Кемдер ял итә “белмәһә...”05.09.2017
Башҡортостан парламенты үҙенең көҙгө сессияһын башларға
йыйына. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының ошо аҙнала үткәргән эш кәңәшмәһе алдағы айҙарға план һәм бурыстарҙы барланы.

Парламент етәксеһе Константин Толкачев тәүҙә йылдың тәүге яртыһындағы эшмәкәрлек йомғаҡтарын иҫкә төшөрҙө. Был осорҙа 74 закон проекты тикшерелгән, Дәүләт Думаһы ҡарамағына дүрт федераль ҡанун проекты ебәрелгән, министрлыҡтар һәм ойошма етәкселәренең ике тиҫтә самаһы отчеты тыңланған һәм баш­ҡалар. Депутаттар тикшергән һәм ҡабул иткән ҡануни проекттар һәм закондар араһында иң көнүҙәктәре тип муниципаль ра­йондар һәм ҡала округтары ҡаҙнаһына һалымдарҙың берҙәм нормативы, бюджет-ара мөнә­сәбәттәр, республика ҡаҙнаһы тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәр индереү, түләүһеҙ юридик ярҙам һәм башҡаларҙы атарға мөмкин.
– Йылдың беренсе яртыһына нимә планлаштырғанбыҙ, шуларҙың барыһын да тейешле кимәлдә башҡарып сыҡтыҡ, – тине Конс­тантин Борисович. – Ошо көндәрҙә генә Мәскәүҙән ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ – этил спирты етештереү һәм һатыуҙы дәүләт яғынан көйләү тураһындағы беҙ әҙерләп ебәргән федераль закон проектын Рәсәй Хөкүмәте хуплаған. Дәүләт Думаһының да уға ҡануни хоҡуҡ биреренә ышанам.
Көҙгө эшмәкәрлектең өҫ­төнлөклө йүнәлеш­тәре яҙғы сессияның аҙаҡҡы ултырышында күҙалланғайны инде. Йылдың һуңғы айҙарында 50-ләп закон проекты ҡараласаҡ. “Тормош был ниәткә өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр ҙә индермәй ҡалмаясаҡ, беҙҙең бурыс – көнүҙәк талаптарға мөмкин тиклем тиҙерәк яуап биреү”, – тине парламент етәксеһе.
Ултырышта һәр комитетҡа айырым бурыстар ҡуйылды, депутаттарҙың каникулы осоронда улар үҙгәрә лә төшкәйне. Әйткәндәй, депутаттарҙың байтағы йәйге ял осоронда ла ҡануниәтте камиллаш­тырыуға үҙ өлөшөн индереүҙән туҡ­тамаған, сөнки барлыҡ күләмде көҙгө айҙарға ҡалдырыу эште тотҡарлаясаҡ. Ҡоролтай рәйесе, мәҫәлән, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Эльвира Айытҡолованың ял итә “белмәүен” билдәләп үтте.
Һуңғы бер нисә йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эксперт советтары эшләй. Улар закон проекттарын ғәмәлгә ингәнгә тиклем төрлө яҡлап тикшерергә, белгес­тәрҙең тәҡдимдәрен һәм һығымтаһын йыйырға ярҙам итә. Тәбиғи, был эшмәкәрлек ҡануниәттең сифатын яҡшырта. Көҙгө айҙарҙа ла был тәжрибә туҡтатылмаясаҡ, ләкин Константин Толкачев: “Эксперт советтарының исемлеген һәр комитеттың ултырышында ҡайтанан ҡарап сығырға тәҡдим итәм, сөнки һүлпән йөрөгән ағзаларҙы әүҙемерәк белгестәр менән алмаштырыу зарурлығы тыуырға мөмкин”, – тине.


Вернуться назад