көтөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем уҙған ике һайлау ҙа әлеге фирҡәнең бер аҙ “мүкләнеүен” һәм электоратының күпмелер өлөшөн юғалтыуын күрһәтте. Был айырыуса Мәскәү һәм Санкт-Петербург тарафтарында, Үҙәк Рәсәйҙә, Алыҫ Көнсығышта, Себер төбәгендә асыҡ тойолдо. Меңдәрсә кешенең урамға сығып, власть партияһына дәғүә белдерә башлауы ла уйланырға урын ҡалдыра.
— Һығымта шундай: “Берҙәм Рәсәй”ҙең эш ысулы халыҡты ҡәнәғәтләндермәй башланы. Партия власҡа саманан тыш тығыҙ бәйләнгән булып сыҡты, — тине яңыраҡ ҡына партияның Башҡортостан төбәк башҡарма комитетына рәйес итеп тәғәйенләнгән Альберт Мифтахов. — Әгәр урындағы власть бурысын еренә еткереп үтәмәй икән, был шунда уҡ һайлау һөҙөмтәләрендә сағылыш таба. Декабрҙәге тауыш биреү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Президент һәм губернаторҙар абруй яулаған төбәктәрҙә генә “Берҙәм Рәсәй” партияһы өсөн тауыш биреүселәр күп, ә етәкселәр йәмғиәтте ҡәнәғәтләндермәгән урындарҙа — киреһенсә. Тимәк, фирҡә абруйына ҡарап түгел, ә аныҡ эштәре менән еңә.
Альберт Мифтаховтың фекеренсә, артабан да ошолай дауам итһә, партия көсһөҙләнәсәк һәм уның йоғонтоһо кәмегәндән-кәмейәсәк. Һайлаусылары ла аҙаясаҡ. Партия дәғүәселек шарттарында эшләргә бурыслы, бынан ул үҙе лә, халыҡ та, ил дә файҙа ғына күрә. “Берҙәм Рәсәй” етәкселеге, ошоно иҫтә тотоп, яңырырға тигән ҡарарға килгән. Башҡортостан төбәк башҡарма комитетында был үҙгәреште рәйесте алмаштырыуҙан башларға булдылар, ахырыһы. Шуға элекке оппозиционер һәм билдәле политологтың етәксе итеп ҡуйылыуы бер ҙә аптыратмай кеүек.
Яңы рәйес журналистарға партияның киләсәген нисек күреүе тураһында бәйән итте.
— Мин оппозицияла булған саҡта власты тәнҡитләү менән генә шөғөлләнмәнем. Ҡулымдан килһә, быны ошолай, тегене былай эшләр инем, тигән уйҙар күп булды. Хәҙер төбәк бүлексәһенең башҡарма комитетына етәкселек итеүҙе ышанып тапшырғастар, шул саҡтағы уйҙарымды тормошҡа ашыра башлармын, — тине ул.
Әле илдә һайлау буйынса ҡануниәт үҙгәрҙе һәм яңы партияны теркәү өсөн элекке кеүек 40 мең түгел, ә 500 кеше лә етә. Был илдә ваҡ фирҡәләрҙең ныҡ артыуына, шул уҡ ваҡытта элекке ҙур партияларҙа ағзаларҙың бер ни тиклем кәмеүенә килтерәсәк. Альберт Мифтаховтың әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй”ҙән кешенең күпләп китеүе тураһында һүҙ бармай.
— Партия ағзаларының һаны барыбер артыуын дауам итәсәк, быны тәбиғи үҫеш тип атарға мөмкин. Ә кешене көсләп йәлеп итеүҙе туҡтатасаҡбыҙ, — тине ул.
Бөгөн партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 86 мең тирәһе ағза иҫәпләнә. Йыл да мең ярым-ике мең кешегә артыу күҙәтелә. “Берҙәм Рәсәй”ҙең республика кимәлендәге төп нигеҙе партия барлыҡҡа килгәндең тәүге йылдарында уҡ тупланған.
Әлеге сәйәси фирҡәне дәүләт хеҙмәткәрҙәре менән эшҡыуарҙарҙың партияһы тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ, әммә был ысынбарлыҡҡа тура килмәй булып сыҡты. Баҡһаң, ағзалар араһында чиновниктар ни бары 11 процент тәшкил итә, ә бизнес вәкилдәре уларҙан саҡ ҡына күберәк. Асыҡланыуынса, күпселеге, йәғни 47 проценты — интеллигенция вәкилдәре: уҡытыусылар, табиптар... Альберт Мифтаховтың әйтеүенсә, ағзаларҙың күпселеге бөгөн партия тормошонда бер нисек тә ҡатнашмай һәм уға йоғонто яһамай. Яңы рәйес уларҙы ла эшләтеүҙе үҙенең төп бурысы итеп күрә.
Альберт Линар улы “Берҙәм Рәсәй”ҙең оппозиция менән хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген билдәләне. “Барлыҡ конструктив сәйәси көстәр менән эшлекле бәйләнештә торасаҡбыҙ. Хатта союздарға һәм альянстарға инергә лә әҙербеҙ”, — тине ул. Был йәһәттән эш әле үк бара. Мәҫәлән, власть структураларында һәм хатта “Берҙәм Рәсәй”ҙең үҙендә лә элекке оппозиционерҙар эшләй башланы. Шуға күрә республикалағы һәм илдәге хәлдәрҙе нигеҙле тәнҡитләп, уларҙы икенсе төрлө хәл итеү юлын тәҡдим итеүселәрҙең фекеренә һәр саҡ ҡолаҡ һалалар.
— Ундайҙарҙан тыш, беҙҙә даими оппозицияла тороусы, бөтөн нәмәгә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, сүп өйөргә яратыусы кешеләр ҙә юҡ түгел, — ти башҡарма комитет рәйесе. — Эйе, улай рәхәт, сөнки бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ юҡ. Барлыҡ башланғысҡа ҡаршы төшөп йөрөүе еңел ул. Минеңсә, улар — маргиналдар.
Май аҙағында йәки июнь башында “Берҙәм Рәсәй” ил күләмендә үҙенең сираттан тыш съезын үткәрергә йыйына. Ул декабрҙә һәм мартта үткән ике һайлауға йомғаҡ яһауға арналасаҡ.
— Илдә һайлау системаһы үҙгәрә, был партияларға ла, төбәк башлыҡтарын һайлауға ла ҡағыла. Төбәк парламенттарына депутаттар һайлау буйынса шарттар үҙгәрәсәк, урындағы үҙидара органдарына вәкәләтте күберәк биреү хаҡында ла һүҙ йөрөй, — тине Альберт Мифтахов. — Был осраҡта партияның эшмәкәрлек йүнәлештәре лә үҙгәрергә тейеш. Шуға күрә съезға йыйылыу, үткәндәргә анализ яһау һәм киләсәккә пландар билдәләү — көнүҙәк мәсьәлә.
Съезд барышында партияның Генераль Советында етди генә үҙгәреш булыуы көтөлә. Мәҫәлән, унан элекке сәйәсмәндәрҙең китеүе күҙаллана. Ҡасандыр бик ҙур абруйға эйә булған төбәк башлыҡтары Генераль Советтың бөгөнгө ҡалыптарына ярарлыҡ түгел.
Партия өсөн мөһим сараны ойоштороу буйынса ла үҙ фекерҙәрен әйтте яңы рәйес. Ул съезды шаҡтай юғары кимәлдә үткәреүгә риза түгел. Бындай сараларҙы ябайыраҡ итергә, эшлекле форум кимәленә төшөрөргә кәрәк, тине ул. Альберт Мифтаховтың фекеренсә, делегаттар һайлауға ла етдиерәк ҡарау мөһим. КПСС заманынан ҡалған йола буйынса партия съездарына ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен һәм эшселәрҙе саҡырыуҙан фәтүә күрмәй ул.
Дөйөм алғанда, “Берҙәм Рәсәй” үҙгәрештәргә аяҡ баҫырға тора. Яңы рәйес атап үткән бурыстар тормошҡа ашыр кеүек.
Ә. ИЛДУСОВА.