Власть урамда аунап ята: кем алыҡ?07.11.2017
Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына 100 йыл тулды. “Бөйөк Октябрь” атамаһы әле лә көнүҙәк, сөнки уны кешелек тарихындағы иң ҙур иҫтәлекле ваҡиғалар исемлегенән һис алып ташлап булмай. “Тор, уян, ләғнәт ителгән астар һәм ҡолдар донъяһы!” – революцияның гимны булған ошо “Интернационал” йырын һәр совет мәктәбендә беләләр һәм башҡаралар ине. Ышандыҡмы был саҡырыуға? Рәсәй шундай ҡыйырһытылғандар йәмғиәте булғанмы ни? Нисек ошо ваҡиғанан бер нисә йыл алда ғына подпольела булған большевиктар Ер шарындағы иң ҙур дәүләтте үҙ артынан эйәрткән? Бөйөк Октябрь революцияһы ул ҡаҙанышмы, фетнәме, социаль тәжрибәме, фажиғәме?


1917 йылға саҡлы больше­вик­тарҙың власҡа килеү ихтималлығы булмаған да тиерлек. Ләкин ваҡи­ғалар ҡатмарлана төшкәс, байтаҡ тарихи һәм сәйәси форсаттар ҡулдан ысҡынғас, аҡ генералдар диктатура­һы менән большевистик Советтар власы араһында ғына һайлау мөмкинлеге ҡалған. Аңлашылалыр: большевиктар, интервенттарға буйһонған аҡ ғәскәрҙән айырмалы рәүештә, илдең бойондороҡһоҙлоғон һәм бөтөнлөгөн яҡлаған. Халыҡ көс һәм ғәҙеллек яғына ауған. Иҡтисади бөлгөнлөк һәм граждандар һуғышы шарттарында фәҡәт большевиктар­ҙың илде берләштерергә һәм аяҡҡа баҫтырырға, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә көсөнән килгән. Улар эшлекле программа тәҡдим иткән. Илде яңыртыу, заманса үҙгәртеп ҡороу, индустриялаштырыу, урбанизация, ауыл хужалығын йылдам үҫтереү төп йүнәлештәргә әүерелә. Былар барыһы ла бик тиҙ ваҡыт эсендә, дәүләт идараһы һәм иҡтисады нигеҙендә, аяу белмәгән ысулдар һәм ҙур ҡорбандар аша тормошҡа ашырыла.
Шулай ҙа 1917 йылғы революция тотош Ер шарында ҙур үҙгәрештәргә алып килде, донъяны Көнбайыш менән Көнсығышҡа бүлде, йөҙләгән яңы дәүләттең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булды, социаль-иҡтисади һәм фәнни-техник прогресты тиҙ­ләтте. Фашистик блокты тар-мар итеү­ҙе, биполяр донъя хасил ителе­үен, Берләшкән Милләттәр Ойош­маһы төҙөлөүен дә онотмайыҡ. Эйе, Советтар Союзы, тарихи яҡтан ҡара­ғанда, әллә ни оҙаҡ йәшәмәне. Әммә ғәйәт ҙур эҙ ҡалдырҙы. Һәм, иң мөһи­ме, хәҙерге Рәсәйҙе үҙенең төп вари­ҫы итеп һаҡлап ҡалыуға өлгәште.
Ҡайһы бер сәйәсмәндәр “был осорҙа власть урамда аунап ятҡан” тип иҫәпләй. Кемдәргәлер большевиктар власты хулигандарса баҫып алһа ла, уны һанаулы аҙналар йәки айҙар эсендә юғалтыр, идара итергә көстәре етмәҫ кеүек тойолған. Эш шунда: 1917 йылдың авгусында генерал Корниловтың фетнәһен баҫ­тырғас та, йүнһеҙ Ваҡытлы хөкүмәтте яҡларлыҡ бер көс тә ҡалмай. Әйткәндәй, Горбачевтың 1991 йылда ГКЧП-ны таратҡандан һуң властан китергә мәжбүр булыуы ошо ваҡиғаға ике тамсы һыу кеүек оҡшаш.
Большевиктар “Учредительный йыйылыш” саҡырырға, ерҙе крәҫтиән­дәргә тапшырырға, Германия менән аҫтыртын килешеү төҙөмәҫкә һ.б. вәғәҙә итә. Артабан улар һис кем көтмәгән аҙымдар яһай: һул эсерҙар менән союз төҙөлә, ҡыйыу декреттар ҡабул ителә, ил Совет дәүләте итеп үҙгәртелә, “Учредительный йыйылыш” ҡыуып таратыла, Германия менән Брест килешеүенә ҡул ҡуйыла, баш ҡала Питерҙан Мәскәүгә күсерелә, Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы һәм Ҡыҙыл Армия ойошторола һәм башҡалар. Былар бары­һы ла ахыр сиктә еңеүгә алып килә.
Нисек кенә булмаһын, үткән тарихыбыҙ тураһында ихтирам менән һөйләргә кәрәк. Нәфрәтһеҙ һәм артыҡ тойғоларһыҙ ғына. Әлбиттә, революцияны туҡтауһыҙ данлау кәрәкмәй икәнлеге былай ҙа аңлашыла. Хирургик операцияға, мәҫәлән, дан йырлап булмай бит инде. Уны дауалау ғына талап ителә. Кешеләрҙе йәлләргә кәрәк, бер кемгә лә ғүмер ике бирелмәгән бит. Ленин нимә әйтергә белгән: “Мәсьәләне реформа юлы менән хәл итеп була икән, ниндәй иҫәр революцияға барһын...” Ул хатта “1917 йылдың көҙөндә Питерҙа мин һәм Троцкий булмаһа, ошондай революция ла яһалмаҫ ине” тип иҫәпләгән. Тимәк, ул ил яҙмышында башҡа юлдарҙы ла һайларға мөмкин икәнлеген таныған. Тикшеренеүселәр ошондай тәүбә һүҙҙәрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға тейеш түгел. Беҙҙең тарихыбыҙ шулай яҙылған, бүтәне юҡ.


Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ, яҙыусы, филология фәндәре докторы:
– Халҡыбыҙ өсөн үҫеш осоро булды ул дәүер. Был көн Рәсәйҙәге күп халыҡтарға үҙ милли дәүләтен төҙөргә, мәҙәниәтен, иҡтисадын, мәғарифын үҫтереүгә юл асты. Яңы тормош төрлө милләттәрҙең матур йолаларын, һоҡланғыс ижадын, шәхестәрен яңынан тергеҙергә мөмкинлек бирҙе. Бөйөк шағирҙар һәм мәғрифәтселәр М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев халҡыбыҙға әйләнеп ҡайтты. Уларҙың ижады, йәмәғәтселек эшмәкәрлеге милли рухты үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
Ҡәҙриә ҒӘЙФУЛЛИНА, тарих уҡытыусыһы, Ҡырмыҫҡалы районы:
– Тарихты боҙоп күрһәтергә ярамай, уны нисек бар, шулай өйрәнергә тейешбеҙ. Бөгөн был байрамды Халыҡтар берҙәмлеге көнө итеп билдәләһәк тә, минең аңымда Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө булараҡ һаҡлана. Был тарихи дата – илдә яңы ҡоролошҡа нигеҙ һалған күренеш. Бөгөн уның кире яҡтарын ғына күрергә тырышһаҡ та, күп изге эштәр башҡарылды. Ябай халыҡҡа белем алыуға юл асылды. Ил һәр йәһәттән ныҡлап үҫеште, донъя тарихында ҡалырлыҡ ҙур асыштарға шаһит булдыҡ. Бөтәһе лә бушлай ине, иртәгәһе көнгә ышаныс менән йәшәнек.
Гөлсирә БАЙНАЗАРОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
— Берҙәмлек көнө. Матур һүҙ. Йәш быуынға был байрам тураһында күберәк һөйләргә кәрәк, минеңсә. Берҙәм, татыу йәшәүгә ни етә?! Шөкөр, илебеҙҙә тыныс. Милләт-ара дуҫлыҡҡа, толерантлыҡҡа беҙҙә күптән ныҡлы нигеҙ һалынған. Былар һәр кем өсөн ҡәҙерле ҡиммәттәр булырға тейеш. Элекке һымаҡ транспаранттар тотоп урамға сыҡмаһаҡ та, күңелебеҙҙән ошоға инанһаҡ, байрамдың бәҫе тағы ла арта төшөр.


Вернуться назад