Йәшлек тауҙар аҡтарыр10.11.2017
Йәшлек тауҙар аҡтарырБашҡортостан йәштәре октябрь айында Сочиҙа үткән XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашып, республика йөҙөн лайыҡлы күрһәтеп ҡайтҡайны. Шул айҡанлы Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм алдынғы йәштәр менән осрашты.

Йәштәрҙең донъяуи хәрәкәттәренең берлә­шеүе һәм халыҡ-ара этно-мәҙәни бәйләнеште нығытыу сиктәрендә уҙғарылған был фестивалдә, ғөмүмән, Рәсәйҙән 10 меңгә яҡын йәш кеше ҡатнашһа, беҙҙең республиканан ғына 200 вәкил һәм 50 ирекмән булды. Уларҙың фестиваль барышындағы әүҙемлеген күреп һәм хуплап, республика Башлығы үҙ сығышын рәхмәт һүҙҙәре менән башланы:
– Бөтә донъя йәштәре йыйылған фестивалдә республикабыҙ йөҙөн лайыҡлы күрһәтеүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтемде еткерәм. Уның һәр йү­нәлеше буйынса ла әүҙем ҡатнашы­уы­ғыҙҙы күрҙек һәм ҡыуандыҡ. Һеҙ – киләсәктә беҙҙе дауам итеүселәр, беҙ һеҙҙең көсөгөҙгә, аҡылығыҙға ышанабыҙ.
Әйткәндәй, фестивалдә бөтәһе 188 илдән 50 меңләп кеше ҡатнашҡан. Улар араһында рес­публикабыҙҙың төрлө өлкәлә эшләгән йә уҡыған йәш кешеһенең булыуы ҙур ҡыуаныс. Мәҫәлән, уҡыу йорттары студенттарынан тыш, бында йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм Һаҡлыҡ банкы, Өфө тимер юл, ғилми үҙәк хеҙмәткәрҙәре лә бар ине. Улар үҙ йәһәтендә республикала йәштәр сәйәсәтен нисек итеп әүҙемләштереү тураһында яңы пландар ҡороп, тәжрибә туплап ҡайтҡан.
Осрашыуҙа йәштәр республика Башлығы менән нәҡ ошо пландарын, хыялдарын уртаҡлашты. Ә Рөстәм Зәки улы иһә, үҙ сиратында, бөгөн миллионлап йәш кеше йәшәгән республикала тап ошондай сараларҙа тәжрибә туплап ҡайтҡан көстәр кәрәк икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларға үҙ пландарын, идеяларын тәҡдим итергә һәм, мөмкинлектәрҙән сығып, шуларҙы хәл итергә тырышасаҡтарын еткерҙе. Төбәк етәксеһе тағы ла фестивалгә алып барған, брендыбыҙ булған башҡорт балы менән сәк-сәккә сит милләттәрҙең ҡарашы тураһында ҡыҙыҡһынды. YOUTH EXPO күргәҙмәһендә Башҡортостан йәштәре тәҡдим иткән “Баллы төбәк” экспозицияһы бик күптәргә оҡшаған икән.
Фестивалдә ҡатнашыусы Байрас Азаматов әйтеүенсә, ул, ошондай донъя кимәлендәге сараға юлланырын белгәс, республиканың йөҙөн билдәләгән атрибуттар менән сувенирҙар эшләтеп, унда үҙенең визиткаһын да яҙҙырып алып барған. Был иһә, үҙ сиратында, башҡа илдәрҙән килгән әүҙем йәштәр менән бәйлә­нештәр булдырырға ярҙам иткән.
Әйткәндәй, осрашыу аҙағында Рөстәм Зәки улы, тәжрибә, йәш көстәр етерлек, киләсәктә ошондай йәштәр һәм студенттарҙың фестивален Башҡортостанда да үткәреүҙе хәстәрләргә кәрәк, тип белдерҙе.



Вернуться назад