“Башҡортостандың үҫешен тиҙләтеүҙә берҙәм булырға тейешбеҙ!”01.09.2017
“Башҡортостандың үҫешен тиҙләтеүҙә берҙәм булырға тейешбеҙ!”Был һүҙҙәрҙе республикабыҙ Хөкүмәтенең йылдың тәүге яртыһы йомғаҡтарына арналған киңәйтелгән ултырышында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтте. “Хөкүмәттең алдағы ынтылыштарын аңларығыҙға һәм башланғыстарын хупларығыҙға өмөт итәм”, – тине ул, залда ултырған хужалыҡ етәкселәренә һәм депутаттарға мөрәжәғәт итеп. Ғинуар – июнь айҙары һөҙөмтәләре беҙҙе ҡыуандырамы? Иҡтисади көрсөктән сыға башланыҡ тигәндәре дөрөҫмө?– Дөйөм алғанда, тәүге ярты йыллыҡ беҙҙең өсөн ярайһы уҡ уңышлы булды, – тине Рөстәм Зәки улы инеш сығышында. – Сәнәғәт өлкәһе – 3,4 процент, аграр тармаҡ 3,1 процент үҫеш бирҙе. Ауыл хужалығы етештереүенең ағымдағы күрһәткестәре буйынса беҙ Волга буйы федераль округында өсөнсө урында барабыҙ.
Ултырышта сығыштар ауыл хужалығынан башланып китте. Һауа торошо бик үҙенсәлекле булды быйыл. Республиканың 37 районында тупраҡтың артыҡ дымлы булыуы арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан иттеләр. Яуын-төшөмдөң саманан тыш йыш булыуы сәбәпле, ауыл хужалығы культуралары уңышын йыйып алыу осоро бер аҙға кисектерелде. Һөҙөмтәлә июлдә үҫемлекселек йүнәлешендә артта ҡалыу һиҙелә башлағайны. Шулай ҙа август йылы һәм ҡоро килде, һөҙөмтәлә һыуға туйынған культуралар былтырғынан да яҡшыраҡ уңыш вәғәҙә итә: иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 23 центнер булыр тип көтәләр. Хәҙер төп бурыс – уңышты мөмкин тиклем аҙыраҡ юғалтыуҙар менән йыйып алыу. Бының өсөн ауыл хужалығы ойошмаларында бөтә шарттар ҙа бар. Бураларға һалынған иген бөгөн-иртәгә бер миллион тоннаға етәсәк.
Был осорҙа малсылыҡ тармағы билдәләнгән күрһәткестәрҙе уҙып китте. Үҫешкә ошо тармаҡтағы ҙур инвестиция проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыу ҙа ыңғай йоғонто яһаған икән.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, уңышты сифатлы һәм үҙ ваҡытында йыйып алыу өсөн ҡаҙнанан 670 миллион һум аҡса бүленгән. Ул, нигеҙҙә, ауыл хужалығы техникаһы һәм минераль ашлама алыуға, тоҡомсолоҡто яҡшыртыуға тотоноласаҡ. Бынан тыш, аграрийҙар ике миллиард һум самаһына ҡыҫҡа ваҡытлы һәм ташламалы кредиттар ҙа йәлеп итәсәк.
Төҙөлөш тармағының күрһәткестәре лә яҡшыра. Ғинуар – июнь айҙарында файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса беҙ Волга буйы федераль округында икенсе урындабыҙ. Был өлкәләге төрлө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан 15 миллиард һум аҡса тотонолған, ҡаҙнаның мөмкинлектәрен барлағас, был һандың артып китеүе лә ихтимал. Социаль торлаҡ төҙөү мәсьәләһе лә эҙмә-эҙлекле хәл ителә, быйыл ошондай тәғәйенләнештәге фатирҙар төҙөү, былтырғы менән сағыштырғанда, 60 процентҡа күберәк булыр тип көтәләр. Быйыл туҙған йорттарҙа йәшәүселәрҙе уңайлы һәм заманса торлаҡҡа күсереү программаһының үтәлеше тулыһынса тамамланасаҡ.
Быға саҡлы республика эш хаҡы кимәле буйынса артта килә ине, хәҙер иһә ошо баҫҡыста өҫкәрәк менә башланы. Тәүге ярты йыллыҡта уртаса эш хаҡы – алты процентҡа, реаль алғанда ике процентҡа күтәрелде. Уны артабан яҡшыртыу ниәтендә өс яҡлы (Хөкүмәт, профсоюздар һәм эш биреүсе) комиссия нигеҙендә килешелгән эшмәкәрлекте дауам итеү, Рәсәй Президентының “май указдары”н тормошҡа ашырыу буйынса Федераль үҙәк менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү планлаштырыла.
– Шул уҡ ваҡытта проблемалар ҙа юҡ түгел, – тине республика етәксеһе. – Беренсенән, инвестиция күләме аҙайҙы. Төрлө тармаҡтарға барлығы 92 миллиард һум йүнәлтелгән. Йыл аҙағына саҡлы ошо күрһәткестең яҡшырасағын да аңлайбыҙ, ләкин бының өсөн инвесторҙар менән тығыҙыраҡ эшләргә, уларҙың үҙ ресурс­тарын әүҙемерәк йүнәлтеүенә өлгәшергә кәрәк буласаҡ. Беҙҙең инвесторҙарҙы күп осраҡта тәҡдим ителгән ташламалар ҡәнәғәтләндермәй. Өҫтөнлөклө тармаҡтар һәм объекттарҙа улар фәҡәт һалым ташламаларына ғына ҡайтып ҡала. Тимәк, етди эшҡыуарлыҡты ҡыҙыҡһындыра алырлыҡ яңы тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар талап ителә.
Төҙөлөштә үткән алты ай һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек булһа ла, артабан был тармаҡтағы эшмәкәрлектең һүлпәнәйәсәге көтөлә, сөнки торлаҡ баҙары “туйынған” – яңы төҙөлгән буш фатирҙар күп һәм уларҙы һатып алырға теләүселәр үтә аҙ. Алданған өлөшсөләрҙең яңы тулҡыны барлыҡҡа килде. Әле 29 торлаҡ йорттоң төҙөлөп бөтөрө-бөтмәҫе билдәһеҙ килеш ҡала, уларҙа фатир һатып алған өс мең ярым кешегә аҡсаһыҙ ҙа, фатирһыҙ ҙа ҡалыу хәүефе янай.
– Хөкүмәт был хәлде контролдә тота, кешеләр властың уларҙы ташламаясағын һәм ошо ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләүҙе дауам итәсәген белеп торорға тейеш, – тине республика Баш­лығы.
Күптән түгел ошо проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөргә һәм алданған өлөшсөләрҙе фатир менән ҡаҙнаның ярҙамынан тыш тәьмин итергә ризалашҡан инвесторҙарға ер биләмәләре биреү тураһындағы закон проекты әҙерләнде. Төҙөлөш бизнесы был эшкә ҡушылырға тейеш.
– Беҙ алдынғылыҡты яулай алмаған ҡайһы бер йүнәлештәр ҙә бар, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов төп отчет докладында. – Ул бигерәк тә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһенә ҡағыла. Һәр мең кешегә иҫәпләп ҡарағанда, беҙҙең республикалағы бәләкәй предприятиелар күршеләр менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа өҫтәмә ярҙам күрһәтеү буйынса саралар билдәләнек. Уларҙа, нигеҙҙә, райондарҙағы йүнселдәр күҙ уңында тотола.
Быйылғы тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына ҡарағанда, бәләкәй предприятиелар һаны 140 меңгә еткән, йәғни улар бер аҙ артҡан, ләкин иҡтисад өсөн был ғына етерлек түгел. Премьер-министр эшҡыуарлыҡты тикшереүселәрҙең артыҡ күп булыуы тураһындағы ялыуҙарҙың йышайыуына ла туҡталды. Шул арҡала туҡтап ҡалған предприятиелар ҙа бар икән. Рөстәм Хәбиб улы был кәмселекте төҙәтергә вәғәҙә итте.
Социаль мәсьәләләрҙең хәл ителеше элеккесә төп иғтибар үҙәгендә ҡалыуын дауам итә. Башҡортостанда тотороҡло комплекслы социаль үҫеш программаһын тормошҡа ашырыуға ошо осорҙа ҡаҙнанан 9,3 миллиард һум бүленгән. Быйылғы йыл аҙағына саҡлы ошо маҡсатта ҡаҙнанан 16,3 миллиард һум бүлеү ҡарала.
Сәнәғәт үҫеше планда билдәләнгән күрһәткестәрҙе уҙып китте. Был үҫешкә айырыуса ҡағыҙ, транспорт саралары, металл әйберҙәр, мебель, электроника етештергән предприятиелар ҙур өлөш индергән. Импортты алмаштырыу буйынса 180 проект бөгөн тормошҡа ашырылыу өҫтөндә. Был йүнәлештә бигерәк тә Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, “Башнефть” һәм Башҡортостан генерациялау компаниялары, “Салауатнефтеоргсинтез” берекмәһе әүҙем эш күрһәтә. Республикала Сәнәғәткә ярҙам итеү фонды ойошторолған һәм ул фондта ағза булған предприятиеларҙың күмәкләп финанслауы нигеҙендә эшләй.
Республика етәкселеге һәм тотош йәмғиәттең иғтибар үҙәгенән төшмәгән көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – демография. Был үтә ҡатмарлы проблеманы ашығыс рәүештә хәл итеү мөмкин түгел. Ситкә уҡырға йәки эшкә китеү, ғаиләнең ҙурлығын планлаштырыу һәр кемдең шәхси эше булып ҡала.
– Ләкин тышҡы сәбәптәр һәм сир буйынса үлем һанын кәметеү, дауалауҙың йоғонтолоғон яҡшыртыу – беҙҙең бурыс һәм уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ, – тине республика Башлығы.
Быйыл байтаҡ кешенең һәләкәтенә алып килгән янғындар был йәһәттән системалы иҫкәртеү саралары булдырыуҙы тиҙләтергә мәжбүр итте. Белеүебеҙсә, Рөстәм Хәмитов балалар йәшәгән һәр ауыл йортона янғын тураһында хәбәр иткән прибор ҡуйып сығырға ҡушҡайны. Был сара янғындарҙы иҫкәртеү эшен яҡшыртырға тейешле, юғиһә ут-ялҡын эсендә сабыйҙарҙың һәләк булыуы – фажиғә генә түгел, ә демографик хәлгә битараф булыуыбыҙҙы ла аңғарта бит.
Быйылғы тәүге ярты йылда сабыйҙар үлеме 18 процентҡа артҡан. Ошо тәңгәлдә Рәсәй буйынса урта күрһәткес 5,5 промилле тәшкил итһә, беҙҙең республикала ул 7,2 промиллегә етте. Ул аҡрынлап яҡшыра бара, ләкин, Рөстәм Зәки улы әйткәнсә, был тиҙлек беҙҙе һис ҡәнәғәтләндерә алмай. Рәсәйҙә был күрһәткес 2,5-3 промилле генә булған төбәктәр ҙә бар.
– Ни өсөн беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы беҙҙең яҡтан баҫым булғанын көтә? Нилектән ошо йүнәлештә эште тыныс шарттарҙа, ғауғаһыҙ ғына, кемдәрҙелер вазифаһынан бушатыуға барып етмәйенсә генә башҡарырға теләмәйҙәр? – тине Рөстәм Хәмитов, залда ултырған Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенә мөрәжәғәт итеп.
Ултырышта был йәһәттән буласаҡ әсәләр өсөн табип күҙәтеүен яҡшыртыу, ата-әсәләрҙең һаулығы торошон алдан уҡ иғтибарға алыу кәрәклеге лә билдәләнде. Бала табыу йортонда етлекмәй донъяға килгән сабыйҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыуға табиптар күп көс һала, әммә был осраҡта инде һуң була, тырышлыҡ йыш ҡына уңышһыҙ тамамлана. Перинаталь үҙәктең эшен тулыһынса яйға һалырға, уны кадрҙар менән тейешенсә тәьмин итергә, яңыраҡ асылған Республика медицина-генетика үҙәгенең мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланырға кәрәк. Тыуымды арттырыу өсөн быйылдан башлап федераль сараларға өҫтәмә рәүештә социаль түләү тәртибе ҡарала. Ул торлаҡ алыуға сиратта торған йәш ғаиләләргә һәм яңғыҙ әсәләргә беренсе бала тыуғанда бер тапҡыр тапшырыла.
Демография мәсьәләләрен хәл итеү тураһында артабанғы сығыш яһаусылар ҙа һөйләне. Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин менән Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов муниципаль берәмектәрҙә миграция йүнәлештәрен урындағы биләмәләр файҙаһына үҙгәртеү буйынса күрелгән саралар менән таныштырҙы.
Ултырышта шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин менән “А 7 Агро-РБ” йәмғиәте директоры Алексей Комаровскихтың – үҙ предприятие­ларының инвестиция пландары һәм инвестиция эшмәкәрлеген дәртләндереүҙә дәүләт ярҙамын камиллаштырыу, “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды” берекмәһенең генераль директоры Григорий Невостру­евтың йыл аҙағына саҡлы республикалағы торлаҡ төҙөлөшөн арттырыу мөмкин­лектәре тураһындағы сығыштары ла көнүҙәк мәсьәләләр булараҡ яңғыраны.

Рузалия ХИСМӘТУЛЛИНА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе:

– Быйылғы ғинуар-июндәге хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөм­тәһендә Рәсәй ҡаҙнаһына Баш­ҡортостан биләмәһенән 230 миллиард һум самаһы аҡса күсерелде. Был уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 13 миллиард һумға күберәк. Уңышҡа иҡтисад тар­маҡтарының тотороҡло эшләүе булышлыҡ итте. Рөстәм Зәки улы, министрҙар һәм муниципалитет етәкселәренә мөрәжәғәт итеп, төп иғтибарҙы инвестиция өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыуға йүнәлтергә кәрәклеген билдәләне. Аналитика күрһәтеүенсә, һәр төрлө ташламалар вәғәҙә итеү инвесторҙы әллә ни ылыҡтырмай, иң мөһиме – әхлаҡи мөхит, инвесторға ихтирам менән ҡарау, тине ул.

Елена РОДИНА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте инфраструктураны үҫтереүгә ғәйәт ҙур сумма – туғыҙ миллиард һум – бүлә алды һәм уңышлы тотондо. Тәүге ярты йыллыҡта респуб­ликабыҙ социаль-иҡтисади үҫештә ярайһы ғына юғары тиҙләнеш алды. Төп күрһәткестәргә ҡарағанда, был юлдан тотороҡло барабыҙ. Проблемалар ҙа юҡ түгел. Респуб­ликабыҙ Башлығы демографик хәлде яҡшыртыу буйынса эште көсәйтергә ҡушты.


Вернуться назад