Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының сираттағы ултырышы шәмбе көнө, 21 апрелдә үтәсәк. Республика Парламенты Президиумы ағзалары көн тәртибенә тәҡдим ителгән утыҙға яҡын мәсьәләне ҡараны. Дөйөм алғанда, уларҙың барыһы ла раҫланды.
Президиум ағзалары шулай уҡ башҡа төбәктәрҙең закон сығарыусы органдары, сәйәси партиялар тәҡдим иткән алты федераль закон проектын да иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Шуларҙың тик береһен генә – ЛДПР инициативаһы менән индерелгән “Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкиллекле) һәм башҡарма власть органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереүгә ҡағылышлы закон проектын депутаттар хупламаны. Либерал-демократтар Рәсәй төбәктәре дәүләт власының барлыҡ закон сығарыусы органдарының исемен бер төрлө атарға тәҡдим итә, һәм ул өс һүҙҙән тороп, береһе мотлаҡ “дума” һүҙе булырға тейеш.
Ф. ҠЫЛЫСБАЕВ.