Күҙәтеүселәрҙең ғәҙел ҡарашы17.04.2012
Күҙәтеүселәрҙең ғәҙел ҡарашыИл күләмендәге ҙур ваҡиға — Рәсәй Президентын һайлаған март айы ла артта ҡалды. Берәүҙәр өсөн ул тауыш биреү көнө менән генә сикләнгәндер, әммә һайлауҙы ойоштороусылар өсөн түгел. Бөгөн Башҡортостанда был йәһәттән планға ярашлы эш башҡарыла.
Үткән һайлауҙа Рәсәйҙә халыҡ-ара күҙәтеүселәр айырыуса күп булды. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлау барышында 17 халыҡ-ара күҙәтеүсе (Рәсәй буйынса — 700 самаһы) булды, шуларҙың унауһы — Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһынан, алтауһы — БДБ илдәренән, берәүһе — “Берләшкән йәштәр Германияһы” йәмәғәт ойошмаһынан.
Хөкүмәткә ҡарамаған Рәсәй ойошмалары тәҡдиме буйынса илдең Үҙәк һайлау комиссияһы 21 дәүләтте сағылдырған 50 кешелек бойондороҡһоҙ халыҡ-ара күҙәтеүселәр төркөмөн аккредитацияланы. Төркөм 4 мартта тауыш биреү, уларҙы иҫәпләү барышын күҙәтте һәм шәхси белдереү яһаны.
2 мартта халыҡ-ара күҙәтеүселәр берлектәге эш принциптарын билдәләгән Һайлауҙы намыҫлы һәм сәйәсиләштермәйенсә күҙәтеү тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. Ошо маҡсатта төркөм йәшерен тауыш биргәндә дөйөм, тиң, туранан-тура һайлау хоҡуғы, шулай уҡ асыҡ, ирекле, ғәҙел һайлау принциптарының үтәлешен баһаланы, ошоға ҡағылған анкета һорауҙарына яуап бирҙе.
Халыҡ-ара күҙәтеүселәр тауыш биреү һәм уларҙы иҫәпләү барышында Хабаровскиҙан алып Калининградҡа тиклем Рәсәй биләмәһендәге һайлау участкаларын күҙәтте, Хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар, сәйәси партиялар, һайлау комиссиялары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрҙе. Рәсәй һайлау хоҡуғы йәмәғәт институты Берләштерелгән күҙәтеүселәр советы етәкселегендә анкеталарҙы эшкәртте. Уларҙан күренеүенсә, халыҡ-ара күҙәтеүселәр һорауҙарҙың күпселегенә ыңғай яуап биргән.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер һайлау участкаларында тауыш биреү һәм уларҙы иҫәпләү барышында ошо принциптарҙың үтәлешенә ҡағылышлы бер нисә иҫкәрмә бар.
Участкаларҙың 3,3 процентында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең бинаға инеүе өсөн шарттар тыуҙырылмау, 1,1 процентында милли күҙәтеүселәрҙе индермәү, тағы ла 1,1 процентында веб-камералар эшендәге етешһеҙлектәр булыуы билдәләнгән. Бер участкала тауыш биреү өсөн йәшниктәр асылғандан һуң да һайлаусыларҙың исемлектәре менән эшләү дауам иткән.
Дөйөм алғанда, бойондороҡһоҙ халыҡ-ара күҙәтеүселәр төркөмө һайлау принциптары тулыһынса үтәлгән тигән һығымта яһаған. Улар билдәләүенсә, һайлау участкаларында милли күҙәтеүселәрҙән ҡануниәттең боҙолоуына бәйле мөрәжәғәттәре булмаған.
Шуныһы әһәмиәтле: һайлау участкаларының 89,1 процентында тауыш биреү барышы “яҡшы”, 10,9 процентында “ҡәнәғәтләнерлек” тип баһаланған. “Насар” баһа алған участкалар юҡ. Иҫкәрмәләргә ҡарамаҫтан, һайлаусыларҙың тауышын иҫәпләүгә күҙәтеүселәр “яҡшы” баһа ҡуйған.
Һайлауҙы күҙәтеүгә төрлө йәмәғәтселек төркөмдәре яғынан иғтибарҙың артыуын да билдәләргә кәрәк. Һәр һайлау участкаһында кандидаттарҙан кәмендә ике күҙәтеүсе булған. Төркөм ағзаларының фекеренсә, һайлау участкаларына веб-камералар ҡуйыу һәм Интернет селтәрендә он-лайн тапшырыуҙы ойоштороу йәмәғәтселек контроле йәһәтенән мөһим әһәмиәткә эйә. Бындай система — донъя кимәлендә уникаль күренеш, һәм ул ыңғай баһаға лайыҡ.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев исеменә Украиналағы коллегаһы Владимир Шаповалдан, һайлау барышын күҙәткән Ҡаҙағстан делегацияһы вәкилдәренән рәхмәт хаты килеүе, ҡунаҡтар өсөн Өфөлә экскурсия ойошторолоуы хаҡында гәзиттә хәбәр иткәйнек инде. Рәсәй һайлау хоҡуғы йәмәғәт институты советы рәйесе Игорь Борисов та Башҡортостандың һайлау комиссиялары вәкилдәренә участкаларҙа тейешле мәғлүмәттәр менән танышыу мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Мәүлиҙә ЯҠУПОВА.


Вернуться назад