Көнбайыштың геосәйәси һәм цивилизациялы йәмәғәтселеге үҙенең халыҡ-ара системалағы урынына ҡабаттан баһа биреү йәһәтенән ҡатмарлы осор кисерә. Һәйбәт көн итер өсөн Көнбайыштың ҡеүәте барлығын-бар ул, ләкин бүтәндәргә һабаҡ бирерлек, нисек йәшәүҙе аңлатырлыҡ дарманы юҡ инде. Ошо күҙлектән ҡарағанда, цивилизациялы экспансияның ынтылышлығы юғалтылған, өҫтөнлөк үҙен яҡлауға йүнәлтелә, донъяның геосәйәси картаһын һыҙып ултыртыу онотолған. Көнбайыш ҡиммәттәренең көрсөгө шарттарында ошо йәмғиәттең тормош ысынбарлығы менән бәхәскә инеү имтиханын кисерә алыу-алмауы хаҡында уйланыу мөһим.Ябайыраҡ итеп әйткәндә, АҠШ-тың Европалағы союздаштары үҙаллылығын юғалта, улар хәҙер глобаль шахмат таҡтаһында пешка хәлендә ҡалып бара, сөнки таҡталағы фигураларҙың ҡайҙа йөрөйәсәген океан аръяғындағы мәртәбәлерәк уйынсы билдәләй. Бындай хәл Европалағы һәммә илдәрҙең дә тиерлек НАТО-ға инеүе арҡаһында килеп тыуҙы. Ҡыҫҡаһы, Көнбайыштағы төп альянс ағзаһы булыу ундағы һәр дәүләтте лә тиерлек үҙаллылыҡтан мәхрүм итте.
Шул уҡ ваҡытта был тезис Америка Ҡушма Штаттарына ҡағылмай. Уларҙың Көнбайыш Европалағы союздаштары, Ҡушма Штаттар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгәнгә, үҙҙәрен ышаныслы именлектә тоя. Өҫтәүенә ул илдәрҙең байтағында Америка ғәскәрҙәре бар. Ҡыҙыу урындар һәм потенциаль агрессия сығанағы булырҙай дәүләттәр алыҫ. Төньяҡ Атлантика блогының көнсығыш сиге буйындағы илдәр, Варшава университетының халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты профессоры, Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәте буйынса белгес Станислав Белендың фекеренсә, йәнәһе, үҙҙәрен хәүеф зонаһында тип иҫәпләй һәм уларҙың именлегенә һис кем дә гарантия бирмәй.
Былай айырыу тәбиғи логика ҡанундарына тура килмәй һәм тотороҡлолоҡ өсөн хәүефле. Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре, һөҙөмтәләре алдан әйтелгән маҡсаттарҙың киреһе булып сыҡһа ла, Американың һәр бер ҡыҫылыуын (Югославияла, Афғанстанда, Ираҡта) һис һүҙһеҙ яҡлап килде. Американдарҙың донъяла гегемон булырға ынтылыуы Ираҡта һәм Ливияла ғына һәләкәткә килтермәне, бәлки Көнбайыш менән уның институттарының халыҡ-ара тәртипте тәьмин итә алыуына ышанысты ҡаҡшатты. “Гуманитар интервенциялар һылтауы менән Көнбайыш үҙе үк тоҡандырған “янғындарҙы” һүндереү өсөн тәкәббер көс ҡулланыу ғәҙәткә инде.
Әйткәндәй, ике төп хәрби-сәйәси блоктарҙың һалҡын һуғыш ваҡытында йәшәү мәғәнәһе булған ҡаршылыҡтарҙы тулыһынса артта ҡалдырыу юлы барыбер табылманы. Халыҡ-ара именлектең берҙәм системаһы булдырылманы. Варшава Договоры ойошмаһы йәшәүҙән туҡтағас та, Көнбайыш әүәлге көнсығыш блок биләмәләренә инеп, үҙенең геосәйәси өҫтөнлөгөн киңәйтергә тотондо. Донъя сәйәсәтендә төп урындарҙың береһенә дәғүә иткән Рәсәйҙең был намыҫына тейә, ә ул үҙе артабан киңәйергә ынтылған альянс юлында етди кәртә булып сыҡты.
Рәсәй үҙ именлегенең мәнфәғәттәрен көс менән яҡлаясағын Грузия менән бәрелештә һәм Украинала бик асыҡ күрһәтте. Мәскәү, АҠШ һәм уларҙың Европалағы союздаштары, Германияны берләштереү йәһәтенән алып барылған һөйләшеүҙәр ваҡытында Михаил Горбачевҡа биргән вәғәҙәне тотманы, тип белдерә. Хәтерегеҙҙә булһа, ул саҡ Төньяҡ Атлантика альянсы Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренә дәғүә итмәйәсәк, тип ышандырғайнылар. Хәҙерге хәлде үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Американың дипломатик архивтарындағы барлыҡ ғәмгә сығарыуға рөхсәт ителгән документтар ҙа Рәсәйҙең хаҡлы булыуын раҫлай.
НАТО тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны әйтмәй ҙә ярамайҙыр. Һалҡын һуғыш тамамланғандан һуң Төньяҡ Атлантика альянсы үҙенең төп тәғәйенләнешенән — оборона блогы булыуҙан ситләшә башланы. Төбәк күмәк именлек ойошмаһы статусын йөрөтһә лә, “һәр беребеҙ — бөтөнөбөҙ өсөн һәм бөтөнөбөҙ — һәр кем өсөн” тигәнерәк принципҡа таянһа ла, НАТО ғәмәлдә Америка гегемонлығына буйһондо, әле лә АҠШ-тың Европалағы союздаштары иҫәбенә глобаль өҫтөнлөккә өлгәшеү ҡоралы булып хеҙмәт итә. Альянс, союздаштар тигәс тә, унда ла һәммәһе лә “оло ағай”ҙың бойороғон үтәргә ашҡынып тормай. Шулай, 1999 йылда Франция Югославияны бомбаға тотоуға ҡаршы сыҡты, 2003 йылда Германия, Франция һәм Бельгия Американың Ираҡҡа баҫып инеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Альянстың төп ағзалары араһындағы бәхәс ҡарарҙар ҡабул итеү процесын тотҡарлай. Һөҙөмтәлә тотош коалиция көсһөҙләнде.
Ғөмүмән алғанда, үҙенең цивилизациялы дошманын (террорлыҡ иһә уның ҡоралы ғына) билдәләүҙән тайшанып, Көнбайыш етди хата эшләй һәм Рәсәйгә ҡарай стратегик төбәлгәнлеген ҡабаттан терелтә. Мәскәүҙең Көнбайышҡа һуғыш иғлан итергә ниәтләүен тәҡрарларлыҡ факттар юҡ. Рәсәй, һис һүҙһеҙ, үҙенең геосәйәси статусынан ваз кисмәйәсәк һәм именлегенең мәнфәғәттәрен ныҡлап яҡлаясаҡ. Кем ошоно танырға теләмәй, шул Мәскәү менән мәғәнәһеҙ низағлашыуҙы һайлай. Электән ҡалған хөрәфәттәргә таянып, Төньяҡ Атлантика альянсы, Вашингтондың йоғонтоһо аҫтында, Көнсығышҡа ҡарай киңәйҙе, Советтар Союзынан ҡалған биләмәләр өсөн көрәшеүҙе хуп күрҙе. Был Рәсәйҙең Европаға булған мөнәсәбәтен киҫкенләштерҙе, цивилизациялы төҫ алған хәүефтәргә ҡаршы көрәште көсһөҙләндерҙе.
2000 йылдар башынан Рәсәй Федерацияһының хәрби низағтарға йәлеп ителеү ҡурҡынысы арта бара. Рәсәй сиктәренең ифрат оҙон булыуы Мәскәүгә шул сик буйында хәрби әҙерлеген күрһәтә торорға мәжбүр итә. Сит ерҙәрҙәге хәрби базалар низағ ҡеүәһе ҙур булған төбәктәрҙә ҡоролған. Улар — Көньяҡ Осетия менән Абхазия, Молдова, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан. Рәсәй шулай уҡ Афғанстандағы, Сүриәләге һәм Украиналағы эске процестарға йәлеп ителгән һәм был илдәрҙәге хәлдәрҙе үҙ яйына ҡалдыра алмай. Корея ярымутрауында йәки Иранда башланыуы ихтимал низағ та, Украиналағы сәкәләшеүҙәрҙең ҡуйырыуы ла Рәсәйҙе барыбер үҙ эсенә тартмай ҡалмаясаҡ.
Матбуғат, телевидение хәбәрҙәренә ҡарағанда, Рәсәй етәкселеге милли мәнфәғәттәрҙе яҡлау өсөн хәрби көс талап ителгән төбәктәр географияһын киңәйтә бара. Был ил сиге үткән һыҙатта ғына түгел, бәлки СССР-ҙың теге йә был йәһәттән хәрби-сәйәси яуаплылығына ҡараған бүтән төбәктәргә лә ҡағыла. Мәҫәлән, 2013 йылда Мәскәү Рәсәй тыныслыҡ һаҡсыларын Сүриә менән Израиль сигендәге Голан тауҙарында урынлаштырырға тәҡдим иткәйне. Рәсәй хәрби-һауа көстәренең базаһын Сүриәләге Тартус портына яҡын ғына, Кипрҙа булдырыу маҡсатында һөйләшеүҙәр бара. Был процесс теүәл ниәт менән һәм уйлап алып барыламы? Әллә Рәсәйҙең ҡеүәте үҙ белдегенсә, сама белмәй һәм иртәгәһе көндө уйламай башҡарыламы? Мәсьәлә шунда: ғәмәлдәрҙә уйланылған, иҫәпләнгән эштән идеология, хис өҫтөнлөк ала күрмәһен. Юғиһә самаһыҙ көсәнеү дәүләттең көс-хәлен ҡаҡшатасаҡ. Кемуҙарҙан ҡоралланыуҙа ярышып, СССР үҙ иҡтисадын бөлдөргәйне, хәҙер ҙә шул хәлгә ҡалып ҡуймайыҡ.
Донъя ифрат тиҙ үҙгәрә. Европа ошо үҙгәрештәр артынан эйәрә алмай, шул арҡала ул көсһөҙләнә, мөстәҡиллеген юғалта бара. Күҙәтеүселәр фекеренсә, Европа союзы күп тә үтмәҫтән сәнәғәт һәм сауҙа сәйәсәтендә Ҡушма Штаттарҙың ғәмәлдәрен тулыһынса ҡабатлай башлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта Евросоюздың локомотивы булған Германия менән Францияның, АҠШ менән Ҡытайҙыҡы кеүек үк, үҙ индустриаль сәйәсәте бар.
Көрәштә уңышҡа өлгәшеүҙең өс компонентынан (һан, ҡеүәт, форма) Европа союзының һаны ғына бар. Был — тупланған капиталдар, хеҙмәт ресурстары, юғары технологиялар, интеллектуаль һәм фәнни потенциал һәм 500 миллион халыҡ. (Дөрөҫ, Brexit-тан һуң ул 80 миллионға аҙаясаҡ). Ләкин Европаның Ҡушма Штаттарҙағы һымаҡ хәрби ҡеүәте лә, американ йәки ҡытайҙарҙыҡы менән сағыштырырҙай геосәйәси йоғонтоһо ла юҡ. Шуны ла йәнә хәтергә төшөрәйек, Вашингтон НАТО аша Европа өҫтөнән хәрби-сәйәси контролде үҙ ҡулында тота.
“Форма” мәсьәләһендә Европаның хәлдәре тағы ла мөшкөлөрәк. Унда берҙәм сәйәси шарттар юҡ, евробюрократияның ғәҙәтләнгән ғафиллығы, структура проблемалары һәм һалым ҡағиҙәләренең консервативлығы Европа илдәрен көрсөк ваҡытында үҙ иҡтисадтарын дәртләндереүҙән мәхрүм итте, тотороҡландырған сараларҙы бойомға ашырыуҙы ҡыйынлаштырҙы. Был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр күренмәй. Иҡтисади дәртләндереүҙәрҙе үҙгәртеү һәм финанс фискаль көйләүҙәрҙе йомшартыу ғына түгел, бәлки сәйәси хакимлыҡты үҙәкләштерергә тура киләсәк. Был, күрәһең, төбәк гегемоны булған Германия ҡулы аҫтында эшләнергә тейештер. Артабан инде Европа илдәрен милли суверенитеттарының кәмей барыуы, Евросоюздың сәйәси үҙәгенең һәр дәүләттең эске эштәренә ҡыҫылмауының көсәйеүе көтә. Ошондай әүҙемлекте сәйәси аналитиктар дирижизм тип атай, йәғни ул оркестр менән дирижер араһындағы мөнәсәбәт кеүегерәк була инде.
Әммә бүтән сценарийҙың бойомға ашыуы ла ихтимал. Ул саҡ АҠШ “бүлгелә һәм хакимлыҡ ит” тигән колониаль сәйәсәтте тормошҡа ашырасаҡ һәм Евросоюзды Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре ярҙамында көсһөҙләндерәсәк, сөнки был илдәрҙәге элита Америкаға ғына табына, Рәсәй менән мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы күп процестарға аяҡ сала. Европаға уның сиктәре эргәһендә тотороҡһоҙлоҡҡа ҡотҡо һалып та йоғонто яһарға мөмкин. Ҙур хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашырға европаларға яҡын арала мөмкин булмаясаҡ – хәлдәре лә, теләктәре лә юҡ. Ҡушма Штаттарҙың ваҡытлыса булһа ла “үҙенә инеп бикләнеүе” һәм “өлкән ағайлыҡ” бурыстарын үтәүҙе туҡтатыуы Евросоюз өсөн именлек менән бәйле проблемалар хасил итәсәк. Ул, моғайын, АҠШ-тың кесе уҙаҡташы ғына булып ҡалыр һәм тиң хоҡуҡлы союздаштан уға тулыһынса буйһонған, киләсәктә Ҡытай менән сәкәләшеүҙә “өлкән ағаһына” эйәрсән генә хәленә ҡаласаҡ.
Тимәк, Европа союзы өсөн ике юл ҡала: йә сәйәси берҙәмлек һәм ысын европалы икәнлегеңде һаҡлау, Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү йә гегемондың ҡойроғо булып йөрөү. Беҙҙең менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалғанда, хәрби көсөбөҙ Евросоюздың көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш сиктәрен хәүефтән ҡурсалар ине.
Ошондай шарттарҙа Рәсәй үҙе нимә эшләргә тейеш? Аналитиктар фаразлауынса, беҙҙең 10-12 йыл ваҡыт бар. Фәлсәфәсе Сунь-цзы әйтеп ҡалдырған, мин алдараҡ хәтергә алған өс компоненттан Рәсәйҙә ҡеүәт кенә бар, уныһы ла, тәүге сиратта, хәрби ҡеүәт һәм тышҡы сәйәсәттә йоғонтоһоноң арта барыуы. Рәсәйҙең капиталы ла, технологиялары ла, иҡтисад, финанс, мәғлүмәт донъяһында контроллек итеүе лә юҡ кимәлендә. Бары коммуникациялары тарҡау ҙур биләмәләр ҙә иҫкергән инфраструктура ғына. Диверсификацияланмаған тип әйтерлек иҡтисад һәм донъяла кем нимә менән шөғөлләнергә тейешлекте күрһәткән Америка ҡағиҙәләренә һуҡыр рәүештә эйәреү, тәбиғи ресурстарҙы һәм килемдәрҙе елгә осороу. Әгәр яҡын арала иҡтисадта һәм заманса технологияларҙы үҫтереү йәһәтенән бер нәмә лә эшләнмәһә, 10-15 йылдан Рәсәй сәйәси йоғонтоно ғына түгел, суверенитетын да юғалтыуы бар. Ун йылдан технологияларҙың байтағы иҫкерә, ҡоралдарҙы яңыртыу талап ителәсәк, ә илебеҙ армияһын яңыртыу әле булһа тамамланмаған.