Бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҡырҡ етенсе ултырышы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республика парламентына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән башланып китте.– Властың барлыҡ кимәлдәре етәкселәренең төп бурысы – халыҡ өсөн эшләү, кешеләр мәнфәғәтен күҙәтеү, – тине Рөстәм Зәки улы. – Республика өсөн яуаплылығыбыҙ уртаҡ.
Башҡортостан етәксеһе белдереүенсә, беҙҙең төбәк – төп күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙәге иң алдынғы субъекттарҙың береһе. Алға табан ырамлы аҙымдар менән барыу өсөн ныҡлы нигеҙ булдырылған, инвесторҙар ҙа беҙгә шикләнмәй килә, социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлә, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы һуңғы осорҙа етештереү кимәлен үҫтереүгә өлгәшә, торлаҡ төҙөлөшө өстән бер өлөшкә артты. Республикала уртаса эш хаҡы быйыл 3,6 процентҡа күтәрелде һәм 29 мең һум тәшкил итә. Беҙҙәге уртаса ғүмер оҙайлығы тәүге тапҡыр 71 йәштән ашты.
Тыуымды арттырыу буйынса күп һандағы саралар, балалар өсөн пособие түләү һәм уның күләмен арттырыу тураһында һөйләгәндә республика етәксеһе, “Аҫыл бала эраһы” башлана, тип белдерҙе һәм беренсе бала тыуғанда 300 мең һум алырға тейешле ғаилә төрҙәре исемлеген киңәйтергә ҡушты.
Шулай ҙа хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Белем биреү өлкәһенә ҡағылып, Рөстәм Зәки улы белгестәр әҙерләү системаһында хәҙерге баҙар иҡтисадының кадрҙар буйынса талаптары тулыһынса үтәлеп бөтмәүе тураһында әйтте. Һөнәргә өйрәтеү кимәле лә эш биреүсенең талаптарын һәр саҡ ҡәнәғәтләндерә тип булмай. Яңы һөнәрҙәр буйынса навигатор булдырыу талап ителә. Юғары уҡыу йорттарындағы фәнни эшмәкәрлек тә ҙур йоғонтоға эйә түгел әлегә, улар биргән иҡтисади күләм бер миллиард һумға ла етмәй.
– Бөгөнгө осор – ижади эҙләнеүҙәр һәм табыштар өсөн иң уңайлы ваҡыт ул, – тине республика Башлығы. – Ошо йәһәттән төп этәргес көсөбөҙҙөң хеҙмәт һәм шул иҫәптән аҡыл ресурстары икәнен һис оноторға тейеш түгелбеҙ.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ һаулыҡ өлкәһендәге хәл итәһе мәсьәләләргә лә туҡталып үтте, һәләтле йәштәрҙе республикаға эшкә килергә дәртләндереү, халыҡтың мәғлүмәт технологиялары буйынса грамоталылығын арттырыу һәм башҡа йүнәлештәргә ҡағылышлы саралар күреләсәге хаҡында һөйләне.
(Мөрәжәғәтнамәнең тулы тексы менән киләһе һанда танышырға мөмкин).
Константин Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе: — Республика Башлығының һәр йылғы Мөрәжәғәтнамәһе — ил күләмендә һәм халыҡ-ара кимәлдә социаль, сәйәси һәм иҡтисади ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, яҡын киләсәккә төбәк үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләгән мөһим документ ул. 2017 йылғы Мөрәжәғәтнамә сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә. Төбәк тормошоноң төрлө яҡтарын — ҡануниәт базаһы, иҡтисад, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы торошон үҙ эсенә алыуға ҡарамаҫтан, үҙенең сығышында төп баҫымды был юлы төбәк Башлығы мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, фәнде үҫтереүгә, ғаилә институтына булышлыҡ итеүгә яһаны. Республикалағы һәр кеше көн һайын тап ошо өлкәләр менән осраша. Был тармаҡтарҙағы эштәр граждандарыбыҙҙа айырым ҡыҙыҡһыныу уятыуы ғәжәп түгел. Һуңғы йылдарҙа республикалағы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаларында етди яңылыҡтар булды, әммә был йүнәлештә башҡараһы эштәр байтаҡ әле.