Башҡортостан Президенты Хакимиәте эш сәфәре барышында “Потемкин ауылдары” ойоштороуҙы һәм республика етәкселеген ҡаршылау өсөн балаларҙы йәлеп итеүҙе рәсми тыйҙы.
Тейешле документ тиҙ арала әҙерләнеп, Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса 12 ноябрҙә ҡала һәм район хакимиәттәренә ебәрелде.
Башҡортостан Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев аңлатыуынса, Рөстәм Хәмитовтың эш сәфәрҙәрен әҙерләүҙе тәьмин итеүселәр урындарҙа республика етәкселеген көткән ваҡытта яһалма тантана мөхитен тыуҙырмауҙы һәм Президент барасаҡ предприятиеның туранан-тура эшмәкәрлегендә ҡатнашмаған кешеләрҙе йәлеп итмәүҙе күҙәтеп барасаҡ.
Был айырыуса балаларға ҡағыла. Ҡайһы бер саҡта етәкселек килгәнгә тиклем бер нисә сәғәт буйына балаларҙы, бәләкәй флагтар һәм шарҙар тоттороп, еңелсә байрам кейемендә урамда тоталар.
Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан буйлап бөтә сәфәрҙәре эшлекле мөхиттә үтә һәм улар тантана түгел, ә тикшереү характерына эйә.
Башҡортостан Президенты вазифаһында Рөстәм Хәмитовтың тәүге хеҙмәт көнөнән үк эш осрашыуҙарын иҫке йолалар менән алмаштырырға маташыуға юл ҡуймау хаҡында урындағы властарға телдән күрһәтмә бирелгәйне, хәҙер был тыйыуҙы яҙма рәүештә еткереү зарур. Ҡайһы бер муниципаль берәмектә, мәктәп балаларын сиргә дусар итеп, күҙ буярға һәм “байрам мөхите” тыуҙырырға тырышалар.
Ринат ЛИТВИНОВ.