Ошо көндәрҙә Индонезияла Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм традицион сәнғәт советының (CIOFF) Генераль ассамблеяһы ултырышында Бөтә донъя фольклориадаһы-2020 менән таныштырҙылар. Башҡортостанда күләмле сараны үткәреүгә әҙерлек барышы тураһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һөйләне. Рәсәй Президенты Владимир Путин Указға ҡул ҡуйҙы, әле ойоштороу комитеты һәм федераль саралар планы төҙөлә. Республика кимәлендә иһә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тарафынан ойоштороу комитеты һәм эш төркөмдәре раҫланды. Төбәк ойоштороу комитеты төҙөгән план проекты CIOFF Генераль ассамблеяһында тәҡдим ителде һәм уның ағзалары тарафынан хупланды.
47-се Бөтә донъя CIOFF конгресы барышында ойошманың Башҡарма комитеты менән Республика халыҡ ижады үҙәге араһында 2020 йылда үтәсәк төп мәҙәни сараға әҙерләнеүҙең ғәмәли мәсьәләләре билдәләнгән килешеүгә ҡул ҡуйылды. CIOFF президенты Филипп Боссан Фольклориадаға һәм киләһе йыл сентябрҙә Башҡортостанда 48-се Бөтә донъя CIOFF конгресына әҙерлектең юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.
Л. ДӘҮЛИЕВА.