Рөстәм ХӘМИТОВ:“Республикала һайлау асыҡтан-асыҡ һәм ғәҙел үтәсәк”28.11.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Рәсәй радиоһы — Башҡортостан” компанияһына биргән интервьюһында ошондай фекер белдерҙе.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республикала һайлау йыл һайын тиерлек үтә. 2018 йылдың мартында халҡыбыҙ Рәсәй Федерацияһы президентын, ә сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлаясаҡ.
— Һайлау комиссияһы ошо эшкә әҙерләнә. Был йәһәттән беҙҙең контроль юҡ, эште үҙаллы алып баралар. Уларҙың үҙ власть вертикале — Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Уларҙың барлығы хаҡында матди ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәстәр генә белеп ҡалам. Камералар һатып алырға, финанс тәьминәте, даими хеҙмәткәрҙәрҙең, территориаль комиссияларҙың эш хаҡына аҡса кәрәк. Матди үтенестәренән тыш, башҡа ниндәйҙер һорауҙары менән мәшәҡәтләмәйенсә, үҙаллы эшләүҙәре бик яҡшы, әлбиттә.
Республика Башлығы власть үҙенең яғынан Үҙәк һайлау комиссияһы алдына, һайлауҙы ғәҙел һәм асыҡтан-асыҡ ойоштороуҙан тыш, башҡа бер ниндәй ҙә бурыс ҡуймауын билдәләне. Уның әйтеүенсә, һайлау алды кампанияһы “турбулентлыҡ” осорон кисерә. Тап ошо мәлдә йыш ҡына оппоненттар араһында бәхәс тыуа. Ошоға бәйле республика Башлығы һайлау процесында ҡатнашыусыларҙы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлағанда цивилизациялы, тыныс алымдарҙы файҙаланырға саҡырҙы.