Яҡын Көнсығыш: яфалар аша бәхет эҙләү26.09.2017
Яҡын Көнсығыш: яфалар аша бәхет эҙләү Тарихҡа бер аҙға ғына йөрөп әйләнәйек әле. Быуаттан күберәк ваҡыт элек Антанта дәүләттәре әллә ҡайҙарға йәйелеп ятҡан Foсман империяһын һуғыштан һуң үҙҙәре хакимлыҡ итәсәк зоналарға бүлгеләгәйне. “Сайкс-Пико килешеүе Яҡын Көнсығышта ғәрәптәр менән төркиҙәр, ҡурдтар менән ассириялылар, сөнниҙәр менән шиғайҙар, христиандар менән йәһүдтәр көн иткән ареалдарҙы ҡабаттан бүлеп, дәүләттәр хасил булыуын башлап ебәргәйне”, — тип яҙа сәйәсәт фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Ижтимағи ғилемдәр буйынса фәнни мәғлүмәттәр институты директоры урынбаҫары Дмитрий Ефременко.


Сиктәр ҡабат-ҡабат үткәрелә, һәм ошо процеста бөйөк державалар һәр даим төп урынды биләй. Сиктәрҙең яһалма­лылығына һәм эстән низағ потенциалы ҙур булыуға ҡарамаҫтан, Яҡын Көн­сығышта нығынған тәртип бер быуат самаһы һаҡланып килде. Улай ғына ла түгел, шул осорҙа хасил булған дәүләттәр ҡайһылыр ваҡыт уңышлы ғына үҫеп китә алды. Әлбиттә, идара итеүҙең сифаты һәм дәүләттәрҙең йәшәү рәүеше һис ваҡытта ла юғары кимәлгә етә алманы, ә үҙ сәйәсәтен бойомға ашырырға ынтылыу ҡаты ҡуллы, хатта золомло режимдар менән тыйыла килде. Американың Сәддәм Хөсәйенде түңкәреү ниәте менән Ираҡҡа баҫып инеүе һәм “ғәрәп яҙы” шул тиклем дә буталсыҡлыҡ тыуҙырҙы ки, Яҡын Көнсығышта йәшәп килгән тәртиптәр пыран-заран килде, ә Ираҡ, Сүриә, Ливия һәм Йәмән тарҡалыу сигенә етте.
Хикмәт шунда, Яҡын Көнсығышта йәшәп килгән дәүләттәрҙең емерелеүен бер кем дә теләмәй тиерлек. Мәсьәлә суверенитеттың ғәйәт мөһим принциптарын һәм дәүләттәрҙең бөтөнлөгөн яҡлауҙа ғына түгел, ә төбәктәге һыналған ҡо­ролоштарҙы емереүҙең күрше дәүләт­тәргә һәм хатта алыҫтағы державаларға ла ҡурҡыныс тыуҙырыуында. Әммә хәүефтәр менән бергә, ҡотолғоһоҙ рәүештә, яңы геосәйәси мөмкинлектәр килеп тыуа.
Шундай фараз да бар: Рәсәйҙә тыйылған “Ислам дәүләте” (ИГИЛ) террор­сыларын тар-мар итеү, айырым алғанда Мосул, Ракка ҡалаларын һәм Ираҡ менән Сүриә биләмәләрендә экстремистар баҫып алған ерҙәрҙе азат итеү ғәрәп Мәшриғындағы төп дәүләттәрҙең тарҡа­лыуына катализатор буласаҡ. Был йәһәттән төбәктәге низағҡа йәлеп ителгән эске һәм тышҡы көстәрҙең ни рәүешле урынлашыуы алдағы ҡоласлы трансфор­мацияға әҙерлек тип ҡарала ала.
Һуңғы йыл ярымда Сүриәләге ҡораллы көрәш динамикаһы, хатта уны киңерәк итеп ҡарағанда ла, Рәсәй Хәрби-йыһан көстәренең ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә, ныҡлы үҙгәрештәр кисерҙе. Рәсәй был йәһәттән хөкүмәт ғәскәрҙәренә ярҙам итте, 2016 йылдың йәйе аҙағына Рәсәй, Төркиә, Иран араһындағы үҙ-ара хеҙ­мәттәшлектең яңы форматы хасил булды. Уның төп бурысы Сүриәләге боланы яйға һалыуға һәм Рәсәйҙә тыйылған террорсы “Ислам дәүләте” менән көрәште берҙәм алып барыуға ҡайтып ҡала. Һайлау алдындағы хәлдәр һәм Дональд Трамптың көтмәгәндә еңеүе шарттарында АҠШ Сүриә йүнәлешендә әүҙемлеген кәметте. Ошоноң һөҙөмтәһендә “Рәсәй-Төркиә-Иран” өсмөйөшө фаразлауҙан сәйәси ысынбарлыҡҡа әүерелде. Шул арҡала, Женевалағы һөйләшеүҙәргә өҫтәлмә рәүешендә, Астаналағы һөйләшеүҙәр башланды. Рәсәйҙә Төркиә һәм Ирандың бергәләп эш итеүе һөҙөмтәһендә Әсәдкә оппозицияла булған ҡораллы көстәр элегерәк миллион кеше йәшәгән Алеппо ҡалаһынан ҡыҫып сығарылды. Ирекле Сүриә армияһы Ислам дәүләте формированиеларын Әл-Баб ҡалаһынан ҡыуҙы. Был армия Анкараның ярҙамына таяна. Ислам дәүләтен тамам юҡ итеү өсөн барған алыштарҙы иҫәпләмәгәндә, Сүриәлә ҡораллы көрәш ҡыҙыулығы хәтһеҙ һүрелә төштө.
Аҡ йортҡа Американың 45-се президенты Дональд Трамптың килеүе Америка менән Рәсәй етәкселегендә киң формат булдырыласағына һәм “Ислам дәүләте”н ҡыйратыуҙы тиҙ арала тамамлаясағына өмөт уятҡайны. Әммә бындай өмөттәр, һис юғында, әлегә иртәрәк. Рәсәй менән килешеп эшләү АҠШ президенты янындағы кешеләрҙе Мәскәү менән ярамаған элемтәгә инеүҙә ғәйепләү арҡаһында туҡтап ҡалды. Шул уҡ ваҡытта Вашингтон Американың Яҡын Көн­сығышҡа “тос, тупаҫ, асыҡтан-асыҡ” әйләнеп ҡайтыуын раҫларлыҡ ғәмәлдәр эшләне.
Трамп был әйләнеп ҡайтыуҙың мөмкин ҡәҙәр йоғонтоло булыуын хуп күрҙе. Бының өсөн Дамасктағы хөкүмәттең хәрби-һауа көстәре базаһына ракеталар яуҙырылды. Ошо һөжүм менән бер нисә тактик мәсьәләне уңышлы хәл итһә лә, Трамп хакимиәте Ислам дәүләтен ҡайһылай еңәсәген асыҡламау ғына түгел, алдағы оҙайлы стратегия йәһәтенән һорауҙарҙы арттыра ғына төштө. Ләкин, нисек кенә булмаһын, уртаҡ эштәр системаһы барыбер төҫмөрләнә. Ошо юҫыҡтан Израилгә ҡоласлы ярҙам итеүҙе тергеҙеү һәм Иранға ҡарата Барак Обама ваҡытындағы сәйәсәттең радикаль үҙгәреүе мөһим. Вашингтон менән Тәһран араһындағы антагонистик мөнәсәбәттәр йәнә ҡуйыра. (Ул турала һүҙ алдараҡ булыр).
Әш-Шәйрат авиабазаһына һөжүмде лә Иранды төбәктә Американың төп оппоненты сифатында һайланыуы юҫығында баһаларға кәрәктер. АҠШ-тың яңы хакимиәте Дамаскты Иран аятуллаларының союздашы һәм клиенты тип баһалағанлыҡтан, Бәшәр Әсәд режимы көстәре сәп рәүешендә ҡала килә. Был, әлбиттә, Рәсәй өсөн дә етди ишара, сөнки ул АҠШ-тың ғәмәлдәренә бигүк илтифат итмәне. Мәскәүҙең тыйылып тороуы көрсөктө яйға һалыу буйынса Рәсәй-Америка элемтә каналын һаҡлап ҡалырға форсат бирҙе. Тыйнаҡлыҡ Трамп хакимиәтенең артабанғы эш-хәрәкәттәрен планлаштырғанда баһаланыр тип өмөтләнәйек. Бары шул: Американың алдағы ғәмәлдәре Ираҡ менән Сүриәнең дәүләтселеген һаҡлап ҡалыу йәһәтенән өҫтәлмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаҫмы?
Хәҙер Рәсәй, Төркиә һәм Иран араһындағы хеҙмәттәшлек-көндәшлек нисбәте тураһында бер-ике кәлимә генә. Ошо уңайҙан Мәскәү, Тәһран һәм Анкараның үҙ-ара хеҙмәттәшлеге киләсәгенә ҡабаттан күҙ ташлау артыҡ булмаҫ. Улар 2016 йылдың икенсе яртыһында — 2017 йылдың башында күрһәткән бергәләп эшләүгә бындай миҫал бығаса күренгәне юҡ ине. Ләкин был хеҙмәттәшлек идеяһы яңы түгел. Шулай, күренекле Ҡырым татарҙары мәғ­рифәтсеһе Исмәғил Гаспринский, йәҙитселек идеологы булараҡ, 1896 йылда “Рус-Көнсығыш килешеүе” тип аталған хеҙмәт яҙған. Унда Исмәғил әфәнде Рәсәй империяһының Төркиә менән дә, Персия менән дә ыңғай һәм һәр яҡҡа ла отошло яҡынайыуы идеяһын күтәрә.
Исмәғил бей Көнбайыштың маҡсат­тарына ҡарата тәнҡитле фекерҙә: “Йә Рәсәйгә, йә мосолмандарға ҡаршы эш итеп, европалар теге осраҡта ла, быны­һында ла үҙҙәренә файҙа ала һәм алға бара... Европаның тотош Көн­сығышты иҡтисади иҙеүенең аяу­һыҙ­лығына иғтибар итһәк, пенс, сантим йәки пфеннигҡа ҡағылған һайын йыртҡысҡа әйләнеүен күрһәк, Көнсығышҡа Көн­байыштан изгелек көтөү урынһыҙ икәнлегенә ышанырбыҙ”.
Гаспринский Рәсәйгә Урта диңгеҙҙә һәм ҡайҙалыр Һинд океанына яҡын урында хәрби-диңгеҙ базаларын булдырыу өсөн Foсман империяһы һәм Персия менән килешеүгә өлгәшергә тәҡдим итә. Исмәғил бейҙең фекеренсә, шундай килешеү Төркиә менән Персияға эске үҫеш мәсьәләһендә “тынысыраҡ шөғөл­ләнергә булышлыҡ итер ине”. Өҫтәүенә Гаспринский үҫеш формаларын Көн­байыштан түгел, ә цивилизацияһы һәм халыҡ тормошо яҡыныраҡ ил булараҡ, Рәсәйҙән алырға өгөтләй. Базалар мәсьәләһендә Рәсәй әлеге тәҡдимде бойомға ашыра башланы ла инде, ә үҫеш формалары мәсьәләһенә киләсәк аныҡ­лыҡ индерер әле.
120 йыл үткәндән һуң Рәсәй, Төркиә һәм Ирандың Көнбайыш менән мөнә­сәбәттәре ярайһы ғына ҡатмарлы. Ошо юҫыҡта Исмәғил Гаспринскийҙың идеялары яңы һулыш алған һымаҡ.
Юғарыла әйтелгән “өсмөйөш”төң тотороҡлолоғо яҡын арала һәм киләсәктә гарантиялана тип раҫлау шулай ҙа урын­һыҙ. Мәскәү, Тәһран менән Анка­раның яҡынайыуына булышлыҡ иткән бер шарт һәм факторҙар йыйылмаһы аҙ ғына үҙгәрһә лә, өс яҡлы мөнәсәбәттәр йоғонто­лоғон ҡаҡшатыуға, йә хатта уны емереүгә килтереүе ихтимал. Айырым алғанда, Вашингтондың “өсмөйөштө” ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән ҡыҫымына тиҙ генә бирешеүсе булып Анкара һанала. Әгәр ошо ҡыҫым Рәжәп Эрдогандың шәхси режимы тыуҙырған эске үҙгәрештәр менән дә ҡушыла ҡалһа, Төркиәнең үҙ ҡарашын икенсегә бороуы “өсмөйөштөң” тарҡа­лыуына килтерәсәк.
Һуңғы нәүбәттә төбәктә беҙҙең сәйәсәт Рәсәйҙең Евразияға ҡағылышлы һәммә мәсьәләләрҙә лә төп урындарҙы алып тороуын маҡсат итеп ҡуя. Әлеге процесс Евразия иҡтисади союзы менән дә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының киңәйеүе менән дә бәйләнгән. “Рәсәй-Төркиә-Иран” өсмөйөшө Оло Яҡын Көнсығышты булдырыу процесында мөһим урын тота. Ул үҙ-ара хеҙмәт­тәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән. Бүтән маҡсаттар тураһында һүҙ алып барыу хәҙергә иртәрәк.
Бәләкәй генә ошо яҙмаларымдың һуңғы һөйләмен яҙып, нөктә ҡуйғас, гәзит уҡыу­сыларға төбәп шуны ғына өҫтәп әйтер инем. Мин профессиональ сәйәсәтсе лә, халыҡ-ара хәлдәр буйынса аналитик та түгел, бәлки, ябай журналист һәм донъялағы хәлдәргә битараф булмаған гәзит уҡыусы ғына. Шулай ҙа, әгәр хәүеф тулы, хаҡлыҡ менән хаслыҡ араһында хәтәр алыш барған заманда йәшәргә яҙғас, зарураттан сәйәсмән дә, күҙәтеүсе лә булырға тура килә. Хуш күңел менән, үҙебеҙгә бикләнеп кенә йәшәмәйек, бер-беребеҙҙе аңларға, уртаҡ тел табып, дөйөм маҡсаттарға ынтылып ғүмер кисерәйек. Тормош хакимдарҙан да үтә, байлыҡ та мәңгелек түгел, ғүмер батырҙан да, бахырҙан да ҡала. Шуны онотмайыҡ.



Вернуться назад