Мөлкәтегеҙ бармы? Автомобиль, фатир, ер участкаһы һәм башҡалар... Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы иҫегеҙгә төшөрә: ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем бөтә төр милеккә һалымығыҙҙы түләп ҡуйыу зарур. Тәртип буйынса, республика һалым органдары халыҡҡа махсус квитанциялар ебәрә, түләүҙе банк йәки почта бүлексәләре аша башҡарырға мөмкин. Ер, торлаҡ һәм транспорт өсөн һалым буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте www.nalog.ru сайтына инеп, шәхси кабинетта ла асыҡларға була.
Был йәһәттән ҡануниәт йылдан-йыл камиллаштырыла, физик шәхестәрҙән һалым йыйыу ғәмәлен тағы ла һөҙөмтәлерәк итеү өсөн төрлө нормативтар һәм закондар ҡабул ителә. Миҫал өсөн, хәҙер һалым идаралығының электрон хеҙмәттәре менән ҡулланыусылар күпкә ота – мәғлүмәт тә күренеп тора, бер төймәгә баҫып, өйҙән сыҡмайынса ғына һалымды ла түләргә була. Һорауҙар булһа, һалым белгесе менән туранан-тура онлайн режимда бәйләнешкә инергә, мәсьәләне асыҡларға мөмкин. Иң мөһиме – түләүҙең электрон квитанцияһын һаҡлау зарур. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: электрон кабинет менән файҙаланғандарға почта аша квитанциялар ебәрелмәй. Әммә һеҙ ҡағыҙ документҡа күнеккәнһегеҙ икән, был теләкте тормошҡа ашырыу ҙа бер ни тормай: шәхси кабинет аша һалым идаралығы белгесенә мөрәжәғәт итергә һәм почта аша квитанция ебәреүҙе юлларға була. Әйткәндәй, ваҡытында түләнмәгән һалым өсөн 2 декабрҙән үк автоматик рәүештә пеня иҫәпләнә башлай.
Физик шәхес – мөлкәт хужаһы һалым түләү буйынса бурысын үтәмәй икән, ғәмәлдәге закон буйынса һалым органдары судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Был хәл штраф, һалым, пеня һәм башҡа түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3000 һумдан артҡанда тормошҡа ашырыла. Уның һөҙөмтәһе буйынса бурыс шәхестең банк иҫәбенән тотола.
Шәхси кабинет аша башҡарылған түләүҙәр хаҡында мәғлүмәт һалым органдарына еткерелә тора, әммә был ғәмәл кредит ойошмаларының мәғлүмәтте эшкәртеп өлгөрөүенә бәйле. Ҡайһы саҡта был биш көнгә тиклем һуҙылыуы ихтимал. Ошоға бәйле, ҡайһы саҡта түләүҙәр шәхси кабинетта сағылмай. Был осраҡта Федераль һалым органдары менән хеҙмәттәшлек иткән банк-партнерҙарҙың чектары ғәмәлгә ярашлы тип билдәләнгән (Сбербанк, Газпромбанк, Промсвязьбанк, ВТБ 24 һәм башҡалар).
Тағы ла шундай хәл тыуыуы ихтимал. Миҫал өсөн, бынан байтаҡ йылдар элек һатҡан автомобиль йәки дача өсөн һалым иҫәпләнгән, ти. Был осраҡта урындағы федераль һалым органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Улар иһә, үҙ сиратында, Росреестр, ЮХХДИ кеүек хоҡуҡ теркәүсе органдарға мөрәжәғәт ебәрә, әгәр ҙә үҙгәрештәр раҫлана икән, һалым органдары һуңғы өс йылға ҡабаттан иҫәпләү үткәрә.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан физик шәхес, һалым тураһында белдереү ҡағыҙы алмаһа ла, һалым түләмәһә лә һалым органдарына үҙенең мөлкәте тураһында хәбәр итергә бурыслы. Әгәр ҙә һалым хеҙмәткәрҙәре шәхестең иҫәпкә алынмаған фатир-машиналарын теркәү органдары мәғлүмәттәре буйынса үҙаллы таба икән, һалым объектҡа хоҡуҡ теркәлгән көндән алып унан алдағы өс йылға иҫәпләнә.
Унан тыш, быйылдан, Рәсәйҙең Һалым кодексына индерелгән төҙәтеүҙәргә ярашлы, граждандар һалымды бер-береһе өсөн түләргә хоҡуҡлы. Быға тиклем был мөмкин түгел ине. Хәҙер иһә мәғлүмәт тултырғанда бурыслының һәм уның өсөн һалым түләүсенең шәхси һалым номерҙарын күрһәтеү етә. Улар буйынса кем, ҡасан, кем өсөн күпме түләгәнен билдәләп була.
Беҙҙең төбәккә килгәндә, ошо көндәрҙә республика парламентарийҙары урындағы һалым ҡануниәтенә ике төҙәтмә индереү проектын хупланы. Һүҙ транспорт һәм ойошмалар мөлкәтенә һалынған һалымдар хаҡында бара.
Шулай итеп, депутаттар тәбиғи газда эшләгән транспорт сараларына һалымды 50 процентҡа түбәнәйтергә тәҡдим итә. Әммә транспорт сараһының “йәше” уртаса ун йылдан артмаҫҡа тейеш. Проектты тәҡдим итеүселәрҙең фекеренсә, был экологик яҡтан таҙа транспортты ҡулланыуға, автопаркты яңыртырға этәргес буласаҡ, һөҙөмтәлә транспортты ҡулланыу хәүефһеҙлеге лә артасаҡ.
Ойошмаларҙың мөлкәтенә ҡағылышлы үҙгәрештәргә килгәндә, ул һөҙөмтәһеҙ льготаларҙы бөтөрөүгә бәйле. Мәҫәлән, проект раҫланған осраҡта, һыра етештереүселәрҙең льготаһы бөтәсәк. Былтыр, илдәге тотороҡһоҙ иҡтисади хәлгә бәйле, парламентарийҙар тарафынан бындай льготалар ябылыу алдында торған ойошмаларға бирелгән булған. Улар эшмәкәрлеген туҡтатҡан осраҡта, эш урындары ҡыҫҡарыр һәм йәмғиәттә социаль көсөргәнеш артыр ине. Әлеге ваҡытта был ойошмаларҙың хәле тотороҡланған, артабан льготалар менән ҡулланыу урынһыҙ, республика ҡаҙнаһы ла юғалтыу кисерә, тип белдерә власть вәкилдәре.