Власть — өҫтөнлөк түгел, ә йөк кенә06.10.2017
Власть — өҫтөнлөк түгел, ә йөк кенәУйҙарыңдан уйылып китерлек, хәстәр һәм хәсрәт даръяһында сәсәрлек
заманда йәшәйбеҙ инде. Тәҡдирҙер, тип әйтер инең, эшләп һәм намыҫына ғына таянып ғүмер иткән күпселектең Хоҙай алдында ярлыҡамаҫлыҡ ғәйебе лә юҡтыр. Дәүерҙәр,
быуаттар үтә, дәүләттәр ярала ла тарих шарлауығына түңкәрелеп юғала, хакимдар
килә-китә, шулай булғас, ниңә һуң әле халыҡтың төпкөл уй-хыялдары, маҡсаттары, ынтылыштары ғүмер баҡый илтифатһыҙ, ысынлап та, хыял ғына булып ҡала?



Йәшәү рәүешен үҙгәртеү әмәлдәре, бәлки, барҙыр, әммә бер дәүләткә ихтыярлы-ихтыярһыҙ берләшкән ҡәүемдәрҙең быуаттар буйына һеңдерелгән ғәҙәттәрен, инаныуҙарын, холоҡ-фиғелен бүтән ҡалыпҡа һалыу мөмкин эшме икән? Көнбайышта ХIХ быуатта йәшәгән дәүләт эшмәкәре Дэниел Уэбстер әйтмешләй, “үҙ именлегенең башына халыҡ үҙе еткәнгә ҡәҙәр илде емереү мөмкин түгел, үҙ именлеге тураһында хәстәрләүҙе халыҡ үҙ ҡулына алмайынса, илде ҡотҡарып ҡалып та булмай”.
Был тезис, әлбиттә, бәхәсһеҙ түгел. Рәсәй Федерацияһында ла, Конституцияла тәҡрарланғанса, дәүләткә идара итеүҙә һүҙҙең иң тосо һәм хәл иткесе халыҡ теленә һалынған. Уртаҡ тауыш биреү юлы менән һайланып ҡуйылған Президенты, парламенты, Конституция Суды, Хөкүмәте законлаштырылған дәүләттә, һәр хәлдә, шулай булырға тейештер.
Ләкин беҙ Рәсәйҙә йәшәгән кешеләрҙең менталитетын иғтибарҙан ситтә ҡалдыра алмайбыҙ. Демократия, халыҡ власы тип күпме генә һөйләнһәк тә, ватандаш­тарыбыҙ ғәмәлдә борон-борондан кенәзгә, батшаға, императорға, генераль секре­тарға, Президентҡа күҙ терәп ғүмер иткән. Бының ыңғай яҡтары ла, кәмселеге лә, әлбиттә, бар. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй билә­мәләрендә үҙәкләштерелгән хаким­лыҡ традициялары быуаттар тәжрибәһе менән нығытылған.
“...Әгәр идара итеүҙә деспотиянан бүтән әмәл нығына ҡалһа, Рәсәй һымаҡ бөйөк дәүләт һәләк булыр ине, сөнки алыҫ губерналарға тиҙләтеп ярҙам күрһәтеү уның ғына ҡулынан килә. Бүтән теләһә ниндәй форма ла һәр нәмәгә тереклек биргән эшмәкәрлекте ғәмһеҙлеге менән юҡҡа сығара. Шуға күрә закондарға буйһонған, уларҙы ныҡ уйлап, халыҡ мәнфәғәте өсөн сығарған хакимдарҙың булыуын Хоҙайҙан һорайыҡ”. Быны Әбей батша, бөйөк Екатерина II, яҙған.
Шуны ла өҫтәп әйтәйек: беҙҙең илдә ябай халыҡ хакимлыҡ теҙгенен ҡыҫҡа тотҡан, башлы, көслө ихтыярлы, кешеләргә ихтирамлы һәм тик торғанда йыйырылмаҫ ҡашлы етәкселәрҙе хуп күргән.
Кеше ғүмере самалы ғына тиһәк тә, иҫәпле генә йылдар эсендә лә әҙәм балаһы әллә күпме ваҡиғаларға шаһит булып, ил етәкселәре менән шәхсән аралаша алмаһа ла, уларҙың, исмаһам, күләгәһен күреп өлгөрә. Мин иҫ белгәндә Совет дәүләтенең иң оҙайлы һәм шундай уҡ дәһшәтле хакимы Иосиф Виссарионович Сталин Аллаһ Тәғәләнең үҙен алмаштырғандай ине әле. Һис үлмәҫ тигән юлбашсыбыҙҙы ла мәңгелек иле үҙенә саҡырғас, идара иткән фирҡә һәм дәүләт башында маҙаһыҙ холоҡло Никита Сергеевич Хрущев, “торғонлоҡ символы” атамаһын алған Леонид Ильич Брежнев, сырхау ҡартластар Андропов менән Черненко, ҡеүәтле илде киң йылмайып ҡына кәкре ҡайынға терәткән Михаил Сергеевич Горбачевтар булып алды. Шул ҡәҙәре оло вазифалар биләгән шәхестәр тураһында шулай әйтеүемдең сәбәбе — Сталиндан һуң килгән етәкселәрҙең ил тарихында рәхәтләнеп һөйләрлек эҙ ҡалдыра алмауында.
Рәсәй Федерацияһының беренсе Президенты Борис Николаевич Ельцин тураһында, күп яҙылыуға ҡарамаҫтан, объектив һәм халис фекер әлегәсә әйтелмәгән. Бәхәстәр уята торған шәхестәр хаҡында һүҙ өсөн шаҡтай ваҡыт үлсәме, төрлө быуындар баһаһы кәрәк.
Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты Владимир Путинға иртәгә 65 йәш тула. Халыҡса итеп әйтһәк, ҡарт та түгел, йәш тә түгел, самай... Хәтерҙә, Борис Ельцинға, “Рәсәйҙе һаҡлағыҙ” тигән васыят менән ялға киткәнендә, 68 ине. Горбачев иһә вазифаһын 60 йәшендә ҡалдырҙы. Хәйер, дәүләт башлыҡтарының йәшен барлап ултырыу ҙа әҙәпһеҙлектер. Шуға күрә иғтибарҙы илебеҙҙең бөгөнгө етәксеһенә, уның иңенә төшкән мәшәҡәтле бурыстарға йүнәлтәйек.
Ельцин “Рәсәйҙе һаҡлағыҙ” тигән аманат әйтһә лә, Владимир Путин өлөшөнә сәйәси тарҡаулыҡ, милләт-ара ыҙғыштар, емерелгән иҡтисад һәм бүтән дәүләттәр менән булыр-булмаҫ мөнәсәбәттәр ҡалғайны. Евразия киңлектәренә йәйрәп ятҡан ғәйәт ҙур ил йә йәшәйбеҙ, йә юҡ тигән сиккә килеп терәлгәйне. Күптән түгел генә Советтар Союзын тәшкил иткән милли республикалар, мөстәҡиллек алып, үҙаллы дәүләт статусына эйә булды, Рәсәй Федерацияһының үҙендә лә тарҡалыу билдәләре күренә башлағайны. Ил тарихында, уның мәртәбәһен нығытыу өсөн, ихтыяри индустриялаштырыу, армияһын ҡоралландырыу, халыҡты уҡыу-яҙыуға өйрәтеү, сиҙәм күтәреү кеүек дәүерҙәр ҡоласындағы эштәр менән шөғөлләнеү зарурлығы булғыланы.
Тарихҡа йәнә күҙ һалыу ниңә кәрәк булды әле? Сөнки Путинға Рәсәйҙе ниндәй хәлдә ҡабул итергә тура килеүен онотторорға теләгән кешеләр Мәскәүҙә лә, төбәктәрҙә лә һаман бихисап. Шул уҡ ваҡытта демократтар мөхитенән сыҡҡан, дәүләт идаралығы тәжрибәһен Анатолий Собчак мәктәбендә алған етәксебеҙгә тамам бөлгән иҡтисад, сәйәси элитаның тарҡаулығы, кәмһетелгән армия һәм флот, хаттин ашҡан енәйәтселек, хаяһыҙ чиновниктар ғәскәре ҡалды. Хәйер, ошо теҙмәне артабан бик оҙаҡ дауам итергә мөмкин булыр ине.
Власть — өҫтөнлөк түгел, ә йөк кенәВладимир Владимирович дәүләт башына килгән ваҡытта үҙебеҙҙәге республика гәзиттәренең береһе, әллә үҙенсә­лекле фекерләүен йә иһә үткер теллелеген күрһәтергә теләпме, “Рәсәй XX быуатты Распутин менән башлағайны, Путин менән тамамлай” тип хәбәр һалғай­ны. Тарихта һәм ижтимағи тормошта аҙ ғына булһа ла хәбәрҙар кеше бындай пара­логизмдың әҙәпһеҙлеген аңлар, әлбиттә.
Президентлыҡҡа өсөнсө мәртәбә килеүенең башында уҡ әле Путин ошо вазифаға дүртенсе тапҡыр һайланыу ихтималлығын кире ҡаҡмағайны. Бының ысын буласағына ышаныу өсөн күрәҙә булыу ҙа кәрәкмәй, сөнки беҙ, мәҫәлән, ил башында бүтән кемдеңдер тороуын күҙ алдына килтермәйбеҙ. Демократия принциптарынан сығып уйлағанда, был, бәлки, һәйбәт тә түгелдер. Әгәр Путин март айында йәнә һайлана ҡалһа (ә бында кемдең шиге бар?), дәүләткә идара итеү теҙгенен ул 24 йыл тота булып сыға. Был Сталиндың вазифалыҡ “стажы”нан барыбер биш йылға кәмерәк.
Шулай ҙа иҫәп-хисап менән бигүк мауыҡмайыҡ әле. Хакимдың, биләгән урынынан бигерәк, башҡарған эштәре мөһимерәк. Был йәһәттән оло сәйәсәттән һәм юғары даирәләрҙән алыҫ торған кешегә лә Ельциндың “батшалыҡ итеүе” менән Путиндың идара итеүе араһындағы айырма күҙе һуҡыр, күңеле йомоҡ кешегә лә асыҡ күренә. Ошо айырманы тәфсирләй башлаһаҡ, һүҙ оҙаҡҡа китер, әммә әүәлге хакимдар менән хәҙерге етәксебеҙ дәүерҙәрен сағыштырыу, һис һүҙһеҙ, Путин файҙаһына буласаҡ. Иң мөһиме — Рәсәй, байтаҡ йылдар кәмһетелгәндән һуң, күтәрелеү, ҡеүәт туплау, көслө дәүләттәр ҡорона әйләнеп ҡайтыу осорон кисерә.
Президент, яҙылмаған ҡанундар буйынса, илдең тышҡы сәйәсәтенә йүнәлеш биреү, дәүләттең эсендәге идаралыҡ принциптарын көйләү менән шөғөлләнергә бурыслы. Ләкин Владимир Владимирович, физик йәһәттән ныҡлы, сәләмәт рухлы ир-егет булараҡ, илдәге һәр мәсьәләгә иғтибар бүлергә тырыша. Бер шәхестең һәммә нәмәне үҙе аша үткәреүе, ваҡ-төйәкте лә онотмаҫҡа тырышыуы, әлбиттә, халыҡта ихтирам тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта идаралыҡта властың бер урынға тупланыуы ла шәп түгелдер, сөнки был бүтән кимәлдәрҙәге хакимлыҡтың яуап­һыҙ­лығына килтерә. Америка Ҡушма Штатта­рының 35-се президенты Джон Ф. Кенне­диҙың: “Хакимлыҡты нығытҡан кешеләр милләттең бөйөклөгөнә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта ошо хаким­лыҡҡа ҡарата шик-шөбһә белдергәндәрҙең өлөшө лә унан кәм түгел”, — тип әйткәне булыр.
Власть — өҫтөнлөк түгел, ә йөк кенәПутин да федератив дәүләттең һәр ҡайһыһы үҙ белдегенә йәшәргә маташҡан төбәктәрҙең мөмкинлектәрен Үҙәк мәнфә­ғәттәренә йүнәлтеү өсөн ҡаты ҡуллылыҡ күрһәтте. Был, моғайын, илдең эске сәйәсәтендә әле баһаланып та бөтмәгән ғәмәл булғандыр. Ысынлап та, әгәр һәр республика, край, өлкә үҙ ихтыяждарын федераль мәнфәғәттән өҫтөнөрәк ҡуя икән, дөйөм дәүләт тураһында кем хәстәрләргә тейеш? Был йәһәттән Владимир Путин Рәсәй биләмәләрен ҡабаттан туплаған хаким тип ҡарала алалыр.
Бер осорҙа илебеҙҙе донъяла һанға һуҡмау, түбәнһетеү көсәйгәйне. Президент шуны тиҙ аңланы: хәҙерге был хаяһыҙлыҡ заманында залимдар фәҡәт көс телен генә аңлай. Гуманлылыҡ, игелеклелек, мәрхәмәт көсһөҙлөк тип һанала. Был йәһәттән Путиндың Алмандағы бундестагта немец телендә сығыш яһауы, 2007 йылда Мюнхендағы телмәре, Генераль Ассамблеяла ике йөҙлө сәйәсәтте фашлауы илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон ғына тыуҙырманы, бәлки Рәсәйҙең киләсәге өсөн ышаныс уятты.
“Власть — өҫтөнлөк түгел, ә йөк кенә”, — тигән һүҙ бар. Хаҡ һүҙҙер. Рәсәй ысынбарлығында ул көн һайын раҫлау таба килә. Ошо ваҡыттарҙа Президентҡа беҙҙең аңлауыбыҙ, теләктәшлегебеҙ кәрәк. Шунһыҙ аҡыллы, белемле, тәжрибәле етәкселәр ҙә таянысын юғалта.

Ҡолон тояғына — ҡом терәк,
Ҡош тояғына — ел терәк,
Ҡара кешегә — мал терәк,
Хан кешегә — ил терәк.
Халыҡ тиккә генә әйтмәҫ.



Вернуться назад