Ә Европала туған тел нисек уҡытыла?18.10.2017
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Германияның Страсбург ҡалаһына Европа советының Урындағы һәм муниципаль властары конгресының 33-сө сессияһы ултырышында ҡатнаша. Көн тәртибендә Европа илдәрендәге милли һәм тел сәйәсәте буйынса бер нисә тема ла бар.
Хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа Рәсәй һәм Европа вәкилдәренең парламент-ара осрашыуы өсөн майҙансыҡтар кәмей бара, шуға күрә был осрашыу айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. “Күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаттары төркөмө, беҙҙең дәүләт символдарын дипломатик учреждениеларҙан алып ташлап мыҫҡыл иткәндән һуң, Нью-Йорктағы форумға барыуҙан баш тартты, – тип белдерҙе Константин Толкачев. – Бындай хәлдә Страсбург ҡалаһы Рәсәй һәм Европа илдәренең ҡануниәт һәм башҡарма власть органдары өсөн берҙән-бер осрашыу урыны булып ҡала”.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, парламентарийҙар осрашыуында милли сәйәсәт үткәреү, туған телдәрҙе уҡытыу һәм үҫтереү тәжрибәһенә лә ҙур урын биреләсәк. Был ҡануни йүнәлеште күп милләтле илдәр – Испания, Италия һәм Бельгия дәүләттәре миҫалында ҡарау планлаштырыла.
– Күп милләтле держава булған Рәсәй һәм күп милләтле беҙҙең республика өсөн ошо тема айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, – ти Башҡортостан Парламенты етәксеһе. – Европа илдәренең туған телдәрҙе уҡытыу, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә ярҙам итеү, милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм килеп сыҡҡан ҡаршылыҡтарҙы еңеү буйынса тәжрибәһен өйрәнеү беҙгә бик кәрәк.