Германияның Галле ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтте. Ул Өфө менән Галле ҡалаларының туғандарса мөнәсәбәте урынлаштырылыуға 20 йыл тулыуға арналды. Байрам саралары шулай уҡ Дрезден һәм Лейпциг ҡалаларында ла ойошторолдо.Башҡортостан делегацияһына республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселек итте. Юбилей сараларында Рәсәйҙең Лейпцигтағы генераль консулы Андрей Дронов, Саксония-Анхальт еренең парламенты һәм департаменты етәкселәре ҡатнашты.
Беҙҙең республиканың Галле округы (хәҙерге Саксония-Анхальт ере) менән бәйләнеше бай тарихҡа эйә – ул үткән быуаттың 60-сы йылдарынан алып килә. Өфөлә, белеүебеҙсә, ошо округ исемен йөрөткән урам һәм йәмәғәт транспорты туҡталышы ла бар. Өфө менән Галле араһында белгестәрҙең, ғалимдарҙың, студенттарҙың һәм хатта мәктәп уҡыусыларының делегациялары ла йыш йөрөй ине, шул маҡсатта дуҫлыҡ поездары ла ойошторолдо. ГДР менән ГФР берләштерелгәс, был эшмәкәрлек бөтөнләй тиерлек туҡтатылды.
Осрашыуҙа Башҡортостан менән Саксония-Анхальт араһындағы мөнәсәбәтте ошо ике төбәктең хеҙмәттәшлеге рәүешендә ҡабат аяҡҡа баҫтырыу һәм артабан үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Республикабыҙ делегацияһы Галле-Виттенберг университетының клиникаһы эше менән танышты, Дрезден ҡалаһының мәшғүллек үҙәге системаһын өйрәнде, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларын ҡараны. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының сығышы һәм “Етегән” этник нәфис фильмы осрашыу сараларына айырым йәм өҫтәне.