Газ үткәреү йылдам дауам итә27.10.2017
Газ үткәреү йылдам дауам итәМәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән эш осрашыуы булды. Яҡтар хеҙмәттәшлектең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, төбәктә газ үткәреү тураһында һүҙ барҙы. Билдәләнеүенсә, 2005 – 2016 йылдарҙа “Газпром” республикала газ үткәреүгә 3,8 миллиард һумлыҡ инвестиция һалған, дөйөм оҙонлоғо 483 километрлыҡ 25 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлгән. Был осорҙа Башҡортостанда газ үткәреү кимәле 78,5 проценттан 91 процентҡа тиклем артҡан (Рәсәй буйынса дөйөм күрһәткес – 67,2 процент).
Быйыл финанслау күләме 250 миллион һум тәшкил итә. Әле “Газпром” Баймаҡ, Баҡалы, Борай, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында, шулай уҡ Нефтекаманың яңы биҫтәләренә алты газ үткәргес һала. Бынан тыш, Бөрйән һәм Учалы райондарында тағы ла ике объект буйынса проект-смета документтары эшләнә.
Быйыл октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән “Газпром” йәмғиәте 2021 йылға тиклем төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһын раҫланы. Документ 52 меңдән ашыу йортто һәм фатирҙы, 104 биләмәләге 209 ҡаҙанлыҡты зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе күҙаллай. Компанияның инвестицияһы 3,6 миллиард һум күләмендә баһалана.
Осрашыуҙа шулай уҡ төбәктә газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү тураһында һүҙ барҙы. Әле республикала “Газпром”дың 13 газ тултырыусы компрессор станцияһы эшләй, шуларҙың береһе – Өфөләгеһе – 10 октябрҙә генә сафҡа ингән. Сибайҙа яңы станция төҙөү өсөн әҙерлек эше бара.


Вернуться назад