Яңауыл районында һайлау әүҙем бара10.09.2017
Яңауыл районында  һайлау әүҙем бараРеспубликала Берҙәм тауыш биреү кѳнѳндә урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау тыныс хәл-торошта бара. Билдәле булыуынса, Белорет, Бѳрѳ ҡалалары, Ѳфѳ районының Йоматау ауыл Советына депутаттар һайлана. Шулай уҡ тѳрлѳ урындарҙағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау буйынса ѳҫтәмә 168 һайлау кампанияһы ойошторолоп, уның һѳҙѳмтәләре буйынса 256 депутат мандат аласаҡ. 6 сентябргә ҡарата һайлаусылар исемлегенә 170978 граждан индерелгән.

Бѳгѳн Яңауыл районы Вояды һәм Ҡараман ауыл Советтарына ла депутаттар һайлайҙар. Участок һайлау комиссияһы мѳһим кампанияны яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алған, һайлау участоктарын полиция хеҙмәткәрҙәре һаҡлай. Бында 220 кеше үҙенең конституцион хоҡуғын тормошҡа ашыра ала.


Вернуться назад