Рөстәм ХӘМИТОВ:24.11.2017
Рөстәм ХӘМИТОВ: Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡын Әсә көнө менән ҡотланы. Байрам сараһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Унда VIII “Эшләгән әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие” республика конкурсында еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.

– Ҡәҙерле әсәләр, бөгөнгө мөмкинлектән файҙаланып, һеҙгә сикһеҙ һөйөү, хәстәрлек, сабырлыҡ, изге күңелегеҙ һәм йылы ҡулдарығыҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән һеҙ тормошобоҙҙо яҡшыртып ҡына ҡалмайһығыҙ, ғаилә йылыһы, бәхет һәм йәм өләшәһегеҙ. Аралашыуҙа һәм уйындарҙа, йорт мәшәҡәттәрендә, буш ваҡыттарҙа балаларҙы хеҙмәткә һәм тәртипкә өйрәтәһегеҙ, уларҙа ярҙамсыллыҡ, миһырбанлыҡ, яуаплылыҡ тәрбиәләйһегеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостанда ғаиләгә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән ҙур эш башҡарыла. Ҡала, райондарҙа балалар баҡсалары, мәктәптәр һалына, балаларҙың ижади үҫеше, спорт һәм сәнғәт менән шөғөлләнеү, уларҙың һаулығын нығытыу өсөн шарттар тыуҙырыла. Балалы ғаиләләргә йыл һайын 10 миллиард һумлыҡ 30 төрҙәге ярҙам сараһы күрһәтелә. Әлбиттә, был аҡса әлегә бөтә йүнәлештәр буйынса булышлыҡ итеүгә етмәй. Шуға күрә быйылдан башлап өр-яңы саралар ғәмәлгә индерелде. Улар шулай уҡ демографик хәлде яҡшыртыуға ла йүнәлтелә.
Беренсе балаһы тыуған һәм торлаҡҡа мохтаж булған ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында республикала бер тапҡыр түләнә торған пособие билдәләнде. Әле 900-гә яҡын ғаилә 300 мең һумлыҡ сертификат алды.
Башҡортостан Рәсәйҙә ғаиләгә ярҙам күрһәтеү буйынса алдынғылар иҫәбендә. Илдә беренсе булып республикабыҙҙа Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторолдо. Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау өлкәһендәге тәжрибәбеҙ федераль кимәлдә билдәләнде. Атап әйткәндә, был “Бала табыу сертификаты” программаһын тормошҡа ашырыуға, перинаталь үҙәктәр селтәрен төҙөүгә, әсәләр һәм сабыйҙар араһында үлем кимәленең түбәнәйеүенә, социаль етемлекте иҫкәртеүгә ҡағыла.
“Рәсәй ғаиләһе” халыҡ-ара конгресының һәм Бөтә Рәсәй әсәләр форумының Башҡортостанда үткәрелеүе осраҡлы түгелдер. Былтыр иһә төбәктә I Республика ата-әсәләр форумына йыйылдылар.
– Хәстәрлегегеҙ, изгелегегеҙ өсөн һеҙгә булған ихтирам, рәхмәт тойғоһон тулыһынса сағылдырырлыҡ һүҙ юҡ. Ҡәҙерле әсәләр, ғаиләнең һәм балаларҙың именлеге генә түгел, республикабыҙҙың һәм тотош Рәсәйҙең киләсәге һеҙгә бәйле, – тине республика Башлығы.


Вернуться назад