Сәфәр файҙалы булмаҡсы17.04.2012
Күптән түгел Башҡортостанға Финляндиянан эшлекле делегация килеп, республикабыҙ менән танышып ҡайтҡайны. Беҙҙең яҡ та яуап сәфәре менән оҙаҡламаны. Кисә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге делегация Финляндия Республикаһына юлланды.
Төп саралар бөгөн һәм иртәгә буласаҡ. Осрашыуҙар барышында яҡтар Башҡортостан менән Финляндия араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләһен ҡараясаҡ. Шул иҫәптән Өфө — Хельсинки транспорт бәйләнешен үҫтереү ҙә мөһим темаларҙың береһе. Улар “Финнайр” компанияһы менән берлектә һауа бәйләнешен булдырыу юлдарын тикшерәсәк.
Эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тә — сәфәрҙең мөһим йүнәлештәренең береһе. Беҙҙең делегация Башҡортостан менән сауҙа бәйләнештәрен үҫтерергә теләүсе фин эшҡыуарҙары менән осрашасаҡ.
Сәфәр барышында семинарҙа ҡатнашыу, Финляндияның иҡтисади үҫеш министры Юри Хякямиес, билдәле предприятиелар һәм компаниялар етәкселәре менән осрашыу, Лахти ҡалаһында фән һәм бизнес паркында булыу кеүек ҡыҙыҡлы программалар көтөлә.
Ә кисә рәсми делегация Санкт-Петербург ҡалаһында “Башҡортостан” сауҙа йортон асыуҙа ҡатнашты.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад