Рәсәйҙең төп сәйәси, ижтимағи, мәҙәни үҙәктәренең береһенә әүерелгән Сочи әлеге көндә тағы гөрләй – унда Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале бара. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара көткәндән дә киңерәк һәм әһәмиәтлерәк буласаҡ, сөнки быға тиклем унда 20 мең ҡатнашыусының килеүен көтһәләр, ысынбарлыҡта был һан 25 меңгә еткән. Рәсәй өсөн бындай фестиваль яңылыҡ түгел: быға тиклем бөтә донъя йәштәрен 1957 һәм 1985 йылдарҙа йыйғандар. Әммә, уларҙан айырмалы рәүештә, быйыл ҡунаҡтарҙы Мәскәү түгел, ә Ҡара диңгеҙ буйындағы данлыҡлы ҡала ҡабул итә. Шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусы илдәрҙең һаны ла рекордҡа торошло – 180-дән ашыу.
Ойоштороусылар Демократик йәштәр федерацияһы менән берлектә исемлектәрҙән төшөп ҡалған, әммә барыбер сарала ҡатнашырға ниәтләгән йәштәргә лә мөмкинлек биргән: улар өсөн дә ҡунаҡхана, туҡланыу мәсьәләләре хәл ителгән.
Фестиваль 14 октябрҙә башланды. Сараны асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашҡан. Ул шулай уҡ йәштәр менән эшлекле осрашыуҙа булып, аралашыуҙың һөҙөмтәләре буйынса тәүге эштәрҙе лә билдәләгән. Атап әйткәндә, яңылыҡтар йәштәрҙең фәнни башланғыстарын үҫтереү һәм киңәйтеү өсөн норматив нигеҙ булдырыуға, был йәһәттән ҡануниәтте камиллаштырыуға ҡағыла.
Тантананы асҡан саҡта Президент: “Бынан алты тиҫтә йыл элек илебеҙҙә тәүге фестиваль ойошторолған. Унда ла һеҙҙең кеүектәрҙе йәшлектең ихласлығы, дәрт-дарманы донъяны ғәҙелһеҙлектән, һуғыш һәм низағтарҙан ҡотҡарыр тигән изге инаныу, ныҡлы ышаныс берләштергән. Ул саҡта йәштәр ысын дуҫлыҡҡа бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа кәртә булып тора алмағанын, ә кешеләргә күңел йылыһы менән бүлешергә бер ниндәй ҙә милли, дини, мәҙәни һәм башҡа айырмалыҡтар тотҡарлыҡ тыуҙырмағанын иҫбатланы”, – тине һәм йәштәрҙе берҙәм булырға, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ынтылырға саҡырҙы.
Фестиваль, төрлө илдәрҙән килгән йәштәрҙең танышыу-аралашыу урыны булыу менән бер рәттән, глобаль проблемаларҙан башлап, йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү, башланғыстарға этәргес биреү, төрлө йүнәлештә фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла буласаҡ. Һәр йәһәттән тиңе булмаған йәштәр форумы 22 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Байрас АЗАМАТОВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале ҡатнашыусыһы (телефондан):
– Әле беҙ Сочиҙа, иҫ киткес ҙур фестивалдең уртаһында ҡайнайбыҙ. Сарала ҡатнашырға Башҡортостандан 1200 кеше теләк белдергәйне, улар араһынан 18 – 35 йәштәге булдыҡлы, уңған, маҡсатлы 200 кеше һайлап алынды, 50 кеше волонтер сифатында килде. Арабыҙҙа студенттар ҙа эшләп йөрөүсе йәштәр ҙә бар. Барыбыҙҙы бер һыҙат берләштерә – артабан үҫергә, яңы юлдар табып алға ынтылырға. Был йәһәттән фестиваль бик күп мөмкинлектәр бирә. Аралашыу бәхете генә ни тора! Бына, мәҫәлән, һеҙгә интервью бирәм, ә эргәмдә Мозамбик, Непал, Сүриә вәкилдәре баҫып тора. Телде белмәһәк тә, аңлашабыҙ-аралашабыҙ. Төньяҡ Корея вәкилдәре лә бар. Был ил тураһында төрлө хәбәрҙәр күп, мәғлүмәти йәһәттән ябыҡ дәүләт тип беләбеҙ. Ә унан килгән студенттар был фекерҙе юҡҡа сығарҙы – бына тигән белемле, итәғәтле, алсаҡ йәштәштәребеҙ!
Һәр илдең, һәр төбәктең үҙ майҙансығы ойошторолған, беҙҙеке “Башҡортостан – бал иле” тип атала. Унда республикабыҙҙың ҡаҙаныштары, тәбиғәте, мәҙәниәте, тарихы менән танышырға, төрлө сувенирҙар һатып алырға, һорауҙарға яуаптар алырға була.
Үҙемә килгәндә, мин бында донъя кимәлендәге бәйләнештәр булдырырға тигән маҡсат менән килдем. Киләсәктә ошоға бәйле тормошҡа ашыраһы хыялым да бар. Үҙем менән Башҡортостанды һүрәтләгән 20 магнит һалып алдым – күңелемә ятҡан кешеләргә бүләк итәсәкмен, тыуған республикам сәләмен ҡитғаның төрлө тарафтарына юллаясаҡмын.