Яҙғы ташҡын, экологик өмәләр — миҙгелдең төп мәсьәләләре, ә социаль торлаҡ төҙөү проблемаһы һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала. Башҡортостан Хөкүмәтендә ошоларға һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙәге ведомство-ара хеҙмәттәшлек буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға арналған кәңәшмә үтте.
Ташҡын проблемаһы бынан бер нисә көн элек башҡа райондарҙа киҫкенләшһә, әлеге ваҡытта Ҡариҙел районы ауылдарына хәүеф янай. Республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы рәйесе Марат Мәһәҙиев быға бәйле етди саралар күрелеүен билдәләп үтте, шул иҫәптән Павловка һыу һаҡлағысының һыу кимәлен күтәреү иҫәбенә хәлде еңеләйтмәкселәр. Эш шунда: ҡарһыҙ һалҡын ҡыш йылғаларҙың төбөнә тиклем тиерлек туңыуына килтергән, әле иһә төбәктәге һыу ятҡылыҡтарында 20 километр оҙонлоғондағы боҙ тығыны хасил булған. "Районда йәшәүселәр бындай хәлде хәтерләмәй. Халыҡ ташҡынға әҙер, хәүефле биләмәләрҙә йәшәүсе кешеләр алдан иҫкәртелгән. Һыу юлында – 200-ҙән ашыу йорт, дауахана һәм мәктәп. Дауахана пациенттарының ҡайһы берҙәре өйҙәренә ҡайтарылды, ҡалғандары бинаның икенсе һәм өсөнсө ҡаттарына күсерелде, беренсе ҡат тулыһынса бушатылды. Йылға аръяғынан йөрөп уҡыусы балалар әлегә мәжбүри каникулда", – тип белдерҙе селектор кәңәшмәһендә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илдар Ғарифуллин.
Бынан бер нисә көн элек ташҡын ҡеүәтен татыған йәрмәкәйҙәр иһә: "Һыу кәмей башланы", — тип белдерә. Район хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов бәләгә тарыған ауылдарҙың хәле, ташҡынға ҡаршы алып барылған эш менән ентекле таныштырҙы. Матди зыян күләме иҫәпләнә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов өҫтә телгә алынған төбәктәрҙән тыш, хәүефле хәлдең Миәкә районында һәм Октябрьский ҡалаһында һаҡланыуын һәм хәлде ентекле контролдә тотоу, ваҡытында тейешле саралар күреү кәрәклеген билдәләне.
Ташҡын башланғандан һуң республиканың 14 районында 27 ауыл һәм ҡала һыу аҫтында ҡалған. Һыу 400-гә яҡын йортҡа килеп еткән, уларҙа 681 кеше йәшәй. 445 кеше эвакуацияланған.
Кәңәшмәлә тағы бер мөһим проблема тикшерелде: 1 июлдән Рәсәйҙең дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлеккә күсә. Әһәмиәтле сара кешеләрҙең төрлө белешмәләр юллап, тиҫтәләгән ведомство тупһаһын тапауын, сәғәттәр буйы сират тороп, ваҡытын бушҡа сарыфлауын бөтөрөргә тейеш. Был йәһәттән республикала етди әҙерлек бара, һәр районда яуаплы белгестәр билдәләнә. Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ведомстволарҙың әҙерлек кимәлен юғары тип баһаланы.
Кәңәшмәлә социаль торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу проблемалары ла тикшерелде. Шулай уҡ яҙғы экологик өмәләр – тирә-йүнде таҙартыу һәм төҙөкләндереү — мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Г. РӘСҮЛЕВА.