Ярлыҡау булмаясаҡ17.11.2017
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе.

Сараны асып, Константин Толкачев төбәк етәксеһе Указына ярашлы комиссия составына индерелгән яңы ағзалар менән таныштырҙы. Улар араһында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Баш­ҡорт­остан рустары соборы башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев, нефть һәм медицина университеттары ректорҙары Рәмил Бәхтизин менән Валентин Павлов, Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжы директоры Сәйфетдин Ҡунысбаев, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Вито Сабиров бар.
Ултырышта комиссия ағзалары ярлыҡауға ҡағылышлы алты юлламаны ҡараны. Уларҙың барыһы ла кире ҡағылды. Хөкөм ителгән­дәрҙең бишәүһе кеше үлтергән өсөн хөкөм ителгән. Бер юллама участка вәкиленә ҡул күтәреүгә бәйле ине.
— Комиссия ағзалары эштәрҙең һәр береһен иғтибар менән тикшереп сыҡты. Зыян күргән яҡтың фекере тыңланды, хөкөм ителгән­дәрҙең йәшәгән урынынан, иректән мәхрүм итеү учреждениеһынан алынған характеристикалары өйрә­нелде. Айырым осраҡтарҙа ғәйеп­леләр менән осрашыуҙар үткәрел­де, уларҙың тәртибе, тәрбиәүи сараларҙың йоғонтоһо анализланды, ғәйепте таныу дәрәжәһе, килтерелгән зыянды ҡаплау теләге иҫәпкә алынды. Енәйәттәрҙең ауыр булыуы, күп тапҡыр суд хөкөмөнә тарттырылыу һәм башҡа факторҙар юлламаларҙы кире ҡағыуға сәбәпсе булды, — тине Константин Толкачев, ошондай ҡарарға аңлатма биреп.


Вернуться назад