Әгәр эшләһәң ҡаза, оҙаҡ көттөрмәҫ яза08.12.2017
Әгәр эшләһәң ҡаза, оҙаҡ көттөрмәҫ язаТәртип боҙоу төрлө кимәлдә була һәм уға ҡарата яза ла төрлөсә, ләкин барлыҡ ваҡ-төйәк яҙыҡ эш менән судтар шөғөлләнә алмай, уларҙың бурыстары бихисап. Шул сәбәптән ҡайһы бер хөкөм ҡарары айҙар буйы әҙерләнә. Шуға күрә муниципаль округтарҙа административ комиссиялар төҙөлгән дә инде. Улар бөгөн нисек эшләй, ҡануниәттең “йоҡлап ятмауы” өсөн нисек яуап бирә? Күптән түгел республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҙғарылған парламент ултырышы шуға арналды.


Ул, нигеҙҙә, 2004 йылдың 22 ғинуа­рын­да ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһындағы административ комиссиялар тураһында”ғы Закондың үтәле­шен тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны.
– Бөгөнгө парламент ултырышы өсөн тема осраҡлы һайлап алынманы, – тине төп доклад менән сығыш яһаған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд мәсьәлә­ләре буйынса комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев. – Беренсенән, административ комиссиялар тураһындағы ҡануниәт бынан 13 йыл элек ҡабул ителгән һәм күп төшөн­сәләр буйынса заман талаптарына тап килеп бөтмәй, шул иҫәптән – урындағы үҙидараның дөйөм хоҡуҡтары буйынса унан күпкә һуңыраҡ барлыҡҡа килгән за­кон­ға ла. Икенсенән, федераль ҡануниәттә ошо йүнәлештә байтаҡ үҙгәрештәр ҡабул ителде. Өсөнсөнән, был ҡануниәттең ғә­мәл­дәге ҡулланылышы байтаҡ хәл-ваҡи­ғаларҙа үҙенең көсөн юғалтты. Дүртенсе­нән, һуңғы йылдарҙа административ комиссияларҙың эш күләме ныҡ артты һәм шул сәбәпле уларҙың эшмәкәрлегенең йоғонтололоғо кәмей.
Ә эш күләме, ысынлап та, ҙур: 2015 йылда бындай комиссиялар 38,8 мең кешенең хоҡуҡ боҙоу осрағын тикшерһә, былтыр ошо күрһәткес 45,4 меңгә еткән, йәғни үҫеш 18 процент тәшкил иткән. Ундай комиссиялар, тәғәйен муниципаль биләмәлә “административ хоҡуҡ боҙоу” тип аталған күренешкә ҡаршы көрәшеү өсөн ойошто­рол­ған орган булараҡ, беҙҙең илдең хо­ҡуҡи үҫешендә мөһим роль уйнай. Бынан тыш, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 70-кә яҡын дәүләт власы ойошмаһы административ ҡануниәттең үтәлеше буйынса вәкәләткә эйә. Башҡарма власть учреждениеларынан тыш уларға шулай уҡ мировой судья­лар, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссиялар һәм башҡалар инә.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: Рәсәй ҡануниәте ошондай комиссиялар ойоштороу өсөн ниндәйҙер нигеҙ йәки шарттар билдәләмәй, шуға күрә лә улар тураһын­дағы ҡарарҙы Рәсәй Федерацияһы субъект­тары үҙаллы хәл итә, был осраҡта тө­бәк­тәр ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫ­кәр­теү буйынса элек шул уҡ ҡалала йәки районда эшләгән комиссияларҙың тәжри­бәһенә таяна.
Ә тәжрибә аҙ түгел: тәүге административ комиссиялар РСФСР-ҙа 1929 йылда уҡ барлыҡҡа килгән. 1961 йылда СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән бындай комиссияларҙы халыҡ депутатта­рының һәр урындағы Советында ойош­торорға ҡушыла.
Бөгөнгө административ комиссиялар­ҙың хоҡуҡи статусы, Виктор Пчелинцев раҫлауынса, элекке РСФСР ҡануниәте менән сағыштырғанда күпкә тарыраҡ. Улар фәҡәт Рәсәй субъекты закондарында ҡаралған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы ҡарай ала һәм субъект ҡануниәте рөхсәт иткән сиктәрҙә генә эш итә, йәғни федераль закон­дарҙа ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы тикшерергә вәкәләтле түгел.
– Бынан тыш, федераль ҡануниәт административ комиссиялар эшмәкәрле­генең нигеҙ ҡағиҙәләрен дә, хоҡуҡтарын да билдәләмәгән, – ти депутат. – Ә был иһә Дәүләт Думаһының ошо эшкә иғтибар биреп еткермәүен күрһәтә. Һөҙөм­тәлә бындай комиссияларҙың эшендә әленән-әле ҡатмарлыҡтар тыуып тора, шул иҫәптән федераль башҡарма власть органдары менән мөнәсәбәттә лә. Ҡануни нигеҙҙә уларҙы хәл итеп булмай.
Беҙҙең республикала 69 административ комиссия эшләй, шуларҙың 54-е – муниципаль райондарҙа, етәүһе – ҡала округтарында, шунса уҡ – Өфөлә һәм берәүһе Межгорье территориаль округында. Әлеге парламент ултырышына әҙерлек барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ошо комитеты Өфөлә, Миәкә районында һәм Салауат ҡалаһында кәңәшмәләр үткәрҙе. Уларҙа ошо төбәктәргә яҡын муниципаль берәмектәрҙең административ комиссиялар етәкселәре лә, Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты, рес­пуб­ликаның Финанс һәм Эске эштәр министрлыҡтары, Суд приставтары хеҙмә­те вәкилдәре лә ҡатнашты. Был административ комиссиялар тураһындағы ҡану­ниәттең үтәлешен урындағы шарттарға мөмкин тиклем тығыҙыраҡ яраҡлаштырыу маҡсатында башҡарылды.
Тикшереү һәм фекер алышыуҙар барышында Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының байтаҡ статьяларының эшләмәүе асыҡланды. Улар араһында – халыҡты пассажир автомобиль транспорты менән хеҙмәтлән­дереү, транспортта йәмәғәт тәртибен бо­ҙоуҙы иҫкәртеү, һыу объекттарында ке­ше­нең ғүмерен һаҡлау ҡағиҙәләре, урам­дағы төрлө коммуникация ҡоҙоҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, мөлкәтте һәр төрлө рөхсәтһеҙ яҙыуҙарҙан һәм һүрәткә төшөрөүҙән һаҡлау тураһындағы ҡанун­дар.
Шул уҡ ваҡытта административ комиссиялар төҙөгән протоколдарҙың күпселек өлөшө төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен үтәмәү­гә, төнгө тыныслыҡты боҙоуға, ғаиләлә ыҙ­ғыш сығыуға, мал көтөү тәртибен күҙәтмәүгә ҡарай. Район һәм ҡалаларҙағы кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ваҡ тәртип боҙоуҙар өсөн ҡаралған язаның артыҡ ҡаты булыуын да билдәләне. Ни өсөн, мәҫәлән, беренсе осраҡта иҫкәртеү менән генә сикләнмәҫкә? Виктор Пчелинцев, парламент ултырышында ҡатнашыусы­ларҙың был тәҡдимгә риза булыуына өмөт итеүен белдереп, залда ултырғандарҙың ғына түгел, ә район һәм ҡалаларҙан килгән башҡа төрлө тәҡдимдәрҙе лә комитеттың иғтибар менән ҡараясағын вәғәҙәләне.
Административ комиссияларҙың составы буйынса ла аныҡ ҡына ҡағиҙәләр юҡ, һәр муниципаль берәмек уны үҙаллы хәл итә. Шуға ла, анализ күрһәтеүенсә, улар­ҙың составы һәм ағзалар һаны төр­лөсә. Күп кенә муниципалитеттарҙа бындай комиссияларға хакимиәт башлығы урынбаҫары етәкселек итә. Балаҡатай, Миәкә һәм башҡа ҡайһы бер райондарҙа административ комиссиялар составына ауыл биләмәләре башлыҡтарын да индерәләр. Парламент ултырышында, был ғәмәлдең ыңғай миҫал булыуын билдәләп, өлгөнө бүтән ра­йон­дар­ға ла тәҡдим иттеләр.
Комиссияла ағза булып ултырыу ғына эште хәл итмәй, әлбиттә, сөнки был кеше­нең тейешле белем кимәле һәм профессиональ оҫталығы ла булыуы мотлаҡ. Ошо талаптар бигерәк тә уның рәйесенә һәм яуаплы секретарына ҡағыла. “Был комиссияла юридик белемле кешеләрҙең күберәк булыуы маҡсатҡа ярашлы, бик булмаһа, яуаплы секретарь юрист бу­лыр­ға тейеш” – ошо фекер менән сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ризалашты. Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарында был шарт ҡануни нигеҙҙә нығы­тыл­ған икән. Шуны иҫәпкә алып, Виктор Пчелинцевтың телмәрендә Башҡорт­остан­дың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетына һәм Башҡортостан Респуб­ликаһының муниципаль берәмектәре советына административ комиссияларҙың өлгө ҡағиҙәләрен эшләргә тәҡдим ителде. Халыҡ араһында хоҡуҡ буйынса иҫкәртеү эше алып барғанда бындай комиссия­лар­ҙың әһәмиәтен күтәреү, уның эшмә­кәрле­генең асыҡлығын тәьмин итеү ҙә өлгөрөп еткән мәсьәләләр булып тора.
“Урындағы үҙидара органдарына административ комиссиялар булдырыу һәм уларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт вәкәләттәре биреү тураһында”ғы Законға ярашлы, райондарға һәм ҡалаларға был комиссияларҙы аҫрау буйынса финанс та бүленә. Бөгөн Өфө ҡалаһы райондарына һәм Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына административ комиссия секретары вазифаһы өсөн эш хаҡы бирелә. Ун ике муниципаль районға был вазифаның ярты ставкаһы, ҡал­ған­дарына 0,25-әр ставка тапшырылған.
– Район етәкселәренән йыш ҡына административ комиссия эшмәкәрлеген дәртләндереү сараларының булмауына зарланыуҙы ишетергә тура килә: йәнәһе, барлыҡ штрафтарҙың республика ҡаҙна­һына күсеүе отошло түгел, – ти Виктор Пчелинцев. – Шул уҡ ваҡытта былтыр дәүләт ҡаҙнаһына ингән штраф аҡсаһына анализ башҡаны күрһәтә. 2012 йылда уҡ әле һалым һәм бюджет ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелгәйне. Уларға ярашлы, муниципаль норматив хоҡуҡи акттарҙы боҙған өсөн алынған штраф тулыһынса ошо район йәки ҡаланың бюджетына күсе­релә. Анығыраҡ әйткәндә, әгәр ҙә муниципаль биләмәлә административ яуаплы­лыҡ ҡаралған хоҡуҡи акттар ҡабул ителгән икән, уларҙы боҙған өсөн штраф та урын­дағы ҡаҙна файҙаһына була. Тимәк, һа­ман­ға саҡлы ошондай акттар ҡабул ител­мәгән төбәктәр бар икән, уларға тейешле ҡануни сара күрергә бер кем дә ҡамасау­ламай. Был йәһәттән Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары­ның тәжрибәһен өйрәнергә саҡырҙылар.
Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле урындағы үҙидара органдарының административ комиссиялар ойоштороу һәм уларҙың тейешле эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса ниндәй саралар кү­рер­гә тейешлеге тураһында һөйләһә, финанс министры урынбаҫары Азамат Әбдү­ковтың сығышы ошо органдың йоғонто­лолоғон күтәреүгә арналғайны. Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалалары, Миәкә, Учалы, Стәрлебаш, Яңауыл район­дарының хакимиәт башлыҡтары үҙҙәре етәкселек иткән муниципаль биләмәләр­ҙәге ошо йүнәлештәге эш тәжрибәһе һәм проблемалары менән таныштырҙы.
Парламент ултырышында прокуратура, Суд приставтары хеҙмәте, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы вәкил­дәренең сығышында республикалағы административ комиссиялар эшен көйләргә тейешле ҡануниәтте тормошҡа ашырыуҙа тыуған проблемаларға иғтибар йүнәлтте. Шул уҡ ваҡытта бөгөн протоколдар һаны артынан ҡыумау, ә эштең сифатын күҙ уңы­нан ысҡындырмау кәрәклеге лә бил­дәләнде. Һүҙ барлыҡ ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү, һалынған штрафтарҙың тулыһын­са түләнә барыуы, төрлө ойошмаларҙың үҙ-ара килешеп эшләүе, иҫкәртеү эше тураһында бара. Административ комиссияларҙың эшенә контроль дә булырға тейеш, шуға күрә уларҙың йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау саралары уҙғарғанда Эске эштәр министрлығының һәм Суд приставтары хеҙмәтенең урындағы вәкилдәрен саҡырырға тәҡдим ителде.



Вернуться назад