Ҡулы белгән бал ашар13.10.2017
Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сығышы менән башланып китте.

– Беҙ байрамды эшлекле кәйеф менән ҡаршылайбыҙ һәм бер юлы алға яңы бурыстар ҙа ҡуябыҙ, – тине республика етәксеһе, бөтәһен дә байрам менән ҡотлағас. – Төбәгебеҙҙең ҡаҙа­ныш­тарында һәр кемдең өлөшө бар. Башҡортостан һәм Рәсәй мәнфәғәт­тәренә хеҙмәт иткәндәрҙең барыһына ла ысын йөрәктән рәхмәт әйтәм.
Республиканың 100 йыллығын байрам итеүгә ике йылдан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Был тарихи дәүер үткән быуаттың киң ҡоласлы ҡаҙаныштарын да, фажиғәле ваҡиғаларын да үҙ эсенә ала. Әле, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, ошо күренекле датаға ҙур әҙерлек бара. Район һәм ҡалаларҙа “Баш­ҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” акцияһы уңышлы тормошҡа ашырыла: дауаханалар һәм мәктәптәр төҙөлә, мәҙәниәт һәм спорт үҙәктәре ҡалҡа, күперҙәр һәм юлдар һалына, газ һәм һыу үткәргестәр һуҙыла. Былар барыһы ла республика халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.
Күп быуатлыҡ халыҡтар дуҫлығын, диндәрҙең тыныс һыйышып йәшәүен республика етәксеһе беҙҙәге именлектең һәм үҫештең нигеҙе тип атаны. Берҙәмлектең, иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙәге үҫештең мөһим шарты – власҡа ышаныс. “Уны фәҡәт намыҫлы хеҙмәт һәм вазифаңа яуаплы ҡараш менән генә яуларға мөмкин”, – тине Башҡортостан Башлығы. Властың эш-ғәмәлдәре һәм киләсәккә ниәте һәр кем өсөн асыҡ, аңлайышлы булырға тейеш.
Социаль яҡтан етеш тормоштоң нигеҙе – тиҙ үҫә барған иҡтисад. 2011 йылдан алып республикала сәнәғәт етештереүе һәм торлаҡ төҙөлөшө – өстән бер, ауыл хужалығы бер ярым тапҡырға артҡан. Былтыр иҡтисадҡа 360 миллиард һумлыҡ инвестиция йүнәлтелгән, шуның яртыһы эшкәртеү тармағына тура килә.
Башҡортостан Башлығы быйыл иҡтисади үҫештең нығына барыуын, эшлекле даирәләрҙең һәм сауҙаның йәнләнеүен билдәләне. Замандың яңы талаптарына яраҡлаша барып, республика Хөкүмәте быға саҡлы булдырылған шарттарҙы йоғонтоло файҙаланыуға иреште, импортты алмаштырыу һәм продукцияның сифатын яҡшыртыу буйынса ышаныслы аҙымдар яһаны. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр асылды.
– “Ҡулы белгән бал ашар”, ти башҡорт халҡы, – был һүҙҙәрҙе Рөстәм Зәки улы телмәренең аҙағында башҡортса әйтте. — Башҡортостанды уңған һәм ҡунаҡсыл кешеләр төйәге итеп беләләр. Ул Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәре исемлегенә инә, Рәсәй иҡтисадын нығытыуға, уның фәнен һәм мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Артабан да шулай буласағына ышанам!


* * *

Республика көнөндә баш ҡаланың Спорт майҙаны алды гөрләп торҙо – митинг-концерт үтте. Байрамға төрлө ҡалаларҙан, райондарҙан ун меңдән ашыу халыҡ килде.

Башҡортостан Башлығы Рөс­тәм Хәмитов, йыйылыу­сыларҙы сәләмләп:
– Был көн барлыҡ республика халҡын берләштерә. Һис һүҙһеҙ, беҙ яҡшы, изге эштәр менән мәшғүлбеҙ. Үткәнде иҫкә төшө­рәбеҙ, бөгөнгө көн менән йәшәйбеҙ. Иң мөһиме – беҙ киләсәкте төҙөйбөҙ. Алда яҡшы эштәр тора. Яңы мәктәптәр, дауаханалар һалабыҙ. Ябай халыҡ яҡшы йәшәһен өсөн барыһын да эшлә­йәсәкбеҙ. Хеҙмәт хаҡын арттырыу, яңы эш урындары булдырыу йүнә­лешендә көс һаласаҡбыҙ.
Митингты Рәсәй һәм Башҡортостан сәнғәт әһелдәренең концерты йәмләне.

Р. КӘЛИМУЛЛИН, В. ИСХАҠОВ.


Вернуться назад