“Социаль дәүләт моделенән — социаль инвестициялар дәүләтенә”05.12.2017
“Социаль дәүләт моделенән — социаль  инвестициялар дәүләтенә”
30 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 47-се ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны


Хөрмәтле депутаттар!
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡорол­тайға Мөрәжәғәтнамә тәҡдим итәм.
Рәсәйҙең төп төбәктәре иҫәбендә Башҡортостандың по­зи­ция­һын артабан нығытыуға, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереүгә, демографик хәлде яҡшыртыуға, республикала йәшәү сифатын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк ғәмәлдәге һәм киләсәккә бурыстарҙы билдәләп үтәм.
Власть, уның бөтә тармаҡтары өсөн иң мөһиме — халыҡ ме­нән һәр саҡ бергә булыу, кешеләр мәнфәғәтендә һәм улар фай­ҙаһына эшләү. Иңебеҙҙә — республика өсөн уртаҡ яуап­лылыҡ, уртаҡ хәстәрлек, дүрт миллиондан ашыу кешенең именлеге. Уларҙың эше, мул тормошо һәм иртәгәһе көнгә ышанысы булырға тейеш.
Алға табан эҙмә-эҙлекле барыу өсөн яҡшы нигеҙ һалынды. Бөгөн Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһының тотороҡло иҡтисадҡа һәм баланслы бюджетҡа эйә булған ныҡлы, уңышлы төбәге. Һуңғы йылдарҙа республика күп кенә төп күрһәткестәр буйынса уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ баҫҡысты биләй, аҙ бурыслы, инвестиция хәүефе түбән төбәктәр төркөмөнә инә. Бөтә социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлә.
Тулайым төбәк продукты, сәнәғәт, ауыл хужалығы күрһәткес­тәре йылдан-йыл яҡшыра. 2010 йыл менән сағыштырғанда, тулайым төбәк продукты — 20 процентҡа тиерлек, сәнәғәт һәм ин­вестиция — өстән бер, аграр сектор 1,5 тапҡырға, бынан тыш, торлаҡ төҙөлөшө күләме — өстән бер, автомобиль юлдарын һалыу ике тапҡырға артҡан.
Ыңғай үҙгәрештәр быйыл да дауам итте. Ун ай эсендә сәнә­ғәт етештереүе индексы 102,3 процент тәшкил итте. Йыйылма бюджет килеме 160 миллиард һумға етте. Табышҡа һалым буйынса керемдәр 14 проценттан ашыуға — 40 миллиард һумға тиклем – артты. Ваҡ сауҙа әйләнеше ике процентҡа тиерлек үҫте. Уртаса эш хаҡы 6,3 процентҡа — 29,3 мең һумға тиклем — артты. Халыҡтың миграцион үҫеше күҙәтелә. Күп кенә ауы­рыу­ҙар буйынса үлем кимәле түбәнәйҙе. Көтөлгән ғүмер оҙай­лылығы тәүге тапҡыр 71 йәш сиген үтте.
Ил етәкселеге республиканың ватан иҡтисадына, фәненә, мәғарифына, мәҙәниәтенә индергән тос өлөшөн юғары баһалай. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙгә, Башҡортостандың барлыҡ эшсәндәренә көндәлек намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм.
Ғәмәлдәге сәнәғәт ҡеүәте республикаға төп бурыстарҙы уңыш­лы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә, әлбиттә. Бөгөн Башҡортостан юғары технологиялы һәм фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән тармаҡтар продукцияһы күләменең яртыһын сығарған төбәктәр тиҫтәһенә инә. Әммә был индустриаль базис донъя иҡтисады үҫешенең инновациялы йүнәлешенә тулыһынса тап килеп етмәй. Әле барлыҡҡа килгән һәм яһалма аңға, био- һәм нанотехнологияларға, робототехникаға, виртуаль ысын­бар­лыҡҡа һәм ген инженерияһына, үҙенсәлекле материалдар, өр-яңы энергия сығанаҡтарын, уны һаҡлау һәм тапшырыу алымдарын файҙаланыуға нигеҙләнгән технологик тормош сәнәғәт етештереүен һәм башҡа эшмәкәрлек өлкәләрен яңыртыу зарурлығын билдәләй.
Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу яңы сифатлы иҡтисадҡа илткән төп факторға әүерелә. Башҡортостан алты пилот төбәк иҫәбендә тейешле федераль программаға инәсәк. Ошондай уҡ төбәк программаһын эшләргә, 2025 йылға унда ҡатнашҡан предприятиеларҙа был күрһәткесте кәмендә 30 процентҡа арт­тырыуҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.
Беҙҙең бурыс — хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса ил төбәктәренең тәүге тиҫтәһенә инеү. Уны тормошҡа ашырыуҙың уңышы күп йәһәттән яңы процестарҙы ғәмәлгә индерәсәк белгестәрҙең компетенцияһына бәйле. Бер үк ваҡытта етештереү базаһын һәм кадрҙар ҡеүәтен нығытыуға инвестиция йәлеп итеү зарур.
Бөгөн һәр биләмәне үҫтереүҙә төп этәргес көс — тәү сиратта хеҙмәт, шул иҫәптән интеллектуаль ресурстар. Республиканың киләсәге ижади һәм инициативалы белгестәрҙең, бөтә өлкәләрҙә ыңғай үҙгәрештәр тәьмин итергә һәләтле йәштәрҙең компе­тен­цияһына, талантына бәйле.
Шул уҡ ваҡытта 90-сы йылдар аҙағындағы демографик көрсөк арҡаһында 35 йәшкә тиклемгеләр һанының 2030 йылға сирек өлөшкә кәмейәсәген иҫәпкә алырға кәрәк. Илдәге бындай шарттарҙа Рәсәй иҡтисады өсөн йәштәрҙең һәр береһе ҡиммәт. Юғары иҡтисад мәктәбе ректоры Ярослав Кузьминовтың фе­керенсә, йәштәр һанын арттырыу мөмкинлеге юҡ икән, технологик һәм социаль инновацияларҙың төп этәргесенә әүерелһен өсөн уларҙың “сифатына” — белеменә, һаулығына, ижади ҡеүә­тенә әүҙем йоғонто яһарға кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер йәштәр йыш ҡына тормошта ауыр хәлдә ҡала, эш эҙләүҙә, ғаилә ҡороуҙа, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡыйынлыҡ кисерә. Һөҙөмтәлә әрәмтамаҡлыҡ кәйефе тыуа, хәүеф төркөмөнә эләгәләр. Бындай хәл илдең яңырыу ихтыяжына яуап бирмәй. Бөгөн алдынғы мәғариф системаһына эйә булған Европа дәүләттәре граждандарҙың уңышҡа өлгәшеү ихтималлығында юғары (90 процентҡа тиклем) күрһәткестәргә өлгәшә. Белем биреү, фән һәм мәҙәниәт, улар ҡуйған ынтылыш­тар, инновацияларға әҙерлек кимәле — республиканың кон­курент­лыҡ ҡеүәһен арттырыу, уның иҡтисадын нығытыу өсөн киләһе тиҫтә йылға төп фактор һәм төп ресурс бына ошолар.
Йәшәү һәм һөнәри йәһәттән һәләттәреңде тулыһынса тор­мошҡа ашырыу мөмкинлеген киңәйтеү мөһим бурысҡа әүерелә. Әле тәү сиратта мохтаждарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән социаль дәүләт моделенән социаль инвестициялар дәүләтенә күсәбеҙ. Бындай дәүләттә халыҡты социаль яҡлауҙың юғары кимәлен һаҡлап ҡалып, бөтә граждандарға белем алыу, һөнәри үҫеш, йәмәғәт һәм иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашыу, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға баҫым яһала. Бындай дәүләт сәйәсәте һәр кемдең компетен­ция­һын, карьера перспективаһын, физик, аң һәм ижади мөм­кин­лектәрен киңәйтеү аша кеше капиталын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин “Рәсәй саҡыра!” форумындағы сығышында билдәләүенсә, ватан иҡтисадының тотороҡлолоғон һаҡлау менән уның үҫешендәге өр-яңы факторҙарға әүҙемерәк булышлыҡ итеү араһында тигеҙ­лекте табырға кәрәк. Бының өсөн ҡаҙна сығымдарын ҡайтанан ҡарау, ресурстарҙы иң элек фәнгә, медицинаға һәм мәғарифҡа инвестиция йәлеп итеүгә туплау мөһим.
Ошо тармаҡтарҙың инновациялары инфраструктураһын, күләмле иҡтисади, социаль программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уларҙың матди-техник, кадрҙар, мәғлү­мәти, технологик базаһын нығытыуҙы дауам итеү шарт.

Хөрмәтле депутаттар!
Бөгөн мәғариф системаһы республиканың глобаль конку­рентлыҡ ҡеүәһен нығытыуҙа, уны юғары квалификациялы яңы быуын белгестәре, заманса компетенциялы эшсе кадрҙар менән тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ошо йүнәлештә бик күп эштәр башҡарыла. Колледждарҙың күпселегендә иң кәрәкле 50 һөнәр һәм белгеслек буйынса өр-яңы федераль дәүләт мә­ға­риф стандарттары ғәмәлгә индерелә. Федераль һәм республика субсидиялары иҫәбенә уларҙың ресурстар базаһын яңыртыу дауам итә.
WorldSkills хәрәкәте, Туймазы индустриаль колледжының “МастерОК” проекты, “Киләсәк командаһы” интернет ресурсы эшсе һөнәренең абруйын күтәреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Бындай башланғыстар һәм ҡыҙыҡлы проекттар, мәҫәлән, “Алтын ҡулдар” селтәрле индустриаль мәктәбе программаһы Мәғариф министр­лығы тарафынан әүҙем хупланырға тейеш.
Төплө уйланылған һөнәри йүнәлеш биреүҙең бөтә уҡыу йорттары өсөн төп темаға әүерелеүе, уҡыусыларҙы һөнәрҙәр, предприятиелар менән виртуаль һәм реаль таныштырыуҙың ҡыҙыҡлы ойошторолоуы мөһим. Тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомство­лары, эш биреүселәр берекмәләре, эшҡыуарлыҡ ошо эшкә ҡушы­лырға тейеш. Дуаль белем биреү сифатын күтәрергә кәрәк. Шул саҡта уҡыу йорттарын тамамлаған студенттар яҡшы технологик әҙерлекле таныш етештереү майҙансыҡтарына киләсәк.
Юғары уҡыу йорттарында белем биреүҙә практика мөмкин­лектәрен файҙаланыу арта бара. Бөгөн дәрестәр универси­теттарҙың предприятиеларҙа урынлашҡан тиҫтәләрсә база кафедраларында үткәрелә. 1,5 мең ойошма менән белгестәр уҡы­тыуға килешеү төҙөлдө. Башҡорт дәүләт университетында, Өфө дәүләт нефть техник университетында, Өфө дәүләт авиация техник университетында инновациялы продукция етештереү технологияһын эшләгән инжиниринг үҙәктәре, лабораториялар ойошторолдо. Быйыл нефть университеты илдә терәк университеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән алдынғыларҙың береһе булды.
Шул уҡ ваҡытта республикала кадрҙар әҙерләү структураһын иҡтисадтың ихтыяждары менән яраштырыу буйынса системалы саралар әлегә тиклем юҡ. Дәүләт власы органдары кимәлендә ошо эшкә тейешле анализ, координация һәм идара юҡ.
Әле Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер субъекттары пилот режимында сәнәғәт үҫешен кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса төбәк стандартын ғәмәлгә индерә. Ул сәнәғәт үҫешен ысын производство талаптарына мөмкин тиклем яҡынайтырға тейеш. Ошо эшкә әүҙем ҡушылырға, тармаҡ министрлыҡтарының, Сауҙа-сәнәғәт палатаһының, республика Эш биреүселәр союзы­ның үҙ-ара эшмәкәрлеген ойошторорға, ә Хөкүмәткә йыл аҙағына тиклем был мәсьәләне хәл итергә, Стратегик башланғыстар агентлығы менән ошо проектта ҡатнашыу буйынса килешеү төҙөргә кәрәк.
Эшсе көсөнә ихтыяжға һәм тәҡдимгә анализ йомғаҡтары буйынса колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында белгеслектәр реестрын яңыртыу, өр-яңы һөнәрҙәр навигаторын төҙөү зарур. Тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары перспективалы кадрҙарға ихтыяжды, тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарын иҫәпкә алып, предприятиеларҙағы хәлде дөрөҫ баһаларға, мәғариф ойошмаларының программаларына кәрәкле үҙгәрештәр индерергә тейеш. Республика Хөкүмәте ҡарама­ғындағы Иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарын кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса ведомство-ара советҡа ошо эште коор­динациялауҙы ойоштороу, аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү бурысын ҡуям.
Республикалағы хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте түбә­нәй­теү өсөн эштән бушатыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәрҙе, рәсми теркәлгән эшһеҙҙәрҙе алдан уҡ уҡытыу ойошторолдо. Респуб­лика Хөкүмәтенә халыҡтың бөтә категориялары өсөн квалификацияны камиллаштырыу йәки ҡайтанан әҙерлек үтеү программаларында ҡатнашыу, бының өсөн төп мәғариф үҙәк­тәрен һайлау хоҡуғын биргән, финанс йәһәтенән тәьмин ителгән белем биреү сертификатын ғәмәлгә индереү буйынса пилот проектын эшләүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр индереү бурысын йөкмәтәм.
Билдәле булыуынса, юғары уҡыу йорттарын һәм кол­лед­ж­дарҙы тамамлаусыларҙың компетенцияһы йыш ҡына эш биреү­селәрҙең талаптарына яуап бирмәй. Һөнәри квалификация­лар­ҙың төбәк милли системаһы сегментын ойоштороу хәлде яйға һалыуҙағы алымдарҙың береһенә әүереләсәк. Уларҙы бо­йон­дороҡһоҙ баһалауҙың биш үҙәге асылды, әммә был ғына етмәй. Илдә төрлө квалификациялар буйынса 28 төрлө совет эшләй, ә беҙҙә иһә шуларҙың етәүһе йүнәлешендә генә ошондай совет ойошторолған. Бөтә тармаҡтарҙа һөнәри стандарттарҙы ғә­мәлгә индереүҙе тиҙләтеү шарт. 2020 йылдан бюджет өлкә­һен­дә уларҙы ҡулланыу мотлаҡ буласаҡ. Министрлыҡтарға һәм ведомстволарға ошо эшкә контроллек итергә кәрәк.
Квалификацияны иҫбатлау зарурлығына бәйле уларҙы өҙлөкһөҙ яңыртыуҙың әһәмиәте арта. Һуңғы өс йылда колледж­дар нигеҙендә ойошторолған ғәмәли квалификациялар буйынса һигеҙ күп йүнәлешле үҙәктә 10 меңдән ашыу кеше уҡып сыҡҡан. Эш биреүселәр берекмәләре, кадрҙар агентлыҡтары һәм мәш­ғүл­лек хеҙмәттәре менән үҙ-ара эш итеү өсөн Өҫтәмә һөнәри бе­лем биреү ойошмалары ассоциацияһы төҙөлдө. Өҙлөкһөҙ белем биреү буйынса тармаҡ үҙәктәрен үҫтереү һәм уларға бу­лышлыҡ итеү, бындай үҙәктәрҙе ҙур компанияларҙың корпоратив университеттары миҫалы буйынса төҙөүгә ярҙам итеү мөһим.
Шулай уҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәк­селәре һәм белгестәре белемен камиллаштырыуға мохтаж. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы нигеҙендәге Республика һөнәри компетенциялар үҙәге киләһе йыл тулы ҡеүәтенә эшләй башларға (шул иҫәптән электрон һәм дистанцияла уҡытыу буйынса) тейеш.
Бөгөн цифрлаштырыу процестары мөһим үҙгәрештәргә сифат йәһәтенән бөтөнләй башҡа динамика биреп, иҡтисадҡа үтеп инә. “Һанлы иҡтисад” федераль программаһына ярашлы, 2025 йылға тиклем һанлы хеҙмәттәрҙең берҙәм баҙарын төҙөү то­то­роҡ­ло иҡтисади күтәрелештең, эшмәкәрлектең бөтә өлкә­ләрендәге йылдам үҫештең төп алымына әүерелергә тейеш.
Быйыл мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, транспорт, “Электрон Хөкүмәт” өлкәһендәге күләмле IT-проекттар һөҙөмтәһендә Баш­ҡортостан төбәктәрҙе мәғлүмәтләштереү рейтингында 31-се урындан етенсегә күтәрелде. “Заманса һанлы белем биреү мө­хите” өҫтөнлөклө проекты нигеҙендә беҙҙә тормошҡа ашырылған модулле система федераль конкурста “Мәғарифтағы IT” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.
Шул уҡ ваҡытта республикала төрлө кимәлдәге мәғариф ойошмаларының асыҡ селтәрҙәге хеҙмәттәшлеген ойоштороуҙы тиҙләтергә кәрәк. Алға киткән күп кенә илдәр электрон университеттар, алдынғы ғалимдарҙың онлайн-курстары мөмкинлеген киң файҙалана. Улар уҡытыуҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә, йәш­тәрҙе йәлеп итеүҙең мөһим алымына әүерелгән. Был йәһәттән беҙҙә үҫеш өсөн ҙур ҡеүәт бар.
Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетына мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә халыҡтың белемен арттырыу буйынса комплекслы программа эшләү бурысын йөкмәтәм. Йәштәргә, компетенцияларын даими киңәйтеү мөмкинлеген биреп, IT-өлкәлә яҡшы белем биреү, ә өлкәндәргә Интернетта эшләү алым­дарын өйрәтеү (ауыл ерендә бөгөн асылған Йәмәғәт файҙаланыуы үҙәктәре нигеҙендәге мобиль хеҙмәттәрҙә), бының өсөн университеттарҙа һәм колледждарҙа уҡытыу структураларын ойоштороу, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын йәлеп итеү зарур.
Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, хоҡуҡ, сит телдәр өлкәһендә компетенция булдырыу ҙа мөһим. Республикала Рәсәй финанс ми­нистрлығы менән Бөтә донъя банкының “Өлкән класс уҡыу­сы­лары өсөн бюджет ғилеме” курсы апробацияһы буйынса берлек­тәге пилот проекты тормошҡа ашырылды. Уҡыусыларыбыҙ яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Йәштәр менән ошо эште дауам итергә, халыҡтың финанс белемен үҫтереү буйынса проектты ғәмәлгә индерергә кәрәк.
Төп бурыстарҙың береһе — йәштәрҙең ҡеүәтен үҙебеҙҙә, респуб­ликала, тулыһынса файҙаланыу, уҡыу, фән менән шө­ғөл­ләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙы перспективалы эш ме­нән тәьмин итеү. Берҙәм дәүләт имтиханында юғары һөҙөм­тәләргә эйә булған йәштәр, төрлө конкурс һәм олимпиада при­зер­ҙары, еңеүселәре йыш ҡына үҙ һәләттәрен Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, башҡа төбәктәрҙә үҫтерә. Яңы ылыҡтырыу урын­дарының — кванториумдар һәм технопарктарҙың (шул иҫәптән ауыл уҡыусылары өсөн мобиль объекттарҙың) барлыҡҡа килеүе, төп юғары уҡыу йорттары нигеҙендә лицейҙар, йүнәлешле лагерҙар һәм компьютер мәктәптәре эшмәкәрлеген камиллаштырыу республикабыҙ йәштәре өсөн өр-яңы мөмкинлектәр асырға тейеш.
Һәләтле балалар менән эште эшлекле, етди уйлап ойоштороу шарт. Һәр мәғариф ойошмаһында ошо өлкәләге белгестәр бу­лыр­ға тейеш. Хөкүмәттән тейешле программа әҙерләүҙе һо­райым. Гранттарҙың өҫтәмә системаһын уйларға, финанслау сығанаҡтарын, шулай уҡ конкурс нигеҙендә һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм үҫтереү буйынса системалы саралар ойоштороу өсөн операторҙы билдәләргә кәрәк.
Мәғариф министрлығына ошондай балалар өсөн тәбиғи-ғилми йүнәлешле лицей-интернат төҙөү бурысы ҡуйылды. Ул киләһе йыл асылырға тейеш. Инженерлыҡ белеме системаһында ла республика учреждениеһы етәкселегендәге вертикаль-интеграциялы структура кәрәк тигән фекерҙәмен. Техник яҡтан йыһазландырылған инженерлыҡ мәктәптәре бөтә республика буйынса эшләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙе, кластарҙы “ябай”ға һәм “элиталы”ға айырырға ярамай. Һәр уҡыусының шәхси, ижади үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу, бөтә мәктәптәрҙә белем сифатын күтәреү шарт.
Үҙҙәрен фән, юғары технологиялар, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә, йәмғиәт тормошонда танытырға әҙер булған йәш лидерҙарҙы эҙләү һәм үҫтереү бик мөһим. Әлегә беҙҙә Башҡорт дәүләт университетындағы Кесе дәүләт идараһы академияһының, медицина университетындағы Һаулыҡ һаҡлауҙы йәш ойоштороусы мәктәбенең генә тәжрибәһе бар. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында әүҙем студент йәштәрҙе белем биреү сараларында ҡатнашыуға йәлеп итеү өсөн тренинг үҙәге асыла. Бындай практиканы киңәйтергә кәрәк.
Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙең башлан­ғы­сына булышлыҡ итеү үҙәге бөтә ирекле ойошмаларҙың координаторына әүерелергә тейеш. Хөкүмәттән һәм муници­па­литет­тарҙан йәш лидерҙар менән эшләү буйынса йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек системаһын төҙөүҙе, тейешле программа әҙерләүҙе һорайым.
Йәш быуында донъяға ҡараш тәрбиәләүҙә тағы ла бер мөһим тема — балалар туризмын үҫтереү. Республика “Минең Рәсәй” милли программаһында ҡатнаша. Уның нигеҙендә конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа еңеүселәр, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына сә­фәр ҡыла. Шул уҡ ваҡытта ҡала, ауылдарыбыҙҙа йәшәгән бала­ларҙың үҙ республикаһы, уның баш ҡалаһы менән яҡынданыраҡ танышыуы ла мөһим. Өфө буйлап ҡыҙыҡлы маршруттар төҙөргә, “Рәсәй — минең тарихым” тарихи паркына, “Кванториум”ға, төп университеттарға, музейҙарға, театрҙарға, Конгресс-холға, “Өфө-Арена”ға, аквапаркка һәм башҡа урындарға сәйәхәт итеүҙе ойошторорға кәрәк.
Әле беҙ мәҙәни үҙәктәрҙең мөмкинлеген тулыһынса фай­ҙаланып еткермәйбеҙ. Тарихи паркка асылған мәлдән алып ни бары 17 мең кеше барған, йәғни көнөнә 100 кешенән аҙыраҡ. Йәштәр һаны миллионға еткән ҙур республика өсөн был бик аҙ. Республика Хөкүмәтенә уҡыусылар һәм студенттар өсөн паркка бушлай инеүҙе тәьмин итеү, бында килеүселәр һанын бер нисә тапҡырға арттырыу бурысын йөкмәтәм. Үҙенсәлекле мультимедиалы үҙәк йәштәргә белем биреү һәм уларҙа ватансылыҡ тәрбиәләү мәсьәләләрен әүҙем хәл итергә тейеш.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына Өфө хакимиәте менән берлектә республика йәштәренә һәм ҡунаҡтарына мөмкинлектәребеҙҙе күрһәтеү, уларҙы уҡыу һәм һөнәри карьера перспективаһы менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн киләһе йыл баш ҡала буйлап балалар белем биреү-туристик маршрутын ойоштороу бурысын ҡуям.

Хөрмәтле депутаттар!
Йәшәү сифатын күтәреүҙә һаулыҡ һаҡлау системаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Уны үҫтереү буйынса мөһим бурыстар иҫәбенә медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, ауырыуҙар кимәлен түбәнәйтеү, ғүмер оҙайлылығын арттырыу, әүҙем тормош алып барыуҙы ойоштороу инә.
Тармаҡтың матди базаһы нығытыла. Йәшәгән урын буйынса тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты яҡшыра. Әле ҡалаларҙа “Һаҡсыл поликлиника” пилот проекты тормошҡа ашырыла. Уның бурысы — хеҙмәттәрҙең эшен дөрөҫ ойоштороу иҫәбенә па­циенттарҙы ҡабул итеүҙе һәм процедуралар үткәреүҙе ҡулайлаштырыу. Киләһе ике-өс йылда ауылда фельдшер-аку­шерлыҡ пункттарын, табип амбулаторияларын яңыртыу (яңы­ларын төҙөү һәм ғәмәлдәгеләрен реконструкциялау иҫәбенә), бында республикабыҙҙа етештерелгән тиҙ ҡоролмалы конструк­цияларҙы файҙаланыу күҙаллана. Был эш башланды, быйыл модулле 23 фельдшер-акушерлыҡ пунктын һалыуға 80 миллион һум йүнәлтелде.
Участка дауаханаларын һәм табип амбулаторияларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, уларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү дауам итә. “Ауыл табибы” программаһына ярашлы, һуңғы биш йылда меңдән ашыу йәш табип ауыл еренә эшкә күсте. “Ауыл фельдшеры” программаһы 100 фельдшер-акушерлыҡ пунктын табиптар менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирҙе. Ауылға белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса программалар артабан да тормошҡа ашырыласаҡ.
Тәүге медицина ярҙамын камиллаштырыуҙа төп баҫым ауырыуҙарҙы тикшереүгә һәм иҫкәртеүгә яһалырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, граждандарҙың күпселеге, айырыуса ауыл ерендәгеләр, йылдар буйы диспансерлаштырыуҙы үтмәй. Йыш ҡына эскелек, тәмәке тартыу, дөрөҫ туҡланмау, үҙ белдегең менән дауаланыу һөҙөмтәһендә сирҙәр хроник стадияға етә. Үҙ һаулығыңа бындай яуапһыҙ мөнәсәбәтте тамырынан үҙгәртергә, комплекслы сара күрергә кәрәк, диспансерлаштырыу, халыҡты, айырыуса балаларҙы дөйөм вакцинациялау йәһәтенән участка табиптарына, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениеларына, предприятиеларға, ойошмаларға әүҙемерәк эшләргә кәрәк. Киң мәғлүмәт саралары, телетапшырыуҙар, фильмдар, сайттар кешеләрҙән һаулығын, хатта ғүмерен тартып алған яман ғәҙәттәргә кире мөнәсәбәт тәрбиәләргә тейеш. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ялған алкоголдең, башҡа суррогаттарҙың таралыуына ныҡлы кәртә ҡуйыу шарт. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына, муниципалитеттарға спорт комплекстарында, стадиондарҙа ғына түгел, ихаталарҙа, парктарҙа һәм скверҙарҙа физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бурысы — ҡала һәм ауылдарҙа атмосфера һауаһының, һыуҙың һәм тупраҡтың бысраныуына юл ҡуймау. Зарарлы аҙыҡ-түлек етештереүселәргә ҡаршы саралар сис­те­маһы, май һәм шәкәрҙе, тәмәке һәм алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы кәметеүгә (айырыуса йәштәр араһында) йүнәлтелгән программалар кәрәк. Диагностика нигеҙендә дөрөҫ туҡланырға, физик йөкләмәне билдәләргә, кәрәкле препараттар, витаминдар һайларға йәки әҙерләргә ярҙам иткән үҙәктәр һәм белгестәр кәрәк.
Сәләмәт, әүҙем, бәхетле йәшәү принциптары йәмғиәттә һәм һәр беребеҙ тарафынан аҡыл һәм йөрәк менән ҡабул ителергә тейеш.
Беҙҙә үлем кимәлен түбәнәйтеү буйынса пландар, һаулыҡ һаҡлау буйынса модулле программа бар. Шул уҡ ваҡытта уларҙың үтәлешенә анализ да үткәрелмәй, йомғаҡтарҙы асыҡтан-асыҡ тикшереү ҙә ойошторолмай. Республика Хөкүмәтенә ошо пландарҙың тормошҡа ашырылыуына анализ мониторингын, һаулыҡ күрһәткестәренә уларҙың йоғонтоһон баһалауҙы тәьмин итеү бурысын ҡуям. Халыҡты диспансерлаштырыуға күпләп йәлеп итеүгә ынтылырға кәрәк, шул иҫәптән күсмә диагностика комплекстарының предприятиеларҙа, уҡыу йорттарында, алыҫ биләмәләрҙә үткәрелгән планлы эше нигеҙендә.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, эш биреүселәр берекмәләре һәм профсоюздар, район һәм ҡала хакимиәттәре менән берлектә диспансерлаштырыу буйынса граждандарҙың әүҙемлеген, предприятиеларҙың корпоратив яуаплылығын арттырыу алымдарын ғәмәлгә индереү мөһим.
Республика кардиология үҙәгендә ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең уңышлы тәжрибәһе тупланған. Йөрәк сирҙәрен иҫкәртеүҙең бында эшләнгән модулле программаһы илдә иң яҡшыһы тип танылды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошо тәжрибәне ғүмер оҙайлылығына һәм сифатына туранан-тура йоғонто яһаған башҡа ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә лә таратырға кәрәк. Республикала превентив медицинаны үҫтереү йәһәтенән мөһим аҙым яһалды. Киләһе йылдың ғинуарында Республика медицина-генетика үҙәге эшләй башлау менән нәҫелдән килгән һәм киң таралған сирҙәрҙе иртә ДНК-диагностикалау, иҫкәртеү үткәреләсәк, халыҡты генетик паспортлаштырыу ойоштороласаҡ.
Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе — өлкән быуындың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү. Республикала ғүмер оҙай­лылығы арта барған һайын оло йәштәгеләрҙең өлөшө лә өҙлөкһөҙ үҫә. Бөгөн ҡарттарҙы, ҡарыуһыҙ кешеләрҙе оҙайлы ҡа­рауға байтаҡ аҡса йүнәлтелә. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, ваҡытында һәм һөҙөмтәле дауалау, сәләмәт тормош ҡағиҙәләрен үтәү өлкәндәрҙең әүҙемлеген ярайһы уҡ арттырыуға булышлыҡ итә.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә оло быуын кешеләренә медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеүҙең бер бөтөн системаһын ойоштороу өсөн тырышлыҡты берләш­тереү зарур. Тәүге аҙымдар яһалды ла инде. Махсус гериатрия үҙәге, ике бүлек һәм 32 кабинет асылды, профилле белгестәр әҙерләнә.
Республика гериатрия хеҙмәтен үҫтереү, медицина реаби­литацияһының һөҙөмтәле моделен ойоштороу, берҙәм телемедицина селтәренә интеграция буйынса федераль пилот проекттарында ҡатнаша. Бөгөн ауыл участка дауаханаларына тиклем барлыҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениелары дөйөм мәғлүмәт селтәренә берләштерелде, киләсәктә уға фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла ҡушыласаҡ.
Медицина реабилитацияһының комплекслы моделен ойоштороу өсөн ҡайһы бер клиникаларҙа тейешле бүлектәр асылды. Уны стационарға инеүҙән алып амбулатор хеҙмәтләндереүгә тиклемге бөтә этаптарҙа ойоштороу схемаһы төҙөлә. Пациент­тарҙы ауыр йәрәхәттәрҙән һәм хирургия операцияларынан һуң реабилитациялауҙы мотлаҡ үткәреү, бының өсөн төрлө финанслау сығанаҡтарын йәлеп итеү мөһим. Балаларҙың һаулығын тергеҙеүсе дауа айырым иғтибар талап итә. Бындай дауаның ваҡытында үткәрелеүе ауыр өҙлөгөүҙәр һанын кәметеү мөмкинлеген бирә. Республикала шифахана-курорт учреждениеларына таянып төбәк-ара нейрохирургия йәки нейрореабилитация үҙәген асыу йәһәтенән эш алып барыу зарур.
Медицина фәненең һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә индергән өлөшөн нығытырға кәрәк. Республика ғалимдары офтальмология, хирургия, тергеҙеүсе дауаның һәм курортологияның алдынғы алымдары, инновациялы медицина материалдары етештереү өлкәһендәге тикшеренеүҙәре менән билдәле. Япония ғалимдары менән бергә яман шешкә ҡаршы өр-яңы препараттар эшләгән онкологтарыбыҙҙың да уңыштары бар.
Республикала фәнни ҡаҙаныштарҙы таратыу, препараттарҙың һәм техниканың яңы өлгөләрен эшләү, юғары технологиялы медицина ярҙамын киңәйтеү өсөн тикшеренеү үҙәктәре, төп клиникалар һәм инновациялы предприятиелар ҡатнашлығында медицина ғилми-белем биреү кластерын ойоштороу хаҡында һүҙ алып барырға кәрәк.
Әле республикала мохтаждарҙың 50 проценттан ашыуына юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта бер нисә йыл элек кенә был күрһәткес 15 процентҡа ла етмәй ине. Медицина хеҙмәттәренең ошо төрөн үҫтереүҙе һәм уны дәүләт финанслауын эҙмә-эҙлекле арттырыу шарт.
Хәҙер һанлы медицинаға күсеү, дистанциялы технологияларҙы ғәмәлгә индереү пациенттың һаулығына системалы идара итеү мөмкинлеген киңәйтә. Медицина беләҙектәре, һуңғы быуын кардиостимуляторҙары һаулыҡ торошона тәүлек әйләнәһенә контроллек итергә, мәғлүмәттәрҙе клиникаға тапшырырға булышлыҡ бирә. Өр-яңы юғары технологиялы компетенцияға эйә булған профилле белгестәр әҙерләргә кәрәк.
Кеше потенциалын үҫтереү күрһәткестәренә, шул иҫәптән халыҡтың һаулығын баһалауға сифатлы мониторинг үткәреү өсөн республика Фәндәр академияһына йыл һайын тейешле тематик докладтар әҙерләү һәм уны Хөкүмәткә, Башҡортостан йәмәғәтселегенә тәҡдим итеү бурысын ҡуям.

Хөрмәтле депутаттар!
Иҡтисадты күләмле модернизациялауҙа фәндең әһәмиәте арта. Йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләрен үҙ эсенә алған инновациялар тиҙлегенең үҫә барыуы фәнни-технологик сәйәсәтте үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә. Тикшереүҙәрҙе мөһим социаль-иҡтисади бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға, белем трансферын дәртләндереүгә һәм ғилми ҡаҙаныштарҙы коммерция­лаш­тырыуға, компанияларҙың инновациялы әүҙемлеген артты­рыуға, халыҡ-ара фәнни-техник кооперацияны үҫтереүгә йылдам йүнәлтеү тураһында һүҙ бара.
Был йүнәлештәрҙең бөтәһе буйынса мөһим аҙым яһала. Илдә “Сколково”, Милли технологик башланғыс һәм башҡа фәнни-белем биреү системалары эшләй. Республикабыҙҙа ла Башҡортостан технологик башланғысы ғәмәлгә индерелде, уның концепцияһы, өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ярҙамсы программа раҫланды. Хәҙер уны үтәү буйынса “юл картаһы”н ҡабул итеүҙе тиҙләтергә кәрәк. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге составына ингән академия институттары нигеҙендә яҡын арала Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ойош­то­ро­ласаҡ.
Фәндең инновациялы инфраструктураһы нығытыла. Юғары уҡыу йорттарында алты технопарк, дүрт бизнес-инкубатор, 15 фәнни ҡорамалдарҙан коллектив файҙаланыу үҙәге, 57 инновациялы бәләкәй предприятие асылды. Ошондай уҡ үҙәк­тәр һәм предприятиелар республика Фәндәр академия­һында һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә эшләй. Фән һәм технология йорто составында Республика технополисын, шулай уҡ IT-парк ойоштороу буйынса эш дауам итә.
Беҙҙә оборона сәнәғәтендә, нефть һәм газ, химия һәм энер­гетика, машиналар эшләү тармағында етди фәнни ҡаҙа­ныштар бар. Шул уҡ ваҡытта агросәнәғәт һәм төҙөлөш комп­лекстарында, фармацевтикала, туризмда, хеҙмәттәр, киң мәғ­лү­мәт саралары өлкәһендә һәм башҡа йүнәлештәрҙә фәндең ҡеүәте тулыһынса файҙаланылмай.
Былтыр илдең эске тулайым продуктында ғилми тикше­ренеүҙәр һәм ҡаҙаныштар өлөшө 1,7 процент тәшкил итте. Беҙҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостандың тулайым төбәк продуктында ул ни бары 0,74 процент, йәғни 2,5 тапҡырға түбәнерәк. Бындай күрһәт­кестәр беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Ҡайһы бер тикше­ре­неү­ҙәр тематикаһының кәрәклеге, уларҙың заман талаптарына һәм республиканың ысын ихтыяждарына яуап биреүе икеле уйҙар тыуҙыра. Шулай уҡ ғалимдар, тәрбиәселәр быуындары ара­һын­дағы күсәгилешлелектең, аспиранттар, йәш ғилми хеҙ­мәт­кәрҙәр менән системалы эштең етешмәүен билдәләргә кәрәк.
Вуз фәне лә әлегә өмөтләндермәй. Республикалағы барлыҡ юғары уҡыу йорттарының ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эшенең дөйөм күләме бер миллиард һумдан кәмерәк.
Башҡортостан Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Ғилми-координация советының, Хөкүмәт ҡарамағындағы Фәнни-тех­ник һәм инновация сәйәсәте советының эшенә анализ яһарға, Үҫеш корпорацияһының, Фәнгә булышлыҡ итеү һәм уны үҫте­реү фондының, республика Венчур фондының тикшеренеүҙәрҙе финанслауға индергән өлөшөн баһаларға кәрәк.
Минеңсә, аҡса йүнәлтеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙа Фәнгә булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү фондының әһәмиәтен көсәйтергә кәрәк. Әле ул, республика Фәндәр академияһы структураһы булараҡ, ҡаҙнанан бүленгән аҡса иҫәбенә эш итә. Хөкүмәткә өҫтәмә финанслау сығанаҡтарын йәлеп итеп, уға республика статусын биреү мәсьәләһен тикшереү бурысын ҡуям.
Республикала күптән түгел ойошторолған Сәнәғәтте үҫтереү фонды технология өлкәһендә дәүләт көйләүе алымдарының береһенә әүерелергә тейеш. Предприятиелар өсөн мөһим проекттарҙы үтәү маҡсатында был фондҡа бизнестың ғилми үҙәктәр һәм университеттар менән кооперацияһын дәртлән­дереү талабы ҡуйыла.
Республикала иҡтисадты үҫтереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу менән бәйле булған өҫтөнлөклө ғилми йүнәлештәргә ресурстарҙы туплау иҫәбенә тикшеренеүҙәрҙең һәм ҡаҙаныштарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу шарт.
Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә әҙерләгән селекциялағы һәм орлоҡсолоҡтағы инновациялы технологиялар нигеҙендә үҫемлекселекте үҫтереү программаһын раҫлауҙы тиҙләтергә, малсылыҡ буйынса ошондай уҡ комплекслы программа эшләргә кәрәк.
Башҡортостан технологик башланғысы нигеҙендә республикала органик баҫма электроника өлкәһендәге яңы компетенциялар буйынса федераль үҙәк ойоштороуға ҡағылышлы Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге проектын тормошҡа ашырыу бурысы тора. Унда электроника, робототехника, әйберҙәр интернеты өсөн әйберҙәр етештереләсәк. Ошо перспективалы йүнәлеште ҙур сит ил компаниялары әүҙем үҙләштерә. Республика әлегә илебеҙҙә булмаған өр-яңы производстволар ойоштороу мөмкинлегенә эйә.
Шулай уҡ республикала ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара программаһы нигеҙендә геологик парк ойоштороу проектын ғәмәлгә ашырыу зарур.
Фән өлкәһендә талантлы йәштәргә булышлыҡ итеү — мө­һим бурыс. Эксперттар билдәләүенсә, илебеҙ башҡа дәүләттәр өсөн ғилми кадрҙарҙың төп “доноры”н тәшкил итә, шул уҡ ва­ҡыт­та уларҙы әҙерләүгә йүнәлтелгән бик күп инвестицияларҙы юғалта.
Йәш ғалимдарҙы үҙебеҙҙә, республикала, ҡалдырырға, башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән һәләтле йәштәрҙе йәлеп итергә, улар өсөн Башҡортостанда уңайлы эш шарттары тыуҙырырға кәрәк. Йәш ғалимдарға һәм йәштәр коллективтарына гранттар һанын һәм күләмен арттырыу (шул иҫәптән Рәсәй һәм халыҡ-ара ғилми үҙәктәрендә стажировка үтеүгә), яңы лабораториялар ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү, торлаҡ, стипендия биреү хаҡында һүҙ бара. Республика Фәндәр ака­демияһына Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Мәғариф министрлығы менән берлектә үҙҙәренең йүнәлеше буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, ә Хөкүмәткә финанслау сыға­наҡтарын асыҡлау бурысын йөкмәтәм.

Хөрмәтле депутаттар!
Күп кенә иҡтисади һәм социаль, шул иҫәптән мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре киҫешкән киңлек тураһында айырым әйтеп үтәйем. Ғаилә тураһында һүҙ алып барам. Уны абсолют күпселек тормошта төп ҡиммәт тип иҫәпләй. Ғаиләнең кәйефе дәүләттең һөҙөмтәлелегендә, йәмғиәттең именлегендә һәм әхлаҡи сәләмәтлегендә төп күрһәткесте тәшкил итә.
Быйыл Рәсәй Президенты тарафынан иғлан ителгән Балалыҡ ун йыллығы ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Ошо көндәрҙә Бала мән­фә­ғәтендәге ғәмәлдәрҙең милли стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ултырышында Владимир Владимирович Путин үҙе ҡабул иткән бер нисә мөһим ҡарарҙы яңғыратты. Уларҙы илебеҙҙең киләсәге һәм Рәсәй Феде­ра­ция­һының демография сәйәсәте өсөн хәл иткес әһәмиәткә эйә тип әйтергә мөмкин. Ил Президенты Әсәлек капиталы программаһын 2021 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡалдырырға, уны файҙаланыуҙың өҫтәмә мөмкинлектәрен билдәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә беренсе сабыйҙары тыуғанда айлыҡ пособие түләргә, балалы ғаиләләр өсөн ташламалы ипотека кредитлауы программаһын ҡабул итергә, балалар баҡсаһына сиратты бөтөрөргә, шулай уҡ балалар өсөн медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен арттырырға, уның сифатын күтәрергә ҡушты. Ошо маҡсаттарға федераль ҡаҙнанан байтаҡ аҡса бүленәсәк. Ил Президентының был ҡарарҙары рәсәйҙәрҙә, шул иҫәптән республикабыҙ халҡында ла ҙур хуплау тапты.
Башҡортостанда балалы ғаиләләргә — ә ундайҙар беҙҙә ярты миллиондан ашыу — айырым иғтибар бирелә. Йыл һайын республика бюджетынан уларға ярҙам күрһәтеүгә 10 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә. Социаль ярҙам буйынса федераль сараларға өҫтәмәләр индерелгән.
Быйылдан башлап торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләр тәүге сабыйҙары тыуғас 300 мең һум аҡса аласаҡ. Республика Хөкүмәтенә ошо ярҙамға хоҡуҡлы йәш ғаиләләр категорияһын, шулай уҡ уны файҙаланыу йүнә­лештәрен киңәйтеү мәсьәләһен тикшереү бурысын йөкмәтәм.
Икенсе сабыйҙары тыуған осраҡта Әсәлек капиталы бирелә, өсөнсөһөнә ер участкаһы бүленә, ошо рәүешле беҙҙә балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙең тотош системаһы барлыҡҡа килде.
Һуңғы йылдарҙа бала табыу тураһындағы ҡарар аңлы рәүештә ҡабул ителә. Сабыйҙарҙы яратып, яҡты донъяға киле­үен көтөп алыуҙары мөһим. Бөгөн ата-әсәләр баланы үҫтереүгә, тәрбиәләүгә, уның һаулығына бөтә көсөн һалырға әҙер. Хәҙер “аҫыл бала эраһы” етә тип әйтергә мөмкин.
Һөҙөмтәле ғаилә сәйәсәте төп өҫтөнлөктәр иҫәбенә инә. Башҡортостандың әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, атап әйткәндә, “Бала табыу сертификаты” программаһын тормошҡа ашырыу, перинаталь үҙәктәр төҙөү, социаль етемлекте иҫкәртеү өлкәһендәге тәжрибәһе федераль кимәлдә танылыу алды. Ясле йәшендәге балаларҙы өйҙә тәрбиәләү буйынса дәүләт “социаль бала ҡараусылар” хеҙмәтен ойоштороу буйынса республика проекты Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарары буйынса башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырыласаҡ.
Республикала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторолдо. Ул ғаиләгә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре, шул иҫәптән төрлө ведомстволарҙың һәм төрлө кимәлдәге власть органдарының ошо өлкәләге эшмәкәрлеген көйләү менән комплекслы шөғөлләнә. Коллегалар, урындарҙа был эштең һөҙөмтәлелеге өсөн айырым яуаплылыҡ буласаҡ.
“Үҙәгендә ғаилә торған мөхит”те үҫтереү буйынса төрлө йүнәлештәге сараларға социаль ташламалар, йәш ғаиләләр өсөн шарттар тыуҙырыу, күп балалыҡ йолаларын тергеҙеү, сәләмәт тормош тәрбиәләү инә. Муниципалитеттарҙы “бәхетле тормош биләмәһе”нә әүерелдереү йәһәтенән перспективалы программа күҙаллана. Был маҡсат бик юғары кеүек күренһә лә, уға өлгәшергә мөмкин, ошо мөһим йүнәлештә бергә эшлә­йәсәкбеҙ. Программаның төп идеяһы — бәхетле тормошҡа юл ғаиләлә башлана.
Ғаилә институтын һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу беҙҙең өсөн мөһим бурыс булып ҡала. Республикала никахтарҙың 40 проценты бергә йәшәүҙең тәүге йылдарында тарҡала. Теркәлмәгән никахтар, тулы булмаған ғаиләләр, никахһыҙ бал


Вернуться назад