Белемде өйҙән сыҡмай камиллаштырырға25.10.2017
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Совет ултырышы үтте.


Кәңәшмәлә республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов әлеге дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең квалифика­цияһын камиллаштырыуҙа дистанциялы алымдарҙы киң файҙаланырға өндәне. Элекке кеүек ике аҙнаға баш ҡалаға саҡырып уҡытыу алымынан арынып, электрон форматҡа күсергә саҡырҙы. Шулай уҡ ҡайһы бер дәүләт хеҙмәт­кәрҙәренең “Дәүләт хеҙмәте” электрон порталын да тулыһынса файҙаланмауын билдәләне. “Башҡарма власть органдарында эшләгәндәр бар яҡтан да белемле, компетентлы булырға тейеш”, – тине Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса идаралығы начальнигы Рөстәм Хәйҙәров әлеге мәлдә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт­кәрҙәренең һөнәри үҫеше һәм электрон уҡытыу барышы менән таныштырҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин республикала электрон мәғарифты үҫтереү барышына байҡау яһаны.
Кәңәшмәлә 2018 йылда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә эшләгән һәр кем “Дәүләт хеҙмәте” порталында теркәлергә һәм дистанциялы уҡыу алымдарын киң файҙаланырға тейеш тигән маҡсат ҡуйылды. Был йәһәттән республика вуздары башҡаларға үрнәк булырлыҡ.


Вернуться назад