Йөрәк тибеше31.10.2017
Йөрәк тибеше Ғәзиз төйәгебеҙҙең исемен йөрөткән “Башҡортостан” гәзитен республикабыҙ­ҙың йөрәк тибеше итеп күрәм. Шанлы ла, данлы ла йылдар үҙ ауазы менән уның биттәренә уйылған.
Төпләнгән баҫманың инде һарғая төшкән һандары берсә Ватан өсөн батырлыҡҡа, фиҙакәрлеккә әйҙәп, берсә уңалмаған йәрәхәттәй һулҡып ҡаға төҫлө. Был йөрәк тибешендә миллиондарҙың хеҙмәте лә, журналистарҙың күҙ нуры ла бар.
“Башҡортостан” бөгөн дә – заманыбыҙ, йәшәйешебеҙ йылъяҙмаһы. Ул үҙ эсенә төбәк парламентының үҫеш, үҙгәреш дәүерен дә алған. Яратҡан гәзитебеҙҙе бер быуатлыҡ оло байрамы менән ихлас күңелдән тәбрикләйем.

Йомабикә ИЛЬЯСОВА,
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы —
Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары.



Вернуться назад