Ҡулға-ҡул тотоношоп05.11.2017
Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡты нығытыуға ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса совет менән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советының киңәйтелгән ултырышы 4 ноябрҙә билдәләнелгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды. Ниндәй мәсьәләләр күтәрелде унда?

– Бөгөнгө йыйылышта фекерҙәр уртаҡ булһын, – төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ сығышын башҡортса башлап ебәрҙе. – Дәүләт милли сәйәсәтенең 2025 йылға тиклемге федераль стратегияһында уның төп өҫтөнлөктәре билдәләнгән, беҙҙең республикала ла тейешле программа эшләп килә. Һуңғы бер нисә йылда ошо йүнәлештә төрлө саралар үткәреүгә ҡаҙнанан аҡса ла аҙ бүленмәй. Ләкин был эштә һабантуй, концерт кеүек күңел асыуға ҡоролған саралар өҫтөнлөк итә, уларҙы идеологик яҡтан байытыу, киңерәк күләмдәге проекттар етешмәй әле.

Милләт-ара татыулыҡты артабан нығытыу һәм милли мираҫты һаҡлап ҡалыу тураһындағы тәҡдимдәр менән ултырышта Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Шәйех-әл-ислам Тәлғәт Тажетдин, Урыҫ православие сиркәүенең Мәскәү патриархатының Башҡортостан митрополияһы башлығы Никондың, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе

Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Виталий Викторов һәм башҡалар сығыш яһаны.

Киңәйтелгән ултырыш барышы тураһындағы тулы мәҡәләне гәзибеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡый алырһығыҙ.




Вернуться назад