Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәйҙең алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау алдынан һуңғы матбуғат конференцияһын үткәрҙе. “Интерфакс” мәғлүмәт агентлығына журналистар менән осрашыуға комиссияның рәйес урынбаҫары Наилә Алтынова һәм секретары Марина Долматова килде.
Республикала һайлау алды кампанияһы тыныс, ғауғаһыҙ бара, етди дәғүәләр юҡ. Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлегендә беҙҙең республиканан 92 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 88-е илдең иң юғары закон сығарыу органына инеүгә тәүге тапҡыр дәғүә итә. Араларында 12 ҡатын-ҡыҙ бар.
Тауыш биреүселәр өсөн Башҡортостанда 3 миллион 67 мең 700 бюллетень нәшер ителгән, уларҙың 22 проценты башҡорт һәм татар телдәрендә баҫылған. Һайлау участкаларының 178-ендә тауыш биреү бюллетендәрен эшкәртеүсе электрон ҡорамалдар файҙаланыласаҡ. Бының өсөн комиссияла эшләүсе 530-лап кеше махсус уҡытылған.
Әйткәндәй, халыҡҡа мәғлүмәт биреү өсөн Үҙәк һайлау комиссияһы 4 декабргә тиклем “ҡыҙыу элемтә” үткәрә. Һорауҙарығыҙ булһа, 8-800-347-54-54 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ.
Даян МӘЖИТОВ