Ҡануниәттәге яңылыҡтар19.12.2017
l “Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында”ғы Закондың 4-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан оло йәштәге, яңғыҙ йәшәгән, эшләмәгән торлаҡ биналары милекселәренә, шулай уҡ пенсия йәшендәге эшләмәгән граждандарҙан ғына торған ғаилә составында йәшәгән торлаҡ биналары милекселәренә, әгәр улар 70 йәшкә етһә — 50 процент, 80 йәшкә етһә 100 процент күләмендәге компенсация биреү ваҡытын 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу тәҡдим ителә.
l “Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында” Закондың 21-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан 21-се статьяны түбәндәге положение менән тулыландырыу тәҡдим ителә. Бынан ары капиталь төҙөлөш объекттарын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу (технологик тоташтырыу) тәртибен көйләгән ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы газ бүлеү һәм газ ҡулланыу селтәрҙәрен төҙөгәндә һәм (йәки) реконструкциялағанда төҙөлөшкә рөхсәт биреү талап ителмәй (төҙөү һәм реконструкциялау Рәсәй бюджет аҡсаһы иҫәбенә финансланған объекттарҙан тыш).
l “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында” Закондың 2-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан инвалид һайлаусыларҙың, референдумда ҡатнашыусыларҙың һайлау хоҡуҡтарын, референдумда ҡатнашыу хоҡуғын тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлектә һайлау комиссияларына, референдум комиссияларына булышлыҡ итеү хоҡуғын инвалидтарҙы социаль яҡлау һәм уларға социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһендәге республика дәүләт власы органдарына биреү тәҡдим ителә.
l “Башҡортостан Республикаһының “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында” кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияларҙың ҡарарҙарын һәм күрһәтмәләрен үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ индереүҙе күҙҙә тота.
l “Һалымдар хаҡындағы Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан республика Хөкүмәте менән дәүләт-шәхси партнерлыҡ килешеүен йәки концессия килешеүен төҙөгән һалым түләүселәр өсөн ойошмалар милкенә һалым буйынса ташлама билдәләү күҙҙә тотола. Ташламаның ғәмәли срогы килешеү ваҡыты менән сикләнә. Шулай уҡ һалым ташламалары күләмен билдәләгәндә капитал һалыуҙарҙы раҫлау срогын өс йылдан биш йылға тиклемгә арттырыу тәҡдим ителә.
l “Башҡортостан Республикаһының “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында” кодексының 8.5-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан ошо статьяла билдәләнгән хоҡуҡ боҙоу составын аныҡлау тәҡдим ителә. Үҙгәрештәргә ярашлы, тотҡарланған, махсуслаштырылған туҡталҡаға алып барылған транспорт сараларын иҫәпкә алыу талаптарын, шулай уҡ махсуслаштырылған туҡталҡалар хаҡында һәм махсуслаштырылған туҡталҡаларға алып барылған һәм уларҙа һаҡланған транспорт саралары тураһында мәғлүмәт биреү тәртибен боҙған өсөн яуаплылыҡ билдәләнә. Шулай уҡ ошо Кодекстың 27.13-сө статьяһының 9-сы өлөшөндә билдәләнгән айырым осраҡтарҙы күҙҙә тотоу тәҡдим ителә. Закон проекты шулай уҡ транспорт өлкәһендә республика дәүләт власының вәкәләтле башҡарма органы тарафынан билдәләнгән тотҡарланған транспорт сараларын алып барыуға һәм һаҡлауға киткән сығымдарҙы түләү срогын боҙған өсөн яуаплылыҡ билдәләй.
l “Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөү эшмәкәрлеген көйләү тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты тарафынан “Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөү эшмәкәрлеген көйләү тураһында” Закондың 5-се һәм 12-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тәҡдим ителә. Үҙгәрештәр урман ҡасабаларынан йәки хәрби ҡаласыҡтарҙан барлыҡҡа килтерелгән ауыл һәм ҡала сиктәрен билдәләү өсөн, шулай уҡ күсемһеҙ милек объекттары урынлашҡан ер майҙандары сиктәрен аныҡлау өсөн талаптар билдәләү, ошо сиктәрҙе билдәләү өсөн ойошторолған комиссияның вәкәләттәрендә һәм составында үҙгәрештәр индерелде.
l “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә хеҙмәт баҙарының төбәк үҙенсәлектәрен сағылдырған коэффициентты билдәләү тураһында”ғы Закондың 1-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында” закон проекты хеҙмәт эшмәкәрлектәрен Рәсәй Федерацияһында патент нигеҙендә тормошҡа ашырған сит ил граждандары килемдәренә һалым һалыуҙы хоҡуҡи көйләү буйынса Башҡортостан Республикаһының вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде. Закон проекты тарафынан хеҙмәт баҙарының төбәк үҙенсәлектәрен сағылдырған коэффициентты 2018 йылға 1,729 933 күләмендә билдәләү тәҡдим ителә. Был осраҡта граждандарҙың килеменә һалынған аванс түләүе 3 500 һум тәшкил итәсәк.