Төркиә — күптәнге һәм мөһим партнерыбыҙ17.11.2017
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хөсәйен Дириоз менән осрашты. Ул Өфөлә ХIII “Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы” махсус күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Осрашыу барышында яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фән һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
— Төркиә — күптәнге һәм мөһим партнерыбыҙ. Төрөк капиталы ҡатнашлығында предприятиелар беҙҙең баҙарҙа байтаҡ. Компанияларығыҙ республикабыҙҙа бик күп объекттар төҙөнө. Ошо эш артабан да дауам итер тип ышанабыҙ, — тине республика Башлығы.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостан Төркиә компаниялары менән нефть химияһы, машиналар эшләү, ауыл хужалығы өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итә. Шул уҡ ваҡытта республикалар араһында тауар әйләнеше әллә ни ҙур түгел, 233 миллион доллар тәшкил итә, ошо күләмдең 97 проценты — беҙҙең экспорт.
Рөстәм Хәмитов “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресы барышында төрөк партнерҙарының республикабыҙға ярҙам иткәне, 2021 йылда форумды уҙғарыу хоҡуғын алыуға Башҡортостан кандидатураһын яҡлап ҙур эш башҡарғандары өсөн илсегә рәхмәт әйтте.
Үҙ сиратында Хөсәйен Дириоз Төркиәнең Рәсәй менән мөнәсәбәттәргә ҙур әһәмиәт биреүен билдәләне. Ул шулай уҡ декабрь башында ҙур компаниялар вәкилдәренең Башҡортостанға юлланасағы хаҡында хәбәр итте.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.