Белорет муниципаль районында һайлау башланды10.09.2017
Белорет муниципаль районында һайлау башланды Белорет районы муниципаль район территорияһында бѳгѳн - Берҙәм һайлау көнө. Белорет ҡалаһы халҡы Белорет ҡалаһы биләмәһе ҡала Советы депутаттары ѳсѳн тауыш бирһә, Абҙаҡ ауыл биләмәһенең 1-се бер мандатлы округында йәшәгәндәр ауыл Советына бер депутат һайлай.
Иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡалала 28 һайлау участкаһы ишектәрен асты. Ҡалала теркәлгән 50616 граждан һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Улар 56 кандидат араһынан 20 депутат һайларға тейеш.
Ҡаланың 14-се гимназияһында урынлашҡан 1287-се һайлау участкаһы ла эшен Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын уйнатыуҙан башланы. Был һайлау участкаһында 2262 кеше тауыш бирергә тейеш. Бында иң тәүгеләрҙән булып 33 йәшлек Алина Хлынова һайлауға килде.
- Мин һайлауҙы бер ваҡытта ла ҡалдырмайым. Әле лә байрам кәйефе менән үҙемә оҡшаған кандидат ѳсѳн тауыш бирергә килдем, - тине ул.

Автор фотоһы.


Вернуться назад