Тәүге ултырыш, тәүге бурыстар05.01.2018
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының 2018 йылда тәүге ултырышы булды. Уны Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов үткәрҙе. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләр — Яңы йыл байрамы осоронда йәмәғәт именлеге һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың эше. Улар буйынса Премьер-министр урынбаҫарҙары Марат Мәһәҙиев менән Николай Хорошилов сығыш яһаны.
— Былтыр республикала 4085 янғын булған. Был күрһәткес элгәре йыл менән сағыштырғанда 1,5 процентҡа кәмерәк, — тине Марат Мәһәҙиев. — Һәләк булғандар һаны ла түбәнәйгән. Яңы йыл байрамы осоронда, 2017 йылдың 22 декабренән 2018 йылдың 10 ғинуарына тиклем, республикала янғынға ҡаршы хеҙмәттәр әҙерлеге юғары кимәлдә буласаҡ. 30 декабрҙән 2 ғинуарға тиклем Башҡортостанда 70 янғын сыҡҡан, дүрт кеше һәләк булған (былтыр 17 кеше). Республика юлдарында 28 юл һәләкәтендә биш кеше һәләк булған, 30-ы имгәнгән.
Хөкүмәт Премьер-министры йәмәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге эште көсәйтеү бурысын ҡуйҙы.
— Ял дауам итә, ошо арала көндәрҙең һалҡынайыуы көтөлә, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Беҙҙең дөйөм бурыс — янғынға юл ҡуймау. Иҫкәртеү сараларын да көсәйтеү шарт!
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары юғары әҙерлек тәртибендә эшләй. Авария була ҡалһа, 500-ҙән ашыу бригада йәлеп ителәсәк, резервтағы 297 электр сығанағы, 44 мең тонна яғыулыҡ әҙерләнгән.
Ҡар таҙартыу техникаһы ла тулыһынса әҙер. Өфөлә генә – 410, бөтә республика буйынса 845 берәмек техника юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға сығырға әҙер. Ошо арала Өфөлә эшләү өсөн 49 техника һатып алыу күҙаллана.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов әйтеүенсә, тармаҡ штат тәртибендә эшләй. Ни бары өс ғәҙәттән тыш хәл күҙәтелгән: 30 декабрҙә Өфөнөң Орджоникидзе районында һыу тәьминәтендә бер сәғәткә өҙөклөк булған, 31 декабрҙә Бөрйән районындағы – 15 йортта, 1 ғинуарҙа иһә Саҡмағош районында 36 йортта ут һүнгән.
Премьер-министр Президиум ағзаларын Яңы йыл алдынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәғәйенләгән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары менән таныштырҙы. Андрей Трухан бер үк ваҡытта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе буласаҡ. Ошоға бәйле Хөкүмәт ағзалары араһындағы бурыстар бүленешенә үҙгәреш индерелде. Николай Хорошилов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен көйләйәсәк, Андрей Трухан иһә төҙөлөш, архитектура, ҡала төҙөлөшө, транспорт, юл хужалығы һәм металл булмаған продукция етештереү мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк. Яңы вице-премьерға шулай уҡ Башҡортостан милкенә тапшырылған Ҡырымдағы “Юбилей” балалар шифаханаһын реконструкциялау бурысы ла йөкмәтелде.
Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына етәкселек итеүҙе Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновҡа ҡайтарырға ҡушты.
А. ХӘЛИЛОВ.