— Башҡортостандың дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙә ҡайһы бер норматив хоҡуҡ акттары федераль ҡануниәткә һәм билдәләнгән талаптарға тап килмәгән положениеларҙы үҙ эсенә ала, — тине Рәсәй Финанс министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Салауат Йәнтүрин.
Был хаҡта ул Рәсәйҙең берҙәм хоҡуҡи киңлеген тәьмин итеү, республика дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидараның норматив хоҡуҡ акттарына һәм уларҙың проекттарына коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәреү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эш төркөмө ултырышында.
Бындай етешһеҙлектәргә Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының ике эште бергә алып барыуға, шулай уҡ тулы булмаған эш ваҡыты йәки тулы булмаған эш аҙнаһы шарттарына ҡағылған 93-сө статьяһының 2-се өлөшө һәм 285-се статьяһының 1-се өлөшө талаптарын боҙоу инә.
Юристарҙың фекеренсә, хеҙмәткәрҙең хеҙмәте өсөн түләү эш ваҡытына, шулай уҡ башҡарылған эш күләменә ҡарап йәиһә хеҙмәт договорында билдәләнгән башҡа шарттар буйынса тормошҡа ашырылырға тейеш.
Хоҡуҡи экспертиза үткәреү барышында идаралыҡ белгестәре Башҡортостан Хөкүмәтенең ете ҡарарында һәм башҡа документтарҙа ҡаршылыҡтар булыуын асыҡланы.
А. ХӘЛИЛОВ.