Партия йүгәнде Мифтаховҡа тапшырҙы14.04.2012
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк башҡарма комитетында ҙур үҙгәреш булды — 2010 йылдың декабренән алып уға етәкселек иткән Рөстәм Ишмөхәмәтов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы.
Яңы етәксе итеп Альберт Мифтахов тәғәйенләнде. Был политолог республика халҡына яҡшы таныш: ул былтыр Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкиле булараҡ Дәүләт Думаһына алдан һайлауҙа ҡатнашты, Башҡортостандың Владимир Путинды яҡлау буйынса халыҡ штабына идара итте.
Башҡарма комитет етәксеһе вазифаһына Альберт Мифтаховтың кандидатураһын “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Генераль советы Президиумы раҫлаған. Рөстәм Ишмөхәмәтов иһә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары булып эш башланы.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад