Үткән аҙнала ил Президенты Владимир Путин ун өсөнсө тапҡыр Рәсәй һәм донъя журналистары менән осрашты. Сираттағы матбуғат конференцияһы айырыуса иғтибар үҙәгендә булды — ни тиһәң дә, Рәсәй лидеры хәбәрселәрҙең һорауҙарына дәүләт башлығы вазифаһына кандидат булараҡ тәүгә яуап бирә. Шуға һорауҙарҙың күпселеге илдең сәйәси, социаль торошона, иҡтисади хәүефһеҙлегенә, Президент һайлауына, сит илдәр менән мөнәсәбәттәргә, Сүриәләге, Украиналағы ваҡиғаларға ҡағылды. Матбуғат конференцияһы дүрт сәғәт тирәһе дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә ил етәксеһе 65 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Барлығы 1640 журналист аккредитация үткән ине. Улар араһында — Рәсәйҙең федераль һәм төбәк баҫмалары хәбәрселәре, шулай уҡ Америка, Бөйөк Британия, Германия, Япония, Словения, Ҡытай, Греция һәм башҡа ил вәкилдәре. Сарала Башҡортостандан да делегация ҡатнашты.“Һеҙ ни өсөн һайлауҙа ҡатнашаһығыҙ?”Элекке матбуғат конференцияларынан айырмалы рәүештә тәүге һорау иҡтисадҡа ла, илдәге теге йәки был сәйәси, социаль хәл-ваҡиғаларға ла түгел, Президент һайлауына ҡағылды. “Һеҙ ни өсөн һайлауҙа ҡатнашаһығыҙ? Маҡсатығыҙ ниндәй, Рәсәй өсөн ниндәй эштәр атҡарырға теләйһегеҙ һәм мөҙҙәтегеҙ аҙағында уны ниндәй итеп күрәһегеҙ?” тигән тәүге һорауға дәүләт башлығы былай тип яуапланы: “Беләһегеҙме, Рәсәйҙе ниндәй итеп күрергә теләүем хаҡында төрлө сараларҙа, әңгәмәләрҙә күп һөйләнем. Тағы бер тапҡыр әйтәм: ул киләсәккә ынтылырға, заманса, сәйәси һығылмалы булырға, юғары иҡтисади технологияларға нигеҙләнеп төҙөлөргә, хеҙмәт етештереүсәнлеге күп тапҡырға артырға тейеш.
Әлегә мин һайлау алды программаһы хаҡында һөйләргә теләмәҫ инем. Программам бар. Ҡабатлап әйтәм: әле уның менән таныштыра торған формат түгел. Ләкин властың да, йәмғиәттең дә иғтибары тупланырға тейешле мөһим мәсьәләләрҙе һанап үтәм. Атап әйткәндә, улар – инфраструктураны, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты үҫтереү, юғары технологиялар, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу. Быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, халыҡтың килемен арттырыуға йүнәлтелергә тейеш”.
Туған телдәр йәшәйәсәк!“Милли мәсьәлә өлкәһендә бер ниндәй киҫкенлек юҡ”, — тип белдерҙе Рәсәй Президенты ҙур матбуғат конференцияһында мәктәптәрҙә милли телдәрҙе өйрәнеү буйынса һорауға яуап биреп.
“Маҡсатыбыҙ – бөтә балаларға ла, Рәсәй Федерацияһының ниндәй биләмәһендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, киләсәк тормошо өсөн бер тигеҙ шарттар булдырыу, — тип билдәләне дәүләт башлығы. — Кешеләрҙең милли телдәрҙе белеүе бик мөһим тип уйлайым. Халыҡты татар, мари, чечен, яҡут, башҡа туған телдәр өйрәнеү мөмкинлеге менән тәьмин итергә кәрәк. Хоҙайға шөкөр, бындай телдәр беҙҙә байтаҡ. Мәҙәни һәм тел төрлөлөгө – был беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм байлығыбыҙ. Уға, бер һүҙһеҙ, булышлыҡ итергә кәрәк”.
Өфөнән һорауВладимир Путинға Өфө журналисы, “Йәмәғәт электрон гәзите” вәкиле Станислав Шахов та һорау бирҙе. Яҡташыбыҙҙың һорауы илдә һалым реформаһы уҙғарыуға ҡағылды. Уның әйтеүенсә, йыйылған һалым иғәнәһе күләменең күп өлөшө төбәктәрҙә ҡалдырылған хәлдә, уларҙың үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр ине. Әлегә төбәктәр Мәскәүҙән субсидиялар һорарға мәжбүр, тине журналист.
“Үткән аҙнала ғына ошо мәсьәләгә кире ҡайттыҡ. Төбәктәрҙең бурысын реструктуризациялау буйынса ҡарар ҡабул иттек.
Беҙ, кешеләр ҡайһы төбәктә генә көн итмәһен, улар яҡынса бер кимәлдә йәшәргә тейеш тигән принциптан сығып эш итәбеҙ. Был — бик ҡатмарлы ғәмәл, әлбиттә. Субъекттар төрлөсә үҫешкән. Шуға күрә бюджеттарҙы тигеҙләү менән шөғөлләнергә мәжбүрбеҙ. Һөҙөмтәлә тиҫтә йылдар буйына ҙур ресурстар һалынған төбәктәр үҙаллы түгел. Донор төбәктәрҙән (әле уларҙың һаны 12) Рәсәйҙең башҡа субъекттарына аҡсаны ҡабаттан бүлеү ғәҙел. Беҙ быны һаҡ ҡына, донор төбәктәрҙең үҙ иҡтисадын артабан үҫтереү теләген бөтөрөргә тырышмайынса ғына эшләйбеҙ.
Реструктуризациялауға килгәндә, әйтеп үткәнемсә, илдәге барлыҡ төбәктәрҙең дә тиерлек ете йылға кредит бурысы шарттарын үҙгәртергә хәл ителде. Был төбәктәргә 430 миллиард һум күләмендә аҡса алырға мөмкинлек бирә. Улар финанс йәһәтенән һауыҡтырыуға һәм социаль, иҡтисади үҫешкә йүнәлтелергә тейеш. Коммерция банктарында Рәсәй төбәктәренә юғары процент менән кредит биреүҙе туҡтатырға кәрәк. Нимә күрәбеҙ? Дәүләттән түбән ставка менән кредит алыу мөмкинлеге лә бар бит. Юҡ, улай эшләмәйҙәр. Ни өсөн? Властар һәм коммерция банктары араһында килешеү бар. Коммерция банкы билдәле бер параметрҙар буйынса эшҡыуарлыҡ структураларына аҡса бирмәй. Төбәктәргә иһә ҡуш ҡуллап. Ни өсөн? Сөнки дәүләттең уларҙы тәьмин итерен белә. Аҡсаны еңел генә алалар, ә эҙемтәләре тураһында бөтөнләй уйланмайҙар. Сикләү индерергә кәрәк. Минең бер кем менән дә ошо хаҡта һөйләшкәнем юҡ ине. Беҙ быны эшләргә тейеш, тип уйлайым”, – тине Владимир Владимирович.
Ғөмүмән, матбуғат конференцияһы эшлекле шарттарҙа үтте. Асыҡ һорауҙар, аныҡ яуаптар яңғыраны...
Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:– Дәүләт башлығының үтеп барған йыл йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашыуы Рәсәйҙең генә түгел, шулай уҡ бөтә донъяның киң йәмәғәтселегендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Владимир Путин, киң мәғлүмәт вәкилдәрен “беҙҙекенә” һәм “һеҙҙекенә” айырмайынса, мөмкин тиклем асыҡ аралашты, уларҙың һорауҙарына тулы яуап бирҙе. Осрашыуҙа илебеҙ журналистарының ғына түгел, шул иҫәптән оппозиция һәм сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең дә һорауҙары буйынса күп кенә көнүҙәк мәсьәләләр яңғыраны.