Бѳрѳлә сәғәт 10-ға 425 һайлаусы тауыш биргән10.09.2017
Бѳрѳлә сәғәт 10-ға 425 һайлаусы тауыш биргән Әлеге ваҡытта Бѳрѳ муниципаль районында ла һайлауҙың ҡыҙған мәле. Бѳгѳн унда ҡала Советына – 18 депутат һайлаһалар, Калинников һәм Силантьев ауыл Советы биләмәләрендә лә ауыл Советына ѳҫтәмә һайлау бара һәм унда бер мандатлы ѳс һайлау округында ѳс депутат ѳсѳн тауыш бирәләр.
Ҡала Советына һайлауҙа 49 кандидат ҡатнашһа, ә ауыл Советы депутаты урыны ѳсѳн 7 кеше дәғүә итә. Әткәндәй, кандидаттар араһында тѳрлѳ партия вәкилдәре бар.
Сәғәт 10-ға тауыш һайлау хоҡуғына эйә булған 32686 граждандың 425-е тауыш биргәйне.
Урындағы депутаттар дүрт йылға һайлана.


Вернуться назад